Башлаған эшеңде тамамла.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ике тапҡыр донъя чемпионы Александр Радулов Өфөлә уйнауына бик шат
  • һорау-яуап
  • Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй
  • Рәсәй көнө менән!
  • Әтәс, тауыҡ, себештәр тураһында
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Дипломдар – иң яҡшыларға Яңылыҡтар

    Башҡортостандың 24 предприятиеһы республиканың иҡтисади үҫешенә өлөш индергәне өсөн БР Хөкүмәтенең дипломдары менән бүләкләнде.
    Бүләкләнеүселәр араһында «Башҡорт баҡыры», «Новойл», «Башинформсвязь», «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, «Гидравлика» федераль дәүләт унитар предприятиеһы, «Белая река» нәшриәте, «Медтехника» дәүләт унитар предприятиеһы бар. «Башинформ».

    авторы: админ | 26 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар

    Сербияға эш сәфәре менән
    Беренсе вице-премьер Дмитрий Медведев етәкселегендә Рәсәй Хөкүмәте делегацияһы бер көнлөк эш сәфәре менән Белградта булды.
    Делегация составына РФ сит ил эштәре министры Сергей Лавров, уның урынбаҫары Владимир Титов, «Газпром» идараһы рәйесе Алексей Миллер инде. Көндөң тәүге яртыһында делегация Сербия Президенты Борис Тадич һәм Премьер-министр Воислав Коштуница менән осрашты.

    авторы: админ | 26 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәғарифта системалы үҙгәрештәр көтөлә Мәғәриф

    Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында Мәғариф министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтте. Унда БР Президенты Хакимиәтенең иҡтисад һәм социаль сәйәсәт идаралығы начальнигы урынбаҫары Ғәли Фәйезов, БР Хөкүмәте аппаратының мәғариф һәм фән бүлеге етәксеһе Урал Ғибәҙәтов, республиканың ҡала һәм район мәғариф бүлектәре етәкселәре, юғары уҡыу йорттары ректорҙары, урта һәм башланғыс профессиональ белем биреү учреждениелары, мәктәп директорҙары ҡатнашты.

    авторы: админ | 26 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Нурлы ижад сығанағы Башҡортостан

    1893 йылда рус этнографы Сергей Гаврилович Рыбаков үҙенең яҡшы билдәле сәйәхәтен хәҙерге Учалы районы еренән башлай. Аҙаҡ Әбйәлил, Баймаҡ яҡтарында була һәм 1897 йылда Санкт-Петербург ҡалаһында 204 көйҙө эсенә алған «Музыка и песни уральских мусульман, с очерком их быта» тигән китап сығара. Билдәле этнографҡа ҡурайҙа уйнап, йырҙар йырлаған, ҡунаҡсыллыҡтың иң яҡшы өлгөһөн күрһәткән Урал аръяғы башҡорттарының бүлә-бүләсәрҙәре ошо көндәрҙә Учалы ҡалаһында үткән «Башҡортостан ынйылары» конкурсының республиканың көньяҡ-көнсығыш райондары буйынса зона бәйгеһендә ҡатнашты.

    авторы: админ | 26 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Буранда тыуған Мәҙәниәт

    Драматург, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Флорид Бүләковҡа – 60 йәш
    Драматург Флорид Бүләков үҙенең күп әҫәрҙәре менән исемен, илен Рәсәй театры офоҡтары сиктәренән алып сыҡты. Уның пьесаларын төрлө илдәрҙә йөҙ илленән ашыу театр сәхнәләштергән. Шуныһы ҡыҙыҡлы: драматургтың бер үк әҫәрен төрлө милләт театрҙары төрлө исемдәр аҫтында, үҙ милли асылы юҫыҡтарынан сығып уйнай.
    Флорид ағай әрһеҙ кеше түгел. Уның менән осрашып, әңгәмәләшербеҙ тигәнгә лә бер нисә йыл үтеп киткән.

    авторы: админ | 26 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тормошсан әҫәрҙәр авторы Әҙәбиәт

    Бишенсе синыфтан уҡ «Башҡортостан пионеры», «Совет Башҡортостаны», «Кызыл таң», «Һәнәк» кеүек республика гәзит-журналдарында мәҡәләләре, фельетондары, фотокорреспонденциялары донъя күреп килгән Миәкә районының Сафар ауылы егете Марс Әхмәтшиндың журналист, яҙыусы булып китәсәгенә берәү ҙә шикләнмәй. Туғыҙынсы синыфта уҡығанда, «Башҡортостан пионеры»нда баҫылған «Тун» хикәйәһен редакция хеҙмәткәрҙәре маҡтай, бер төҙәтеүһеҙ матбуғатҡа бирә.

    авторы: админ | 26 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәшенле йәшлек Әҙәбиәт

    Их!.. Башыңда, йөрәгеңдә, бөтә тәнеңдә ҡайнаған тойғолар, иң бейек тауҙарҙың иң бейек түбәләренән артылып урғылған көслө тау йылғалары кеүек, ярҙарына һыймай ташалар ҙа, һин яҙмайынса булдыра алмайһың!.. Был ташҡын шундай дәһшәтле – уның юлында осраған бөтә ҡаялар емерелеп, ергә һөт кеүек һеңеп ҡала. Был ташҡын ерҙең иң тәрән күкрәгенән атылып сыҡҡан боронғо Италиялағы Помпеиҙы күмеп киткән утлы лава кеүек ҡайнар – уның юлына осраған бөтә кәртәләр, әйтерһең, ысынлап та, көлгә әйләнә!..

    авторы: админ | 26 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт теленең көсө Башҡортостан

    2. Башҡорт теле һәм һаулыҡ
    Башҡорт теле донъяла, башҡа телдәрҙән айырмалы, иң сәләмәт телдәрҙең береһе. Йәғни башҡорт телендә һөйләшкән кешеләр психик һәм физик ауырыуҙарға бирешеп бармай. Ни өсөн икәнен яҡшыраҡ аңлатыу өсөн һүҙемде алыҫтаныраҡ башлайым әле.
    ... Көнсығыш илдәрендә, кеше ауырыуҙарының 70 проценты аңдың боҙолоуынан башлана, тигән фекер йәшәй. Улар уны былайыраҡ аңлата: аң менән тән араһында туранан-тура бәйләнеш бар, хатта тән ағзаларын аңдың дауамы тип тә иҫбатлайҙар. Шуға аң боҙола икән, тән дә ауырый башлай. «Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух» ҡына түгел, ә, киреһенсә, аңың (аң рух өлкәһенә ҡарай) сәләмәт булһа, тәнең дә сәләмәт була икән ул. Бигерәк тә кеше өсөн фекерҙең икенсе яртыһы мөһимерәктер, тип уйлайым.

    авторы: админ | 26 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru