Аҡрын барған аттан уҙған, йүгереп барған тайҙан ҡалған.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Тарих киләсәккә юл яра[/b]
  • Йыртҡыс, «урман санитары», тотем – барыһын берләштерә ул..
  • Бөрйәндең күренекле зыялыһы
  • Атай менән арҡалы беҙ
  • «ТАГАЗ» ҮҘ АВТОМОБИЛДӘРЕН СЫҒАРА
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Киҙеү һөжүменә әҙер бул! Сәләмәтлек

    Ҡыштың ҡайһылыр бер мәлендә йыл һайын беҙҙе киҙеү һағалап тора. Ул, мәғлүм булыуынса, вируслы, инфекциялы сир. Ғәҙәттә, уның килерен көҙ аҙағынан алып, көндәр ҡапыл һалҡынайып, ҡапыл йылытып торған ваҡытта, көтәләр. Көндәрҙең йә кинәт һалҡынайыуы һәм көслө ел иҫеүе, һуңынан температураның күтәрелеүе, дымлылыҡтың артыуы һис тә яҡшыға түгел. Тап шундай мәлдә киҙеү вирустарына әүҙемләшеп, «терелеп» һәм үрсеп китер өсөн уңайлы шарттар тыуа. Белгестәр белдереүенсә, республикабыҙҙа әлегә тиклем киҙеү менән сирләүселәр һаны күҙәтелмәй, әммә шулай ҙа һалҡын алдырып, тымау тейҙереп, йүткереп сирләүселәр бихисап икән.

    авторы: админ | 26 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Лариса Дәүләтбаева Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Лариса Дәүләтбаева: «Кешеләрҙе дауалағым килә»
    Мәсетле районының Аҙанғол ауылында Аждаһа йылының Балыҡ йондоҙлоғо аҫтында тыуғанмын. Әлеге көндә медицина колледжының ⅠⅠⅠ курсында уҡып йөрөйөм. Киләсәктә Башҡорт дәүләт медицина университетында белемемде камиллаштырыу теләге менән янам.
    Йырлау, бейеү – яратҡан шөғөлдәрем. Халҡымдың сәнғәтенә бәләкәйҙән ғашиҡмын. Мәктәптә уҡығанда сәхнәнән төшмәй инем, колледжда уҙған сараларҙа ла әүҙем...

    авторы: админ | 26 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Илдар Ғәбитовтан кроссворд Яңылыҡтар » Спорт

    Илдар Ғәбитовтан кроссворд

    авторы: админ | 26 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Егет менән ҡыҙ юғары уҡыу йортоноң өсөнсө курсында өйләнешә. Туйҙан һуң ике-өс көн үткәс, йәш ир кәләшенә:
    – Шунан, нисек уйлайһың, хәҙер нисегерәк йәшәйбеҙ?
    – Ә өйләнгәнсе нисек йәшәнең һуң?
    – Ата-әсәйем елкәһендә.
    – Ярай, улайһа, миңә лә үҙеңдең эргәңдән бер аҙ урын бирерһең.

    авторы: админ | 26 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Байрамығыҙ менән, Ватанды һаҡлаусылар! Яңылыҡтар

    Ҡәҙерле армия һәм флот ветерандары! Рәсәй Ҡораллы Көстәренең хөрмәтле хәрбиҙәре! Был иҫтәлекле көндә беҙ Тыуған илебеҙҙең именлеге һәм тыныс тормошо һағында ҡулына ҡорал тотоп торған, Ватан азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап геройлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ, ныҡлыҡ һәм фиҙакәрлек күрһәткәндәрҙе тәбрикләйбеҙ. Кешелек донъяһын ҡотҡарған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, локаль хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға хөрмәт менән баш эйәбеҙ. Бөгөн йәмғиәт үҙенең хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән ватандаштарыбыҙҙың яҡты иҫтәлеге алдында баш эйә.

    авторы: админ | 23 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Часыңдың намыҫы – һинең намыҫың Башҡортостан

    Алкин ҡасабаһында урынлашҡан 297-се зенит-ракета бригадаһында хеҙмәт иткән Стәрлетамаҡ егете Виталий Крадинов (уңда) менән Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарлыман ауылы егете Фаил Килмәков хәрби часта өлгөлө хеҙмәте менән айырылып торған һалдаттар рәтендә. Часть командирынан лайыҡлы Ватан һаҡсыһы тәрбиәләгәнгә рәхмәт хаттары алған ата-әсәләре лә улдары өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерәлер.
    Виталий Стәрлетамаҡ физкультура академияһын тамамлағандан һуң әрме хеҙмәтенә алынһа, Фаил Өфөләге йылға училищеһында судно йөрөтөүсегә уҡыған. «Үҙендә ныҡлы характер тәрбиәләгән, спортты яратҡан, күндәм холоҡло егеттәргә Ҡораллы Көстәрҙә хеҙмәт итеүе ауыр түгел.

    авторы: админ | 23 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Башҡортостан

    7 меңдән – 10 меңгә!
    21 февралдә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов «Башҡортостан Республикаһының «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнеүсе күп балалы әсәләргә бер мәртәбә бирелә торған матди ярҙам тураһында» Указға үҙгәрештәр индереү тураһында» Указға ҡул ҡуйҙы.
    Документҡа ярашлы, 2008 йылдың 1 ғинуарынан «Әсәлек даны» миҙалын алыусыларға бер мәртәбә бирелә торған матди ярҙамдың күләме 10 мең һум тәшкил итәсәк.

    авторы: админ | 23 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әҙерлек юғары кимәлдә Сәйәсәт

    Һайлау – 2008
    Президент Мортаза Рәхимов Республика йортонда РФ Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Нина Кулясова менән Рәсәй Федерацияһы Президенты һайлауҙарын үткәреү һәм һайлауҙарға әҙерлек, атап әйткәндә, урындағы үҙидаралыҡ менән башҡарма власть органдары яғынан һайлау комиссияларының эшмәкәрлеген тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса фекер алышты.
    Мортаза Ғөбәйҙулла улы республикала һайлауҙарға әҙерлек тыныс шарттарҙа барыуын билдәләне һәм 2 мартта республика халҡының үҙ гражданлыҡ бурысын үтәүҙә әүҙем ҡатнашыуына ышаныс белдерҙе.

    авторы: админ | 23 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru