Йәне барҙың йүне бар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә 5-12 июль
  • ТАКСИ ЭШЕ ТӘРТИПКӘ ҺАЛЫНА
  • Хәүефһеҙлек – төп бурыс
  • Кусэр
  • Эскелек – боҙоҡлоҡтоң башы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Кемгә нимә? Сәйәсәт

    Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәгенең һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, беренсе вице-премьер Дмитрий Медведевтың Президент һайлауҙарында 72,9 процент тауыш йыйыуы ихтимал, КПРФ рәйесе Геннадий Зюганов – 15 процент, ЛДПР лидеры Владимир Жириновский – 10,9, демократик партия етәксеһе Андрей Богданов – 1 процент. Һайлауҙа иһә һайлаусыларҙың 68,7 проценты ҡатнашасаҡ тип күҙаллана. «2004 йылғы Президент һайлауҙарында һайлаусыларҙың 64,4 проценты ҡатнашҡайны, 2000 йылда иһә – 67,7 проценты», – ти үҙәк директоры Валерий Федоров. Уның әйтеүенсә, 2004 йылда Владимир Путин да яҡынса шундай уҡ һөҙөмтә менән еңгән.

    С. НИЯЗОВА.
    авторы: админ | 23 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәҡдим бар, һөҙөмтә кәрәк Яңылыҡтар

    Башҡортостандың йәмәғәт ойошмалары һәм ижади берекмәләре вәкилдәре ошо көндәрҙә Өфөлә һайлауҙар алдынан илдәге хәл-торош һәм Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән илдең 2020 йылға тиклемге үҫеше стратегияһы мәсьәләләре буйынса фекер алышырға йыйылды.
    Форумда ҡатнашыусылар РФ Дәүләт Думаһы депутаты Морат Кейекбаевтың, «Белем» республика йәмғиәте вәкилдәре – йәмғиәттең рәйесе, профессор Анатолий Метисовтың, ӨДАТУ профессоры Михаил Филимоновтың, Башҡортостандың Коммерция булмаған ойошмалары ассамблеяһы рәйесе, «Башҡортостан пионерҙары» республика балалар йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ирина Антонованың, БР Юристар союзы рәйесе Рафиҡ Ғибәҙәтовтың һәм башҡаларҙың әһәмиәтле сығыштарын тыңланы.

    авторы: админ | 23 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иртәгә улар ҙа – һалдат Башҡортостан

    Өфөнөң 20-се башҡорт гимназияһының 11-се синыф уҡыусыһы Марат Хәйбуллин Өфөнөң Совет районындағы мәктәптәрҙә белем алған тиҫтерҙәре менән былтыр ҙа Алкинда урынлашҡан хәрби гарнизондарҙа экскурсияла булһа ла, быйылғы осрашыуҙан да ҡалғыһы килмәне. Тағы ла хәрбиҙәр менән осрашыу, уларҙың тормошо, хәрби техника менән танышыу ҡасан эләгә әле?!
    Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан 200-ләгән уҡыусы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ҡатнашлығында Алкин ҡасабаһына Өфөнөң Совет районы муниципаль районы хакимиәте ойошторған сәйәхәт һәр кемдең күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырғандыр, моғайын. Егеттәрҙең ай буйына әҙерләгән күстәнәстәрен, яҙыу кәрәк-яраҡтарын, китаптарҙы алып, һалдат ағайҙарының нисек һөйөнгәнен күрһәгеҙ ине. Уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән концертта хәрби частағы һалдаттар байрам кәйефен...

    авторы: админ | 23 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Наркотиктарға – юҡ! Яңылыҡтар

    Башҡортостандың наркополицияһы эшмәкәрлеге Волга буйы федераль округындағы наркотиктарға ҡаршы көрәш идаралығының төбәк органдары араһында юғары баһа алған. 2008 йылда хоҡуҡ һаҡлау органдары 458 наркоенәйәт осрағын теркәгән, шуларҙың яртыһы республиканың наркотиктарҙы күҙәтеү идаралығы хеҙмәткәрҙәре иҫәбенә тура килә. Республиканың наркоманияға ҡаршы көрәш программаһының юғары сифаты һәм тулы финансланыуы былтыр Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүселәр рәтенә сығырға мөмкинлек биргән. Быйыл хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә төп эш наркотиктарҙы тартып алыу буйынса эште әүҙемләштереүгә, наркобизнестың иҡтисади тамырын юҡ итеүгә, профилактикаға йүнәлтеләсәк.

    авторы: админ | 23 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар

    Белград гөрләй
    Белградта Косовоны «бойондороҡһоҙ» тип иғлан итеүгә ҡаршы акциялар үтте.
    Тәртипһеҙлектәр, башлыса, АҠШ, Хорватия, Төркиә илселектәре биналарында ҡупты. Сыуалыштар барышында биналарға ут төрткәндәр, АҠШ илселеге урынлашҡан бинала мәйет табылған.
    84 кешенең төрлө тән йәрәхәттәре алыуы билдәле, улар араһында 19 полиция хеҙмәткәре бар. Йөҙ мең тирәһе кеше ҡатнашлығындағы митингыны таратыу өсөн бронетехника, күҙ йәшен ағыҙыусы газ ҡулланылған.

    авторы: админ | 23 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Юбилейлы байрам Башҡортостан

    Рәсәй байрамдары араһында егеттәргә арналғаны Ватанды һаҡлаусылар көнө булыуы дөрөҫтөр. Тыуған илгә ҡарата һөйөү әсә һөтө, атай тәрбиәһе менән, өләсәйҙәр һөйләгән әкиәттәр аша, яҡты тормошто яҡлап көрәшкән олатайҙар ғүмере миҫалынан инә. Шуға ла Ватанды һаҡлау һәр бер ир-егеттең иң изге бурысы булып һанала. Быйыл иһә 23 февраль көнөндә Рәсәй Хәрби Көстәре 90-сы тыуған көнөн билдәләйәсәк. Ләкин бәғзеләр был байрамдың ни өсөн нәҡ 23 февралдә уҙғарылғанын белмәйҙер. Быны белер өсөн тарихҡа күҙ һалып үтәйек.

    авторы: админ | 23 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күмәкләгән – бәхәстәрҙе лә бөтөргән Башҡортостан

    Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың (Шакирйән Мөхәмәтйәнов) батырлығына – 65 йыл
    Александр Матросов һәм Шакирйән Мөхәмәтйәнов бер үк кешеме, әллә беҙ яңылышабыҙмы, тигән һорауҙы асыҡларға тотонған автор «Башҡортостан» гәзитендә үҙенең тәүге мәҡәләләрен сығара башлау менән үк ғауға ҡупты: берәүҙәр «ура» ҡысҡырһа, икенселәр «беҙҙең Матросовҡа ҡулығыҙҙы тейҙермәгеҙ» тип янаны. Әммә хәйерселектә үҫеп, М. Горькийҙың Данкоһына оҡшап, азатлыҡ һәм батырлыҡ осҡондары балҡытҡан Шакирйәндең бәләкәй саҡтағы һабаҡташтары, ә аҙағыраҡ һуғыш ветерандары, уҡытыусылар, һис тә һүҙ ҡуйышмайынса, эҙәрмәнлекте туҡтатмайыҡ тип, һаман алға барҙы.

    авторы: админ | 23 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өсмөйөшлө хаттар - тере хаттар Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Билдәле журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Фәрит Вахитов «Аҡ аманат – һалдат хаттары. Письма огненных лет», «Юнга, һинең эҙеңдән киләм» китаптары аша уҡыусыларға яҡшы таныш. 30 йылдан ашыу ғүмерен журналистикаға арнаған шәхес үҙенең оҙайлы йылдар дауамындағы эҙләнеүҙәре аша Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы яуҙан ебәрелгән хаттарҙы эҙләп табыу, утлы йылдар ауазын бөтөн тетрәнеүҙәре, ысынбарлығы менән өсмөйөшлө хаттар – документаль сығанаҡтар аша халыҡҡа еткереүҙе маҡсат итеп алып, ил азатлығы өсөн ғүмерҙәрен аямаған һалдаттарҙың...

    авторы: админ | 23 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru