Ата алмаған йәйә һайлар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Улар Көнбайышты шаулата
  • Әсәй, өйрәт әле!
  • Рәхмәтле hәм мәрхәмәтле Аллаh исеме менән
  • Күсәр
  • «Байыҡ» бейеү конкурсының III туры үтте
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Һалдат мәҙәктәре Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    • Кискелеккә салбарҙарҙың шәлтәүен ишеккә ҡаратып һалығыҙ – тревога иғлан ителһә, тәҙрә аша сығып ҡуймағыҙ!
    • Берегеҙҙең дә бирсәткәһе булмағас, бөтәгеҙ ҙә бирсәткәләрегеҙҙе һалығыҙ!
    • Иптәш майор! Һеҙ капитан Моратов түгелме?

    авторы: админ | 23 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Нәҫелемде юллай торғас... Башҡортостан

    Легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовтың һәләк булыуына 65 йыл тула
    Олатайҙарымдың икеһе лә һуғыштан ҡайта алманы. Миәкә районының Йәнәби-Урсай ауылынан Дәүләтша олатайым саҡырыу ҡағыҙын 1941 йылда баҫыуҙа ат менән иген сабып йөрөгәндә ала. Ҡабаланып өйгә ҡайтҡас: «Баҫыуҙа сыбыртҡым онотолоп ҡалған, барып алығыҙ, йәме», – тигән. Балаларҙан иң өлкәне булған Миңниса әбейем (уға ул саҡта 11 йәш була) аҙаҡ барып эҙләп ҡарай, әммә таба алмай. Олатайым һуғышҡа әҙерлекте Өфө янындағы ҡайһылыр станцияла үтәй.

    авторы: админ | 23 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һалдат – ил һаҡсыһы Яңылыҡтар

    «Ысын ир-егет мотлаҡ әрме сафында хеҙмәт итергә тейеш. Булмаған ауырыуҙы уйлап табып йәки башҡа сәбәптәр арҡаһында һалдат хеҙмәтенән ҡотолоп ҡалған «малай»ҙарҙы йәнем һөймәй. Сөнки әрме – үҙенсәлекле тормош мәктәбе. Ул ир-егеттә ҡыйыулыҡ һәм етдилек тәрбиәләй.
    Мин хат аша бер егет менән таныштым. Уның әрменән яҙған хаттарын әле лә ҡәҙерләп һаҡлайым. Йыш ҡына ул хаттарын: «Тыныс йоҡо, изге төштәр һиңә! Ә мин һинең йоҡоңдо һаҡлармын!» – тигәнерәк мәғәнәле һүҙҙәр менән тамамлай ине. Взвод командиры ярҙамсыһы дәрәжәһенә тиклем күтәрелгән был егет менән осрашҡанда, башымдан бына ул ысын егет, тигән уй йүгереп уҙҙы.

    авторы: админ | 23 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ут күршеләр сәмләнһә лә... Яңылыҡтар » Спорт

    «Салауат Юлаев» клубы хоккейсылары сираттағы турҙа Татарстанда урындағы «Аҡ барс» командаһы менән осрашты. Быға тиклем улар үҙ-ара ике тапҡыр осрашып өлгөргәйне инде. Тәүге уйында юлаевсылар үҙ майҙанындағы көсөргәнешле алышта 5:4 иҫәбенә отһа, икенсеһендә иһә 5:2 иҫәбенә еңелеп ҡайтты.
    Был юлы ла тиҙлек алған хужалар ҡунаҡтарға бирешергә теләмәне. Фаразлаусылар ҙа өҫтөнлөктө Ҡаҙан уйынсыларына бирә ине. Осрашыу ҙа шулай башланған кеүек тойола. Улар күберәк өҫтөнлөк итә, һөжүмдәре лә ҡапҡабыҙға янай. Иҫәпте лә хужалар аса. Тик ҡайһы саҡ Зинәтулла Билалетдиновтың тәрбиәләнеүселәре, һөжүм менән мауығып китеп, ҡапҡаларын онота.

    авторы: админ | 23 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шәрифә Мөхәммәт ҡыҙы Закирова Башҡортостан » Юбилейҙар

    Салауат районының Урмансы ауылынан ҡәҙерле һеңлебеҙ
    Шәрифә Мөхәммәт ҡыҙы ЗАКИРОВАНЫ
    55 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ихлас, яҡты күңелле, ихтирамлы һеңлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, муйыл сәскәһендәй аҡ бәхеттәр, муллыҡта, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, балаларының изгелектәрен күреп, Мөхәмәтйән кейәү менән оҙон-оҙаҡ тигеҙ йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
    Яҡты ҡояш һәр саҡ юлдаш булһын,
    Шатлыҡ тойоп типһен йөрәгең.
    Ауырлыҡтар һине урап үтһен,
    Ҡабул булһын һәр бер теләгең.
    Ҡотлау сәләмдәре менән –
    Өфө ҡалаһынан Яҡуп ағаһы, Кәтибә еңгәһе, апаһы, еҙнәһе һәм бөтә туғандары.

    авторы: админ | 23 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шамил Абдрахман улы Исмәғилев Башҡортостан » Юбилейҙар

    Өфө ҡалаһында йәшәүсе
    Шамил Абдрахман улы ИСМӘҒИЛЕВТЫ
    алтын юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Уңған, тынғыһыҙ, сабыр йөрәкле ҡәҙерле кешебеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр, бөтмәҫ ҡыуаныстар теләйбеҙ. Яҡындарыңдың – ғәзиз кешеләреңдең ҡәҙер-хөрмәтендә генә үтһен ғүмереңдең ошо миҙгелдәре. Тормош тигән һикәлтәле баҫҡыстан атлағанда, йөрөгән юлдарың уң булһын, яҡшы уйлы, изге күңелле кешеләр генә осраһын.
    50 йәшкә инде еттем тигәс,
    Мендем, тимә, ғүмер үренә.
    Күңелеңдә ҡалһын яҙ сыуағы,
    Ғүмер үтә, тиеп һүрелмә.
    Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
    Шатлыҡ менән үтһен һәр көнөң,
    Ҡоростоҡо булһын таҙалығың,
    Ҡояштыҡы булһын ғүмерең.
    Ҡотлау менән бөтә туғандары исеменән – ағаһы Рәис Исмәғилев.

    авторы: админ | 23 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Салауат Ғилмулла улы менән Альбина Марс ҡыҙы Хәбибуллиндар Башҡортостан » Юбилейҙар

    Ер йөҙөнөң ап-аҡ ҡарҙарға күмелгән мәлендә ҡәҙерле атайыбыҙ
    Салауат Ғилмулла улы ХӘБИБУЛЛИНДЫҢ
    һәм уңған, сибәр еңгәйебеҙ
    Альбина Марс ҡыҙы ХӘБИБУЛЛИНАНЫҢ тыуған көндәре.
    Алтын йөрәкле ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерлеләребеҙгә Урал ҡаяларындай ныҡлы сәләмәтлек, Иҙелдәй оҙон ғүмер, муйыл сәскәһендәй ап-аҡ бәхет, бөтмәҫ шатлыҡ-ҡыуаныстар, икһеҙ-сикһеҙ уңыштар һәм уй-хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Беҙҙе ҡыуандырып, һоҡландырып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итһен һеҙгә Хоҙай.
    Иң изге теләктәр менән – кейәүе Руслан, ҡыҙы Гүзәл, ейәндәре Динар, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары.

    авторы: админ | 23 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Урал Шәғәли улы менән Файза Ғәлимйән ҡыҙы Псәнчиндар Башҡортостан » Юбилейҙар

    Күгәрсен районының 1-се Дәүләтҡол ауылында ғүмер итеүсе беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ – атайыбыҙ
    Урал Шәғәли улы менән Файза Ғәлимйән ҡыҙы ПСӘНЧИНДАРҘЫҢ
    бергә йәшәүҙәренә 50 йыл тулды.
    Атайыбыҙ менән әсәйебеҙҙе оло байрамдары – алтын туйҙары менән ихлас ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә тормошоғоҙ – нурлы, һаулығығыҙ – ныҡ, ғүмер юлығыҙ оҙон һәм тигеҙ булһын! Бөгөнгө көндә лә һеҙ тыуған йорттоң йылыһын, нурын, ҡотон, наҙын ебәрмәй, арыу-талыу белмәй донъя көтәһегеҙ. Беҙҙең һәр беребеҙҙе һағынып көтөп тораһығыҙ. Ҡайтҡан һайын күңел йылыһын биреп, күпереп торған икмәк, татлы ризыҡтар, тәмле аш-һыу менөн һыйлап ҡыуандыраһығыҙ!
    Беҙҙе лә тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәргә, ғаилә усаҡтарыбыҙҙы һаҡларға, тырышып эшләргә өндәп, һәр ваҡыт аҡыллы, матур кәңәштәр бирәһегеҙ. Беҙгә, балаларығыҙға, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә, биргән тәрбиәгеҙ, кәңәштәрегеҙ, хәстәрегеҙ, йөрәк йылығыҙ, ел-ямғырҙан ҡурсалағанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә!
    Бүләгебеҙ – изге теләктәр,
    Риза булып ҡабул итегеҙ.
    Сәләмәтлек менән именлектә
    Тигеҙ оҙон ғүмер итегеҙ.
    Яҡты йондоҙ кеүек балҡыйһығыҙ
    Тормош юлдарыбыҙ күгендә.
    Иң ҡәҙерле кешеләребеҙ булып
    Тораһығыҙ күңел түрендә.
    Изге теләктәр менән – балаларығыҙ Мөслим, Илшат, Зәлифә, Ғайса, килендәрегеҙ Әлмира, Рәйхана, Гөлнара, кейәүегеҙ Мәғәфүр, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ.

    авторы: админ | 23 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru