Башың йәш икән - күп эш алма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Үҙ эшен яратып башҡара[/b]
  • Ике тапҡыр донъя чемпионы Александр Радулов Өфөлә уйнауына бик шат
  • Яңылыҡтар
  • Ҡыҙыҡлы яҙмыштар журналы
  • Быйыл да һынатмаҫтар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Мәүҙиға Нәби ҡыҙы Баймөхәмәтова Башҡортостан » Юбилейҙар

    Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылынан ҡәҙерле, һөйөклө әсәйебеҙ
    Мәүҙиға Нәби ҡыҙы БАЙМӨХӘМӘТОВАНЫ тыуған көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
    Беҙгә матур ғүмер биргән, наҙ, йөрәк йылыһын өләшеп үҫтергән, тәрбиәләгән яҡын кешебеҙгә рәхмәт һәм ҡотлау һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
    Йөрәккә һыймаҫ шатлыҡтар, таҙалыҡ-сафлыҡ, күңел тыныслығы һис ҡасан да ташламаһын! Һинең бар булмышың, мәрхәмәтлелегең бөтәбеҙҙе лә һоҡландыра. Атайыбыҙ менән артабан да беҙҙе ҡыуандырып, ҡурсалап, тормошобоҙҙо йәмләгеҙ. Беҙ һеҙҙең менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Изге кешеләребеҙгә ике донъя бәхетен теләйбеҙ. Беҙҙең ожмах баҡсаһы – һеҙҙең аяҡ аҫтында!
    Ҡотлау менән – тормош иптәше Мәүлит, улдары Азамат, Руслан, ҡыҙҙары Венера, килендәре Әлиә, Зилиә, ейән-ейәнсәрҙәре Салауат, Айгүзәл, Айһылыу, Алтынай.

    авторы: админ | 23 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шамил Камалетдин улы Кәлимуллин Башҡортостан » Юбилейҙар

    Әлшәй районының Балғажы ауылынан
    Шамил Камалетдин улы КӘЛИМУЛЛИНДЫ 50 йәшлек юбилейы айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ.
    Уны тыуған көнө менән тәбрик итеп, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, именлектә ғүмер кисереүен теләйбеҙ.
    Беҙҙән теләк: сәләмәт бул!
    Һәр эшкә лә етһен көсөң.
    Бәхетле көндәр килтерһен
    Һәр тыуыр таң һинең өсөн.
    Иң изге теләктәр менән – Үтәшевтар һәм Зәйнуллиндар.

    авторы: админ | 23 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Фәүзиә Камалетдин ҡыҙы Йосопова Башҡортостан » Юбилейҙар

    Ауырғазы районының Атйетәр ауылынан
    Фәүзиә Камалетдин ҡыҙы ЙОСОПОВАНЫ тыуған көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
    Хоҙай һине иҫәнлек-һаулыҡтан, күңел тыныслығынан, бәхеттән айырмаһын. Иртәләрең – ҡояшлы, көндәрең – көләс, уйҙарың – яҡты, күңелең тыныс булһын! Хеҙмәтеңдең емештәрен татып, донъя рәхәтлектәре кисереп, яҡындарыңа йәшәйеш сығанағы булып ғүмер үрҙәренә артылырға яҙһын!
    Ҡотлау менән – Үтәшевтар һәм Зәйнуллиндар.

    авторы: админ | 23 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәйхана Ғәббәс ҡыҙы Вахитова Башҡортостан » Юбилейҙар

    Учалы районының Баттал ауылынан ҡәҙерле өләсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, әсәйебеҙ
    Рәйхана Ғәббәс ҡыҙы ВАХИТОВАНЫ тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
    Ҡәҙерлебеҙ! Ғүмер байрамың уңайынан тәбрикләп, һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Күңелеңдән – тыныслыҡ, тәнеңдән – сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен, балаларыңдың һәр шатлығын, һәр көйөнөсөн үҙенә һыйҙырған йөрәгең бер ҡасан да борсолоуҙарҙы белмәһен. Балаларыңдың изгелеген күреп, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта йәшә.
    Күҙ нурыңды түктең беҙҙең өсөн,
    Йөрәк йылың булды гел юлдаш.
    Шатлығыбыҙ арта һиңә ҡарап,
    Беҙҙең өсөн бәхет һин булғас.
    Иң изге теләктәр менән – балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.

    авторы: админ | 23 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Аукцион Яңылыҡтар

    Организатор торгов – конкурсный управляющий ОАО «Концерн «Инмаш» сообщает о проведении повторных открытых торгов в форме аукциона по продаже имущества должника.
    Торги проводятся 27 марта 2008 года в 12-00 часов местного времени по адресу: Республика Башкортостан, г. Кумертау, ул. К. Маркса, дом 24, офис ОАО «Башкируголь».

    авторы: админ | 23 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул... Әҙәбиәт

    Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул, Йән биреүсе, йәм биреүсе Ватанға
    Башҡорт теле
    Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
    Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
    Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,
    Әй, илһамлы, әй, хөрмәтле башҡорт теле.

    авторы: админ | 21 февраля 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Һайлауға бар! Отолмаҫһың Яңылыҡтар

    2 мартта үтәсәк һайлауҙа ҡатнашыусы һәр кем бүләк йәиһә магазиндарҙа ташлама ала аласаҡ, тип белдерҙе «Рәхмәт» акцияһын ойоштороусы Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙар ассоциацияһы.
    Һайлауҙар Рәсәй Федерацияһының буласаҡ Президентын, шулай уҡ Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, муниципаль һәм ҡала округтарына депутаттарҙы асыҡлаясаҡ. Шуға ла һәр тауыш мөһим.
    – Тауыш бирергә хоҡуғы булған һәр кемдең был сарала ҡатнашыуы шарт. Һайлауҙа халыҡтың социаль әүҙемлеген күтәреү өсөн Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙар ассоциацияһы дәртләндереү акцияһын ойоштормаҡсы, – тине «Башинформ» мәғлүмәт үҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында ассоциация етәксеһе Алла Кузьмина.

    авторы: админ | 21 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Башҡортостан

    Кемдәрҙеке арта, тиһегеҙме?!
    Был Республикаһы дәүләт учреждениелары һәм бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәтенә түләүҙе арттырыу тураһындағы Указдарын үтәү буйынса БР Хөкүмәте ҡарар ҡабул итте.
    БР Президенты һәм БР Хөкүмәте ҡарарын тормошҡа ашырыу республикабыҙҙың 386 мең бюджет өлкәһе хеҙмәткәренең эш хаҡын арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Улар – 71 мең дәүләт, 315 мең муниципаль учреждение хеҙмәткәре. Шуларҙың 221 меңе – мәғариф, 126 меңе – һаулыҡ һаҡлау, 21,1 меңе – мәҙәниәт, сәнғәт, 12,3 меңе – социаль өлкәлә һәм 5,6 меңе – башҡа бюджет тармаҡтарында хеҙмәт итеүселәр.

    авторы: админ | 21 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru