Балыҡ тотһаң, башынан тот.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • [b]Көнөгөҙ матур үтһен тиһәгеҙ...[/b]
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Телефон аша аҡса «эшләгән»
  • «Йәшлек»тә һәр төбәк һулышы сағыла»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йәштәргә иғтибар артасаҡ Сәйәсәт

    Баш ҡаланың Конгресс-холл бинаһында БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтте
    Коллегия ултырышында республиканың район-ҡалаларындағы йәштәр эштәре буйынса бүлектәр етәкселәре, йәштәр йәмәғәт, спорт һәм ялды ойоштороу ойошмалары етәкселәре ҡатнашты. Көн ҡаҙағында дәүләт йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса үткән йылға йомғаҡтар яһау һәм ағымдағы бурыстар билдәләү торҙо.

    авторы: админ | 21 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уртаҡ иҡтисади зона барлыҡҡа киләсәк Иҡтисад

    Оҙаҡламай республикабыҙҙа «Урал» тип аталған айырым иҡтисади зона төҙөләсәк. Был киң күләмле инвестиция проектында Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе ҡатнаша.
    Республиканың тәү сиратта көньяҡ төбәктәре өсөн файҙа килтерерлек туристик мегаполисты төҙөү өҫтөнлөктәре Әбйәлил районында үткән инвестиция форумында ҡаралды. Берләштерелгән инвестиция форумында ҡатнашыусылар, Урал аръяғында туризм тармағы төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә тос өлөш индерә ала, тигән һығымтаға килде. Әле Башҡортостан менән Силәбе өлкәһенең иҡтисад, фән, сәнәғәт һәм тәбиғәт ресурстары ҡеүәте менән туристик-рекреацион биләмәне булдырыу өсөн шарттар етерлек.

    авторы: админ | 21 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙҙең мазуты яраталар Иҡтисад

    Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтендә 2007 йылдағы тышҡы иҡтисади һәм төбәк-ара эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалды.
    Өфө төрлө йүнәлештә үҫешкән мегаполис булараҡ билдәле. Былтыр баш ҡалалағы предприятиеларҙың тышҡы тауар әйләнеше 1 миллиард 528 миллион АҠШ долларынан ашып киткән. Шул иҫәптән экспорт – 1 миллиард 172 миллион, ә импорт 346 миллион доллар тәшкил итә. Өфө ҡалаһы хакимиәтенең тышҡы иҡтисади бәйләнештәр бүлеге начальнигы Руслан Мирсаяпов билдәләүенсә, сауҙа балансының ыңғай сальдоһы бер нисә йыл рәттән һаҡланып килә.

    авторы: админ | 21 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар

    Һау бул, Кастро!
    Кубаның быға тиклемге алыштырғыһыҙ лидеры булған Фидель Кастро бөтә вазифаларынан да баш тартты.
    Кубала власты тапшырыу йыл ярымға тиклем һуҙылды. Ил менән ярты быуат идара иткән Фидель Кастро 2006 йылдың 31 июлендә бөтә хоҡуҡтарын да бер туған ҡустыһы Рауль Кастроға тапшырғайны. Ошонан һуң Фиделдең дауаханала ауыр операция үткәреүе билдәле. Уның һаулығы хаҡында мәғлүмәт дәүләт кимәлендәге сер итеп һаҡланды. Шулай ҙа 2006 йылда, 80 йәшлек юбилейын билдәләгән көндә, команданте халыҡҡа Куба менән етәкселекте үҙенең ҡулына аласағын, 2008 йылда һайлауҙарға тиклем ил менән идара итеүҙе ҡулынан ысҡындырмаясағын вәғәҙә иткәйне.

    авторы: админ | 21 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡырмыҫҡалай уңған кешеләр төйәге Башҡортостан

    • Ҡырмыҫҡалы районы 1930 йылда ойошторола. Ул республикабыҙҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан, Архангел, Ғафури, Иглин, Ауырғазы, Дәүләкән, Шишмә һәм Өфө райондары менән сиктәш. Райондың дөйөм майҙаны – 175 мең гектар. Уның составына 18 ауыл биләмәһе, 122 ауыл инә, уларҙа 54 мең кеше иҫәпләнә. 20-нән ашыу милләт вәкилдәре дуҫ һәм татыу йәшәй.
    • Бында 17 ауыл хужалығы предприятиеһы, 115 крәҫтиән (фермер) хужалығы...

    авторы: админ | 21 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт теленең көсө Башҡортостан

    Диңгеҙҙәргә тиңләмәйем – тәрәнһең һин, (...)
    Ҡаяларға тиңләмәйем – бөйөкһөң һин...
    Зәйнәб БИИШЕВА
    Бөгөн – Халыҡ-ара туған тел көнө

    авторы: админ | 21 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәшенле йәшлек Әҙәбиәт

    Мәрйәм апа Вәхит дәрестән ҡайтып барғанда уны туҡтатып:
    – Вәхит, һин хәҙер ашап тормайынса Ғалимдар йортона барып кил инде, – тине. – Усмановҡа әйт: килә алалармы. Килһәләр – сәғәт нисәлә?
    – Ярай, – тине Вәхит һәм бүлмәгә инеп, Айытулла менән урамға сыҡты.
    – Саф һауа һулап алырға кәрәк, – тине Айытулла. Вәхит уның менән һөйләшергә ярата ине.
    – Һин нисек уйлайһың, Айытулла, кисә әллә дөрөҫ поступать итмәнем микән ни?

    авторы: админ | 21 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Был еңеүем атай-әсәйемә бағышлана» Яңылыҡтар » Спорт

    Биатлон буйынса биш тапҡыр донъя чемпионы Максим Чудовты сәскәләр гөлләмәһе менән «Өфө» аэропортында уҡ туғандары, яҡындары, рәсми вәкилдәр, журналистар ҡаршы алды. Бер аҙ арығанлыҡ ингән, әммә көләс йөҙлө егет аҙаҡ Өфөнөң «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексында осрашыу үткәрҙе. Унда исемен бөтә донъяға яңғыратҡан спортсыны күрергә биатлон спорт мәктәбендә шөғөлләнеүсе балалар килгәйне. Максим һәр кемдең һорауына ихлас яуап биреп, автографтар ҙа таратты.

    авторы: админ | 21 февраля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru