|
 |
|
 Шәмбенән, 29 марттан, йәкшәмбегә ҡараған төнгө 2-лә Рәсәй территорияһында сәғәт телдәре бер сәғәткә алға күсерелә. Йәйге ваҡытҡа күсеү 110 илдә, шул иҫәптән Европа дәүләттәрендә лә индерелгән. Тәүлектең яҡты ваҡытын һөҙөмтәле ҡулланыу энергия ресурстарын экономиялы тотоноуға килтерә. Тәүгеләрҙән булып 17 февралдә Бразилия сәғәттәрен күсерҙе. 30 апрелдә иң һуңғыларҙан булып Гватемала күсәсәк. Эксперттар фекеренсә, халыҡтың 10 - 15 проценты сәғәт күсереүҙе ауыр кисерә. |
|
|
|
 «Башҡорт ҡыҙы» – донъя кимәлендәге топ-модель Эльвира Хисаеваны коллегалары яратып тап шулай атап йөрөтә. Был сағыштырыу ҡыҙыҡ тойолһа ла, тимәк, башҡорт ҡыҙы донъя подиумына быға тиклем күрелмәгән образ, яңылыҡ алып килгән. Йәшерен-батырыны юҡ – Эльвира донъя кимәлендәге топ-моделдәр араһында тәүге башҡорт ҡыҙы, әле Парижда йәшәй. Ул ябай ғаиләлә үҫкән, ата-әсәһе әле Өфөлә йәшәй, бер туған һеңлеһе Ирина ла, ете йәшлек кенә булһа ла, апаһынан бер ҙә ҡалышырға теләмәй – моңло итеп йырлай, матур кейенергә ярата. |
|
|
|
Башҡортостанда туризмды үҫтереү планын төҙөү буйынса республика етәкселеге Австрияның Koһi & Partһner консалтинг компанияһына мөрәжәғәт итте. Белгестәр билдәләүенсә, Башҡортостан һәм Австрия - бер-береһенә оҡшаш төбәктәр, ял итеү йәһәтенән йылы диңгеҙҙән мәхрүм булһалар ҙа, ике төбәктә лә туризм потенциалы бик ҙур. 10 йылға иҫәпләнгән Республикала туризмды үҫтереү планына ярашлы, Башҡортостанды мажаралы туризм өсөн бик уңайлы төбәк тип күрһәтергә кәрәк. |
|
|
|
Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән Салауат Булат улы Ғүмәров Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһына тәғәйенләнде. Салауат Ғүмәров 1961 йылдың 19 июнендә Өфөлә тыуған. Ф. Дзержинский исемендәге Юғары хәрби-диңгеҙ инженерлыҡ училищеһын һәм Санкт-Петербург дәүләт университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Санкт-Петербург ҡалаһындағы «Форбанк-СПБ» акционерҙар кредит банкыһында төп белгес булып башлай.
|
|
|
|
7 апрелдән 31 майға тиклем Өфөлә территорияларҙы санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса айлыҡ үтәсәк. Район хакимиәттәре өмәләр өсөн тейешле техника бүлергә, юлдарҙы, тротуарҙарҙы, ҡоймаларҙы төҙөкләндереү эштәрен ойошторорға тейеш. Өмәләргә ҡала учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеү ҙә планлаштырыла.
|
|
|
 |
Үҙ бәхетен үҙе төҙөгән республика |
Сәйәсәт |
|
 Парижда ЮНЕСКО-ның штаб-квартираһында Башҡортостан Республикаһының өс көн дауамында барған презентацияһы тамамланды. Халыҡ-ара сарала төп ваҡиғаларҙың береһе «Башҡортостан Республикаһында мәҙәниәт һәм тел плюрализмы» тип аталған фәнни семинар булды. Унда ЮНЕСКО-ның һәм республикабыҙҙың бихисап абруйлы ғалимдары ҡатнашты. Сараны асыу тантанаһында Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО-лағы даими вәкиле Владимир Каламанов көн үҙәгенә сығарылған тема ЮНЕСКО өсөн бик мөһим, сөнки ойошманың төп маҡсаты ла милли мәҙәниәттәрҙе, туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү булыуын билдәләне. Башҡортостандағы мәктәптәрҙә тиҫтәнән ашыу тел өйрәнелеүен дә һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. |
|
|
|
Фән һәм техника өлкәһендә республика дәүләт йәштәр премияһы буйынса комиссия 2007 йылға йәштәр премияһына эштәр ҡабул итә башлай. Республиканың ғилми ҡеүәтен үҫтереү һәм һәләтле йәш ғалимдарҙы дәртләндереү маҡсатында БР Хөкүмәте ҡарары менән премия 2002 йылда булдырылды. Ул йәш ғалимдарға Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади һәм рухи-мәҙәни үҫешенә булышлыҡ итеүсе һәм алдынғы Рәсәй, донъя ҡаҙаныштарына ярашлы гуманитар, тәбиғи һәм техник фәндәрҙе үҫтереүгә индергән өлөшө, яңы ресурс һаҡлаусы, экологик яҡтан таҙа технологияларҙы, прогрессив материалдарҙы, машиналар һәм приборҙар уйлап тапҡаны һәм производствоға индергәне өсөн бирелә. |
|
|
|
|
|