Көткәнгә көн үтмәй, эшләгәнгә көн етмәй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән!
  • Ҡояш кеүек, ул ергә белем-нур сәсә!
  • «Гөрләтеп эшләрлек шарттар бар»
  • ХӘҘИСТӘР
  • Һәләтле етәксе, тәжрибәле табип
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Иртәгә, 2 мартта, Рәсәй халҡы ил Президентын һайлаясаҡ. Яңылыҡтар

    Иртәгә, 2 мартта, Рәсәй халҡы ил Президентын һайлаясаҡ.
    Ил-йорт яҙмышына битараф булмайыҡ! Һайлауҙарҙа дәррәү ҡатнашайыҡ!

    авторы: админ | 1 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ныҡлы ғаилә – ил күрке Башҡортостан

    Кеше яҙмышына нигеҙ ғаиләлә һалына. Ул ни тиклем татыу, ныҡ һәм сәләмәт булһа, бала тормошта үҙен шул тиклем ышаныслыраҡ һиҙә һәм унан тәрбиәле, яҡшы кеше сығырына ла өмөт ҙур. Республикабыҙҙа ғаилә нигеҙен нығытыуға, бала тәрбиәләүҙә ата-әсәнең ролен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Конгресс-холда үткән өлгөлө ғаиләләрҙе тәбрикләү тантанаһы – бының сағыу бер миҫалы. Рәсәйҙә – Ғаилә йылы, республикабыҙҙа Ғаиләгә социаль ярҙам йылы тип иғлан ителгән 2008 йыл шундай матур тантананан башланды. Унда Президент Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары – хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев ҡатнашты.

    авторы: админ | 1 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иртәгә – тауыш биреү көнө Яңылыҡтар

    Иртәгә Рәсәй граждандары бишенсе тапҡыр Президент һайлауҙарында ҡатнаша. Бөтөн халыҡтың тауыш биреүе нигеҙендә һайланған Президенттың вазифаһы илебеҙҙә 1991 йылдың 17 мартында булдырылған.
    Кисә һайлау алды агитацияһының һуңғы көнө булды. Һөр төрлө агитация ҡәтғи тыйылған бөгөнгө көн «Тынлыҡ көнө» тип атала. Агитацияны һайлау көнөндә лә алып барырға ярамай.

    авторы: админ | 1 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Башҡортостан

    Нисек йәшәйһең, Миәкә, Шишмә?
    28 февралдә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре менән Миәкә һәм Шишмә райондарында булды.
    Республика етәксеһе уларҙың иҡтисади һәм социаль үҫеше менән, ауыл хужалығы, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм торлаҡ төҙөлөшө буйынса өҫтөнлөклө милли проекттар сараларын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты.

    авторы: админ | 1 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәшәргә ҡамасаулайһың!» Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    ЭҪЕ йәй көнөндә төшкө ашҡа ашығып ҡайтып барам. Ярты юлды үткәс, вокзал яғынан таныш апай килеп сыҡты – уның бер ҡыҙы күрше ятаҡта йәшәй.
    – Үткән аҙнала ҡайтмағас, бына йөкмәнеп килеп ултырам, – тип көлдө ул. – Йә ашарына аҙығы юҡтыр, йә ҡайтырға аҡсаһы етмәгәндер...
    – Апай, ҡыҙығыҙ ҙур бит инде, үҙ йүнен үҙе күрерҙәй, ул ҡәҙәре ауыр сумкаларҙы һөйрәп йөрөмәһәгеҙ ҙә була, – нисек оло кешегә ярҙам итешмәйһең – бер муҡсаһын...

    авторы: админ | 1 марта 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Йәштәр мәғарифҡа битараф түгел Мәғәриф

    Ошо көндәрҙә Өфөлә уҙған «түңәрәк өҫтәл»дә «Һинең өлөшөң – Рәсәй киләсәгенә!» республика йәштәр акцияһына йомғаҡ яһалды. «Рәсәй – алға!» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә үткән был сарала Башҡортостан Республикаһы йәштәренең «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә Мөрәжәғәтенең проекты ҡабул ителде. Тулыһынса эшләнеп бөткәс, был Мөрәжәғәт РФ Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Дмитрий Медведевҡа тапшырыласаҡ.
    «Түңәрәк өҫтәл» эшендә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай вәкилдәре, Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары, БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты белгестәре, республиканың урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары уҡыусылары ҡатнашты.

    авторы: админ | 1 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бурыстар билдәле, үтәргә генә ҡала Сәйәсәт

    Кисә Республика йортонда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы йәштәр сәйәсәте буйынса ведомство-ара комиссияның ултырышы үтте. Унда комиссияның быйылғы йылға эш планы ҡаралды.
    Йыл дауамында үткәрергә планлаштырылған саралар рәтенә үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләүҙе ойоштороу, республикала йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү буйынса саралар күреү, ғаиләгә, балаға һәм йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә ярҙам итеү йәһәтенән республика һәм муниципаль программаларҙы тормошҡа ашырыу, үҫмерҙәр һәм йәштәр араһында сәләмәт тормошто пропагандалаусы ирекле йәштәр хәрәкәтен үҫтереү кеүек әһәмиәтле эштәр индерелде.

    авторы: админ | 1 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Барыһына ла ҡыҙыҡ булмаҡсы Башҡортостан

    Өфөлә «Агрокомплекс – 2008» күргәҙмәһе асыла. 4 – 7 мартта буласаҡ халыҡ-ара махсуслашҡан күргәҙмә ун һигеҙенсе тапҡыр ойошторола. Өфөнөң Спортсылар һарайында үтәсәк сараға әҙерлек барышы, форумдың үҙенсәлектәре менән республиканың Ауыл хужалығы министрлығының аҙыҡ-түлек баҙары һәм тармаҡ союздары менән бәйләнеште үҫтереү бүлеге начальнигы Фларис Шәйхетдинов, «Башҡортостан күргәҙмә компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Альбина Килдеғолова һәм «Башҡортостан» «күргәҙмә комплексы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Олег Рыцев таныштырҙы.

    авторы: админ | 1 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru