Китәр ҡыҙҙың киткәне яҡшы, бөтәр эштең бөткәне яҡшы.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • “Аманат”тың өлкәндәргә аманаты
  • Донъя яңылыҡтары
  • МӘРХҮМДЕ ЙЫУЫУ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
  • «Йәшлек»кә иң тәүҙә яҙылам
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тәүге йомғаҡтар Яңылыҡтар

    Тәүге йомғаҡтарға ҡарағанда, 70-тән ашыу процент тауыш йыйып, дәғүәселәр араһында иң алда вице-премьер Дмитрий Медведев килә (Ингушетия, Дағстан һәм Мордовияла ул 92 процент тауыш йыйған). КПРФ лидеры Геннадий Зюгановтың кандидатураһын һайлауға килеүселәрҙең 17,9 проценты хуплаған. ЛДПР лидеры Владимир Жириновский икеләтә әҙерәк тауышҡа эйә булған – 9,5 процент. Демократик партия башлығы Андрей Богданов 1 проценттан саҡ ҡына артыҡ тауыш йыя алған.

    авторы: админ | 4 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Беҙҙе ныҡышмалы эш көтә» Яңылыҡтар

    – Иң элек, Башҡортостан Республикаһы һайлаусыларына 2 мартта күрһәткән юғары әүҙемлеге өсөн рәхмәт әйткем килә. Һайлаусыларҙың 90 проценттан күберәге ҡатнашыуы – беҙҙең халыҡтың яуаплы тормош позицияһы дәлиле. Был ватандаштарыбыҙҙың дәүләт власы һәм идараһы органдарына ҡарата ышанысын да раҫлай, – тип белдерҙе Башҡортостан Президенты, РФ Президенты һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары һайлауҙары йомғаҡтарына комментарий биреп.

    авторы: админ | 4 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Башҡортостан

    БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, былтыр «Башҡортостан йылға пароходсылығы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте 2,9 млн тонна йөк ташыған, тауар әйләнеше 392 млн тонна-саҡрым тәшкил иткән.
    Йылға транспорты хеҙмәтенә бөтәһе 176 мең пассажир мөрәжәғәт иткән.
    Дөйөм алғанда, «Башҡортостан йылға пароходсылығы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте тарафынан башҡарылған хеҙмәттәр күләме, 2006 йыл менән сағыштырғанда, 38 процентҡа артҡан һәм, аҡсалата алғанда, 703 млн һум тәшкил иткән.

    авторы: админ | 4 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үтте был матур көн Әҙәбиәт

    26 февралдә Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Назар Нәжмиҙең тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан хәтер кисәһе үтте.
    Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Рауил Бикбаев Назар Нәжмиҙең һәр шиғырында оҫталыҡ, талант тамғаһы барлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

    авторы: админ | 4 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иғтибарһыҙлыҡ бәләгә килтерә Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Уҙған аҙнала баш ҡалабыҙ Өфөлә 18 янғын сығыу осрағы теркәлгән. Унда биш кеше янып үлгән, бишеһе төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған.
    18 февралдә киске сәғәт ундар тирәһендә Тау (Горная) урамында урынлашҡан йорттарҙың береһендә сыҡҡан янғынға ҡаршы 19 янғын һүндереүсе көрәшә, барлығы алты янғын һүндереү машинаһы йәлеп ителә. Ағас йорттоң күп өлөшөнә зыян килә...

    авторы: админ | 4 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тапшырылмаған хаттар Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Бер коллегам, ҡәрҙәше яман шеш ауырыуынан вафат булып ҡалғас, мәрхүмәнең өсөн-етеһен уҡытырға ярҙамға саҡырҙы. Кешеләр таралышҡас, һауыт-һабаны йыуҙыҡ та, әбейҙең әйберҙәрен тәртипкә килтерә башланыҡ. Коллегам шифоньерҙы асты:
    – Был йөн кофталарын, шәлдәрен күрше әбей-һәбейгә таратырбыҙ... Һин комодты аҡтарып, кәрәкмәгән нәмәләрҙе пакетҡа тултыр – ҡайтышлай сүплеккә ырғытып китербеҙ.
    – Әле генә мәңгелеккә киткән кешенең әйберендә соҡоноу әллә нисек ҡыйын...
    – Һин беләһең дә инде, минең бында йөҙ килеп-китеп йөрөргә ваҡытым юҡ, – тип ул һүҙемде бүлде. – Йыйыштырырбыҙ ҙа, мин иртәгә үк иғлан бирермен – фатир буш тормаһын, ваҡытлыса йәшәргә урын эҙләгән кешеләр күп.

    авторы: админ | 4 марта 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Газ шаярмай! Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Һуңғы ваҡытта Рәсәйҙә янғын, шартлау кеүек күренештәр йышайҙы. Бының сәбәбе – тәбиғи газ менән һаҡһыҙ эш итеү. Күптән түгел, мәҫәлән, Өфөнөң Октябрь районында урынлашҡан туғыҙ ҡатлы торлаҡ йортта газ сығыуҙан шартлау яңғырай. Бәхеткә күрә, ҡорбандар юҡ. Әгәр йорт хужалары саҡ ҡына иғтибарлыраҡ булһа, был бәхетһеҙлеккә тарымаҫ ине. Газ ҡорамалдары ҡулланыу менән бәйле янғындан һаҡланыу ҡағиҙәләрен үтәүҙе контролдә тотоу йәһәтенән инспекторҙар газ хеҙмәте менән берлектә төрлө саралар уҙғара.

    авторы: админ | 4 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар

    Һөйөнсө, ҡайһы бер түләүҙәр арта
    РФ Президенты пенсиялар, пособиелар, шулай уҡ бала табыу буйынса пособиеларҙың индексацияһына үҙгәрештәр индергән Законға ҡул ҡуйған.
    Уға ярашлы, ҡайһы бер социаль түләүҙәр арта, социаль хеҙмәтләндереү тупланмаһы арттырыла. Әйтәйек, Чернобыль АЭС-ы фажиғәһендә зыян күргәндәргә, ветеран, инвалид, шул иҫәптән инвалид балалар категорияларына, Советтар Союзы Геройҙары, Рәсәй Геройҙары, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, Дан һәм Хеҙмәт даны ордендарының тулы кавалерҙарына түләнгән аҡсаның...

    авторы: админ | 4 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru