Изге эштә ашығыу хәйерле.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Гөлләмәнең сағыу биҙәге
  • Эсергәме-эсмәҫкәме – үәт мәсьәлә!
  • Ниңә шулай?
  • «Шыршы ҡупшы кейенгән...»
  • Янылыктар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ай-һай, көслөләр! Яңылыҡтар » Спорт

    Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе бар. Был төбәктең спорт һөйөүсе малай һәм ҡыҙҙарының яратҡан урыны ул. Ни тиһәң дә, спорт мәктәбендә бөтә күнекмәләр ҙә файҙалы ғына түгел, ҡыҙыҡлы ла итеп ойошторолған.
    Мәктәптә ауыр атлетика менән шөғөлләнеүселәр араһында малайҙар ғына түгел, ҡыҙҙар ҙа бар. Ләкин улар бик аҙ. Гүзәл заттар көс йыйыуға ҡарағанда нәфисерәк шөғөлдәрҙе үҙ итә, әлбиттә. Ә бына егеттәр шәп мәктәптә! Беҙ барып ингәндә лә күнекмәләр тулы ҡеүәтендә бара ине – бәләкәй генә малайҙар ауырлыҡ буйынса үҙҙәренән бер...

    авторы: админ | 6 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Башҡортостан

    БР Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов етәкселегендәге республика делегацияһының Швейцарияға эш сәфәре дауам итә.
    Делегация вәкилдәре Президент Рита Фуррер һәм Хөкүмәт ағзалары, Рәсәй Федерацияһының Швейцариялағы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Братчик менән осрашты, «Цюрих – Башҡортостан» семинарында ҡатнашты. Швейцария компанияларын республиканың иҡтисади ҡеүәте һәм уның мөмкинлектәре менән БР иҡтисади үҫеш министры Евгений Евтушенко таныштырҙы.
    Делегация ағзалары бер нисә Швейцария компанияһының эшмәкәрлеге менән дә танышасаҡ.

    авторы: админ | 6 марта 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Кимәле лә юғары, ҡатнашыусылары ла шәп Башҡортостан

    Баш ҡаланың Спорт һарайында «Агрокомплекс – 2008» ХVIII халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе асылды. Сарала Башҡортостан, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән килгән 200-ҙән ашыу компания ҡатнаша.
    Күргәҙмәне асыу тантанаһында БР Президенты Мортаза Рәхимов, БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов, РФ һәм БР Ауыл хужалығы министрлыҡтары һәм Рәсәй Һөтсөлөк предприятиелары союзы вәкилдәре ҡатнашты. Республика етәксеһе, сараның мөһимлеген билдәләп, форумдың ойошторолоу кимәлен юғары баһаланы.

    авторы: админ | 6 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәш ғалимдар, әҙәбиәтселәр ҡоро Башҡортостан

    Рәми Ғарипов исемендәге Республика башҡорт гимназия-интернатында «Ғарипов уҡыуҙары» үтте. Унда 100-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Уҡыусыларҙың икенсе тапҡыр ойошторолған ҙур ғилми форумы халҡыбыҙҙың бөйөк шағир-яҙыусылары Мифтахетдин Аҡмулла, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева ижадына арналды.

    авторы: админ | 6 марта 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Депутаттар эш башланы Башҡортостан

    Өфө ҡалаһы ҡала округы икенсе саҡырылыш советының беренсе ултырышы үтте.
    Өфө ҡалаһы ҡала округы советы рәйесе итеп бер тауыштан йәнә Ирек Ниғмәтуллин, ә уның урынбаҫарҙары итеп Ольга Одинокова менән Салауат Ҡыуатов һайланды. Яңы һайланған депутаттар, ойоштороу мәсьәләләренән тыш, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһына конкурс ваҡытын иғлан итте. Конкурс 27 мартта үтә.
    Әлеге ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев конкурсҡа йомғаҡ яһалғанға тиклем үҙ вәкәләттәрен үтәйәсәк. С. НИЯЗОВА.

    авторы: админ | 6 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бабич кемгә йылмайыр? Башҡортостан

    Республикабыҙҙың Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһының сираттағы лауреаттарын – үҙен төрлө өлкәләрҙә танытҡан иң талантлы йәштәрҙе билдәләр мәл яҡынлашып килә.
    Билдәле булыуынса, Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан йыл һайын тапшырылған премиялар
    – нәфис әҙәбиәт өлкәһендә (проза, шиғриәт, драматургия, публицистика, балалар әҙәбиәте, әҙәбиәт ғилеме һәм тәнҡит, нәфис тәржемә әҫәрҙәре өсөн);
    – һынлы сәнғәт өлкәһендә (рәсемдәр, скульптура, графика, декоратив сәнғәт әҫәрҙәре өсөн)...

    авторы: админ | 6 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар

    2 мартта үткән һайлауҙарға рәсми йомғаҡ 7 мартта яһаласаҡ.
    Протоколдарҙың 100 процентын тикшергәндән һуң, Дмитрий Медведевтың 70,28 процент тауыш йыйыуы асыҡланған. Яңы Президенттың инаугурацияһы май башында көтөлә.
    Әйткәндәй, 8 мартта вице-президент менән яҡынданыраҡ танышыу, Президент Владимир Путин менән киләсәккә пландар тураһында һөйләшеү маҡсатында Рәсәйгә Германия Федератив Республикаһының федераль канцлеры Ангела Меркель киләсәк.

    авторы: админ | 6 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йондоҙнамә Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Ылаҡ (22.12 – 20.01)
    Был арала һеҙҙе яңы һынауҙар, ҙур эштәр көтә. Уларҙы артыҡ бирешмәй генә хәл итерһегеҙ, моғайын. Үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ артыр, кеше араһында абруйығыҙ күтәрелер.

    авторы: админ | 6 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru