Булмаҫтай алтмышҡа етһә лә булмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Интернет аша ла конференция үткәрергә мөмкин
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Кредит хаҡы... – төрмә
  • ВАҠЫТТЫҢ ЯҢЫ САҠЫРЫУҘАРЫНА ЯУАП ИТЕП
  • Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Байрамығыҙ мөбәрәк булһын, ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар! Башҡортостан

    Һеҙҙе ысын күңелдән яҙҙың матур байрамы менән ҡайнар ҡотлайым. Бөтөн йәмғиәт менән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға тәрән ихтирам билдәһен күрһәтеү мөмкинлеге булараҡ, был байрам хаҡлы рәүештә бөтөн халыҡ байрамы булып китте.
    Һеҙ донъяға ғүмер бүләк итәһегеҙ, ғаилә усағын һаҡлайһығыҙ, һеҙ - матурлыҡ һәм мөхәббәт, изгелек һәм нәзәкәтлек, яуаплылыҡ һәм аҡыл сығанағы. Һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф, фән һәм мәҙәниәт, сауҙа һәм сервис индустрияһы өлкәһендә һеҙҙең ролегеҙ бик ҙур.

    авторы: админ | 8 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Байрамығыҙ менән! Башҡортостан

    Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!
    Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» башҡарма комитеты һеҙҙе яҙ байрамы – 8 Март менән ҡайнар ҡотлай. Һеҙ булғанға донъябыҙ бөтөн, йәшәүебеҙ йәмле, тормошобоҙ күркәм, эштәребеҙ ырамлы, балаларыбыҙ бәхетле! Гел дә шулай матур, уңған, хәстәрлекле Әсә, гүзәл ҡатын-ҡыҙ, әүҙем йәмәғәтсе булып ҡалығыҙ. Һеҙгә һаулыҡ, ғаилә бәхете, мөхәббәтле таңдар, илебеҙ именлеге хаҡына хеҙмәт уңыштары теләйбеҙ.
    Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» башҡарма комитеты рәйесе Р. АҘНАБАЕВ.

    авторы: админ | 8 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәшһүр ҡурайсыны ололап Башҡортостан

    Апрель - май айҙарында Өфөлә ҡала ҡурайсыларының ҡурайсы-педагог Әҙеһәм Исҡужин исемендәге асыҡ конкурсы үтәсәк
    Конкурс Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле ҡурайсы, башҡорт халҡының мәҙәни һәм рухи мираҫын һаҡлауға һәм үҫтереүгә тос өлөш индергән, бер нисә быуындың талантлы йәштәрен тәрбиәләгән педагог Әҙеһәм Динислам улы Исҡужиндың исемен мәңгеләштереү маҡсатында ойошторола.

    авторы: админ | 8 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йомғаҡтар ҡәнәғәтләнерлек Башҡортостан

    Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтте. Унда тармаҡтың былтырғы эш йомғаҡтары тикшерелде һәм 2008 йылға бурыстар билдәләнде. Ултырышта республиканың төрлө министрлыҡ һәм ведомстволары вәкилдәре, киң мәғлүмәт саралары, редакция-нәшриәт комплекстары етәкселәре, журналистар ҡатнашты.

    авторы: админ | 8 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бына улар - иң шәптәре Башҡортостан

    Өфө ҡалаһының Спорт һарайында ойошторолған «Агрокомплекс - 2008» Халыҡ-ара күргәҙмәһендә еңеүселәр билдәләнде.
    Конкурстың комиссияһы эш барышында «Йәшелсә культураларын эшкәртеүҙә үҙенсәлекле технологияны әҙерләгән өсөн» тип аталған махсус номинация булдырҙы. Унда баш ҡалабыҙҙың «Агропанель» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте беренсе урынды яуланы.

    авторы: админ | 8 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Башҡортостан

    «Өфө-Арена», «Аҡбуҙат» ипподромы, аэропорт бинаһы, Конгресс-холл - Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләте составына инеүенең 450 йыллыҡ юбилейы уңайынан файҙаланыуға тапшырылған был объекттарҙың барыһы ла баш ҡалабыҙҙың матур биҙәгенә әүерелде.
    Иң беренсе сиратта, улар - республиканың төҙөлөш комплексының хеҙмәт емеше. Кисә юбилей биналарын төҙөүселәрҙе Конгресс-холда тәбрикләнеләр. 67 кеше республика Президенты Мортаза Рәхимов ҡулынан дәүләт наградалары алды. Мортаза Ғөбәйҙулла улы, бүләкләнеүселәрҙе ҡотлап: «Бөгөн Башҡортостандың төҙөлөш комплексы төҙөлөш күләме буйынса ғына түгел, торлаҡ төҙөлөшө, яңы технологиялар индереү һәм заманса материалдар ҡулланыу буйынса Рәсәйҙә иң алдынғыларҙың береһе», - тине. Былтыр ғына республикала 34 белем биреү учреждениеһы төҙөлгән һәм реконструкцияланған, һуңғы биш йылда 8,147 млн квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән, 1363 урынлыҡ дауахана, 7333 урынлыҡ мәҙәниәт йорто файҙаланыуға тапшырылған.

    авторы: админ | 8 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар

    Рәсәй Оборона министрлығында бөгөн 82,09 мең ҡатын-ҡыҙ хеҙмәт итә.
    Шуларҙың 5,9 меңе - офицерҙар (50 полковник, 900 подполковник, 1,4 мең майор, 1,7 мең капитан, 1,1 мең өлкән лейтенант, 700 лейтенант, 42 кесе лейтенант). 26 мең ҡатын-ҡыҙ прапорщик һәм мичман дәрәжәһендә йөрөй, 50,19 меңе - һалдат, матрос, сержант һәм старшина.
    Хәрби ҡатын-ҡыҙҙар күбеһенсә медицина вазифаларында, элемтә ғәскәрҙәрендә, финанс бүлектәрендә, штаб һәм тыл бүлексәләрендә хеҙмәт итә.
    Былтыр 18 хәрби ҡатын-ҡыҙ дәүләт наградаларына лайыҡ булған, 301 гүзәл зат вәкиле ведомство миҙалдары менән бүләкләнгән.

    авторы: админ | 8 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәшлек - ул асыҡ сырай Башҡортостан

    БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары булып эшләгән осоронда эш буйынса йыш ҡына аралашырға тура килде. Гел уның киң мәғлүмәтле, яҡшы оратор булыуына һоҡландым. Ул ғына ла түгел, ҡупшы, килешле кейенеүе, бер һүҙ менән әйткәндә, һәр саҡ формала булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә торғайны. Ул теләһә ҡайһы райондың, хатта ауыл ерендәге участка дауаханаларының да медицина йыһаздары ниндәй составта булыуын үтә күрә, табиптарҙың һәр береһен тиерлек исемләп белә төҫлө тойола ине.

    авторы: админ | 8 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru