Көсөң барҙа эшлә, тешең барҙа тешлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • АУЫЛЫБЫҘҒА ИМАН КИЛТЕРҘЕ
  • Бәхетле инәй
  • Тәҡдир һәм яҙмыш
  • Йәштәр көнө менән!
  • Наркомандар ҡартаймай, улар йәшләй үлә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ Башҡортостан
    Уларҙың исеме Башҡортостандың тарихын биҙәй, уларҙы хөрмәт итәләр, һоҡланалар, өлгө итеп ҡуялар. Әлбиттә, бындай билдәләмәгә тап килгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ араһынан айырым-айырым шәхестәрҙе генә һайлап алыу бик ауыр – телгә алырлыҡ лайыҡлы ханымдарыбыҙ шул тиклем күп икән! Шулай ҙа ҡайһы бер исемдәрҙә туҡталырға йөрьәт итәбеҙ.
    Исемдәре ил тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған мәшһүр ҡатындар менән бер рәттән, бында бөгөнгө Башҡортостандың данын арттырған йәш быуын вәкилдәре лә бар. Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, улар бөгөн башҡасараҡ һөнәрҙәрҙе һайлай, ләкин шундай уҡ юғарылыҡтағы үрҙәр яулай.

    Дан-шөһрәте башҡорт ерендә генә түгел, бөтөн төрки донъяға таралған олуғ аҡыллы БӘНДӘБИКӘ – ХIV быуатта йәшәгән, башҡорт менән ҡаҙаҡтарҙы татыулаштырыуға булышлыҡ иткән данлыҡлы милләттәшебеҙ.
    Әүлиәнең хәҙерге Күгәрсен районының Мәҡсүт ауылы зыяратында урынлашҡан кәшәнәһен ваҡыт аямай – уҙған быуаттың 60-сы йылдарында бында емеректәр генә ҡала. Был осорҙа ул саҡтағы йәш археолог, бөгөн билдәле академик, профессор Нияз Мәжитов етәкселегендәге экспедиция ҡатын һөлдәһен таба. Тарихсылар, махсус фәнни ысул менән Бәндәбикәнең төҫ-ҡиәфәтен тергеҙеү маҡсатында, 1968 йылда был һөлдәне МДУ ҡарамағындағы антропология институтына, антрополог М. Акимоваға ебәрә. Ғалимә вафат булғандан һуң, был эш туҡтай. Шунан бирле ҡайтҡаны юҡ Бәндәбикәнең... Уникаль ҡомартҡы урынында әле мөһабәт музей комплексы ҡалҡҡан.

    Ғүмере буйы халҡына ижады менән хеҙмәт иткән батыр йөрәкле, ғәҙел, тура һүҙле әҙибәбеҙ Зәйнәб БИИШЕВА башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһынан беренсе булып шиғыр китаптары баҫтырып сығарған, драма әҫәрҙәре яҙған, Шәреҡ ҡатын-ҡыҙҙары араһында беренсе булып монументаль трилогия ижад иткән, иң беренсе булып «Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы» тигән исемгә лайыҡ булған. Күптән түгел республикала әҙибәнең 100 йыллыҡ юбилейына арналған ҙур тантаналар үтте.

    Һәҙиә ДӘҮЛӘТШИНА. Оло талант һәм бөйөк йән эйәһе – совет Шәреғе ҡатын-ҡыҙҙарының беренсе романисы.
    Аяныслы, ауыр, ҡатмарлы була уның әҙәбиәткә табан юлы. Уңыштар ҙа, юғалтыуҙар ҙа, хыянаттар, репрессия йылдары ла һыйған унда. Үкенескә күрә, әҙибә күпме йылдар күңелендә бәүелткән әҫәре, йөрәк емеше «Ырғыҙ» романы нәшер ителгән көндө күрә алмай – 1954 йылда донъя ҡуя. 1967 йылда ул был әҫәре өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.
    2006 йылдан алып Башҡортостанда ике йылға бер тапҡыр Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы тапшырыла.

    Һамар губернаһы Диңгеҙбай ауылы ҡыҙы Фатима МОСТАФИНА ябай уҡытыусынан республикалағы ҙур дәүләт һәм партия эшмәкәре кимәленә күтәрелә. Ун йылға яҡын ВЛКСМ-дың өлкә комитетының беренсе секретары булып, Башҡорт АССР-ы йәштәренә етәкселек итә. 16 йылдан ашыу мәғариф министры вазифаһында эшләй. Талапсан, егәрле етәксенең үткән быуаттың 60 – 70-се йылдарындағы мәктәп реформаларын үткәреүҙәге роле бик ҙур. Ул – философия фәндәре кандидаты, Ленин ордены, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены кавалеры.

    Ҡырмыҫҡалы районынан Банат БАТЫРОВА – Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары араһынан иң беренсе Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948 йыл).
    Үҙенә шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү эше йөкмәтелгәс, башта баҙап ҡалған ҡатын артабан агротехниканы етди өйрәнә башлай, тырышлығы, тамсылап тигәндәй йыйған тәжрибәһе ярҙамында иҫ китмәле һөҙөмтәләргә өлгәшә. 1948 йылда гектарынан 611,5 центнер уңыш ала һәм Ленин ордены менән бүләкләнә.

    Һәр ваҡыт сибәр, мөләйем булып ҡала белгән сағыу актриса, СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисткаһы, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлли МӨБӘРӘКОВА шулай уҡ театр педагогы, режиссер булараҡ билдәле. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы – Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы. Былтыр уға Салауат Юлаев ордены тапшырылды.


    РФ Хөкүмәте ағзаһы, иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министры Эльвира НӘБИУЛЛИНА Өфөлә ябай эшселәр ғаиләһендә тыуған (атаһы Сәхибзада Сәйезада улы – автобазала водитель, әсәһе Зөләйха Хәмәтнур ҡыҙы приборҙар эшләү заводында аппаратсы булып эшләгән).
    Отҡор, ныҡышмалы ҡыҙ 1981 йылда ҡаланың 31-се мәктәбен тик «бишле» билдәләренә генә тамамлай. МДУ-ла белем алған сағында уҡ иҡтисад буйынса етди фәнни хеҙмәттәр яҙа. Оҙаҡ йылдар Иҡтисади үҫеш министрлығында төрлө етәксе вазифаларҙа эшләгән, 2003 – 2005 йылдарҙа Стратегик тикшеренеүҙәр үҙәген етәкләгән. Бөгөнгө вазифаһын былтырғы көҙҙән алып башҡара.

    Нәфис гимнастика буйынса 2001 йылда команда зачетында – донъя, 2002 йылда команда зачетында Европа чемпионы исеменә, Рәсәйҙең алтын, көмөш миҙалдарына лайыҡ булыусы, 2001 йылда Берлинда үткән турнирҙа һәм 2002 йылда Корбей-Эссонда донъя кубоктарын яулаусы башҡорт ҡыҙы Ләйсән ҮТӘШЕВА Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында тыуған.
    Мәскәүгә күскәнгә тиклем Ләйсән ата-әсәһе менән Волгоградта йәшәй, ҙур спортҡа юлы тап шунан башлана. Мәскәүгә күскәс, ул билдәле тренер Ирина Винерҙа шөғөлләнә, ҙур уңыштарға өлгәшә. Һамарҙағы сығышы ваҡытында һәләтле ҡыҙ ике аяғын да һындыра, әммә яҡындарының ярҙамы, Раевкала йәшәүсе өләсәһе менән олатаһы доғалары менән аяҡҡа баҫа.
    Бөгөн профессиональ спорттан китһә лә, Ләйсән спортты ташламай – балаларҙы нәфис гимнастикаға өйрәтә. Киләсәктә, тотош Рәсәйҙән һәләтле балаларҙы йыйып, айырым мәктәп асыу тураһында хыяллана. Ҡайҙа ғына интервью бирһә лә, үҙен: «Мин – башҡорт ҡыҙы!» – тип таныта.

    Рәсәй эстрадаһы йырсыһы, үҙ йырҙарын үҙе ижад иткән Өфө ҡыҙы Земфира РАМАҘАНОВАНЫҢ атаһы – тарих уҡытыусыһы, әсәһе – табип. Музыка мәктәбен «ҡыҙыл диплом» менән тамамлаған ҡыҙ спортта ла ҡалышмаған – баскетболда ярайһы ҙур уңыштарға өлгәшкән, 1990 йылда Рәсәй ҡыҙҙар йыйылма командаһы капитаны булған. 1998 йылдың башында үҙ төркөмөн булдыра, ә 1999 йылдың майынан алып Рәсәйҙә уның йырҙары яңғырамаған радио ҡалмай.
    Инде бишенсе альбомын сығарған Земфираның ижады республикабыҙҙың Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы менән дә баһаланған.

    17 йәшлек топ-модель Эльвира ХИСАЕВА. Өфөлә тыуған башҡорт ҡыҙы 2005 йылда «Һылыуҡай» ижади студияһына килә, бер йыл уның төп составында эшләй. Студиялағы әхирәттәре һәм етәксеһе Линара Таһирова уны ипле, үҙ-үҙен ойоштора белгән, маҡсатына ирешеүсән ҡыҙ тип белә.
    2006 йылда Мәскәүҙең «Президент» модель агентлығы менән контракт төҙөп, Токиоға эшкә китә. Япондар беҙҙең моделде бик йылы ҡабул итә (әйткәндәй, Европалағы сығыштарында Эльвираны япон ҡыҙы тип уйлайҙар). Әле ул Парижда йәшәй һәм эшләй, тиҙҙән контракт буйынса Нью-Йоркка юлланасаҡ. Фотосессиялары йыш ҡына «Cosmo», «Glamоur», «Elle» журналдарында баҫыла.
    Ябай ғаиләлә үҫкән етди ҡыҙ был эшен ваҡытлыса тип һанай. Әле ул Өфө авиация техникумының һуңғы курсында белем ала, тыуған ҡалаһына йыш ҡайта алмаһа ла, имтихандарын тик «бишле»гә тапшыра. Ошо көндәрҙә Эльвира Хисаеваны Өфөлә көтәләр. Диплом алғандан һуң ул Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтына (МГИМО) инергә уйлай.
    Г. БАЙҒОТЛИНА әҙерләне.
    авторы: админ | 8 марта 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Чемпиондар бүлмәһе
  • Апрель - Алағарай
  • «Һоҡланғыс сит планета ҡыҙы»
  • Март. Буранай
  • Бабич кемгә йылмайыр?
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru