Алтын бөртөкләп йыйыла.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Берҙәмлектә – көс
  • ҮӘТ, ШЕШЛЕК!
  • Хеҙмәт – намыҫ эше
  • [b]Афарин, Иршат![/b]
  • «Өфөм – минең гүзәл баш ҡалам...»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Ҡыҙҙарым тип тырышам» Башҡортостан

    Нуриман районының Иҫке Күл ауылында йәшәүсе Илдар Ғилманов хаҡында, ҡыҙҙарының өлгөлө атаһы, ҡатынының өҙөлөп торған тормош иптәше, ҡәйнәһенең яратҡан кейәүе, тип әйтер инем. Ғаиләлә берҙән-бер ир-егетте яратмай ҡайҙа ти ул?! Ғаилә башлығы бит «ҡатын-ҡыҙҙар»ы тураһында ҙур хәстәрлек тә күрә, район үҙәгенә йөрөп эшләргә лә өлгөрә, шәхси хужалығын да әүҙем алып бара.

    авторы: админ | 11 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Салауат Юлаев» үҙ дәғүәсеһен көтә Яңылыҡтар » Спорт

    Хоккей буйынса Рәсәй беренселегенең 1/4 финалына сығыусы дүрт команда билдәле булды. «Салауат Юлаев» хоккейсылары, Хабаровскиҙағы өсөнсө уйында хужаларға ҡаршы көсөргәнешле алышта 3:2 иҫәбенә отолғас, дүртенсеһендә, үс алғандай, «Амур»ҙы 7:2 иҫәбенә ҡыйратты. Голдарҙы өфөләрҙән Кольцов (ике), Волков (өс), Антипов һәм Черновтар индерҙе. Хәҙер юлаевсылар, 1/4 финалда Мәскәүҙең «Динамо» командаһы йә ҡалған өс парҙың турнир таблицаһы буйынса иң аҫтағы еңеүсеһе менән осрашасаҡ.

    авторы: админ | 11 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Башҡортостан

    РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Александр Коновалов гүзәл заттарҙы Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы.
    «Беҙ барыбыҙ ҙа тәбиғәт һәм йәмғиәт тарафынан нескә ҡатын-ҡыҙ иңенә ниндәй яуаплылыҡ һалынғанын яҡшы аңлайбыҙ. Ҡатын-ҡыҙ хәстәре өйгә йылылыҡ һәм йәм бирә, ҡатын-ҡыҙ изгелеге балаларҙы ғәҙелһеҙлектән һәм бәғерһеҙлектән ҡурсалай, ҡатын-ҡыҙ аҡылы ғаиләлә һәм эштә конфликттарҙан һаҡлай, ҡатын-ҡыҙҙың гармонияға ынтылышы донъяла тәртип һәм именлек урынлаштырырға ярҙам итә. Беҙ һеҙҙең профессиональ уңыштарығыҙ менән ғорурланабыҙ, хеҙмәтегеҙҙе һәм ярҙамығыҙҙы баһалайбыҙ», - тиелә унда.

    авторы: админ | 11 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Ҡатын-ҡыҙ булыу – үтә лә яуаплы миссия!» Башҡортостан

    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов баш ҡаланың Нефтселәр мәҙәниәт һарайында яҙҙың иң күркәм байрамы – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан үткәрелгән байрам тантанаһында гүзәл заттарҙы тәбрикләне.
    Байрам сараһында республиканың арҙаҡлы һәм мәшһүр ҡатындары – һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәрҙәре, предприятие...

    авторы: админ | 11 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өфөлә ике ҡатлы гараждар емерелде Башҡортостан

    Үткән байрам иртәһендә баш ҡаланың Софья Перовская урамында ике ҡатлы ер аҫты гараждары емерелеп төшкән.
    Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ишелеп төшкән гараждар майҙаны 1250 квадрат метр тәшкил иткән. Гараждар «Интегралжилфондсервис» ойошмаһына ҡарай.

    авторы: админ | 11 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мөхәббәт һәм алтын урталыҡ Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Көндөҙ телефон шылтыраны. Инде күп йылдар буйы аралашҡан уҡытыусы Нина Александровна икән.
    - Миңә килеп сығырға ваҡытың бармы? Бәлки, бөгөн үк инерһең? - тауышы күңелһеҙ генә яңғырағас, өлкән кешенең һүҙен йыҡманым, мотлаҡ киләм, тип ышандырҙым. Киске сәғәт алтыла беҙ уның аш бүлмәһендә тәмләп сәй эсеп ултыра инек инде...
    Бер кем дә был төҙ һынлы ҡатынға ҡарап, алтмыш алты йәште бирмәҫ.

    авторы: админ | 11 марта 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Ҡарасҡы яндырылды, ә ҡыш оҙатылды Башҡортостан

    Ҡыштың тамамланыуы һәм яҙ миҙгеленең үҙ көсөнә инеүе айҡанлы ошо көндәрҙә Өфө районының «Ҡыҙыл Яр» рус тарихи-мәҙәни үҙәге «Широкая Масленица» V республика байрамын ойошторҙо.
    Рус милли байрамында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, Башҡортостан Рустары соборы башҡарма комитеты рәйесе, БР физик культура, спорт һәм туризм буйынса министры Владимир Самородов ҡатнашты.

    авторы: админ | 11 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар

    Көнбайыш илдәре Ангела Меркель аша тәүге тапҡыр Рәсәйҙең яңы Президентын «күрҙе».
    Германия канцлеры Дмитрий Медведев менән һайлауҙан һуң күрешкән беренсе сит ил лидеры булды. Германия яңы сәйәси тандем - Медведев менән Путин етәкселегендә Рәсәйҙең ниндәй тышҡы сәйәси курс үткәрәсәген белергә ашыға. Һис шикһеҙ, уның ошо көндәрҙә яһаған визиты тәьҫораттары Европаның башҡа лидерҙары өсөн дә бик әһәмиәтле.

    авторы: админ | 11 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru