Иренсәктең ирене кибер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә...
  • Хәләл ризыҡ тураһында
  • Ураҙа ғәйете ҡотло булһын!
  • [b]Үҙ эшен яратып башҡара[/b]
  • Ураҙа ғәйетендә өс көн ял итәбеҙ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Байыҡ Айҙар сәсән тыуған ерҙә Башҡортостан
    Мәшһүр һүҙ оҫтаһы һәм аҡыл эйәһе Байыҡ сәсән тураһында яҙмаҡсы булып ҡулыма ҡәләм алғас, оло ғалимыбыҙ Әхмәт Сөләймәновтың уны «ил аҡылын туплаған сәсән» тигәне («Мәңге бөтмәҫ был тарихи бергәлек», «Башҡортостан», 27 ноябрь, 2007 йыл) иҫкә төшә. Был мәҡәләнең бер нисә юлын килтереп үтеү урынлы булыр.
    «...Байыҡ Айҙарҙың, ысынлап та, ил аҡылын кәүҙәләндереүе ҡобайырҙа ярайһы ғына аныҡ асыла. Уның был һәләте тәбиғәт биргән зирәклеге, сәсәнлек таланты менән генә түгел, тәржемәи хәленең бай булыуы менән дә аңлатыла. Ул Салауаттың атаһы Юлай менән батшалыҡҡа ҡаршы яуҙа ҡатнаша, эҙәрлекләүҙәрҙән йәшенеп, башынан ҡасҡын тормошон кисерә, аҙаҡ Салауат яуына килеп ҡушыла. Язаға тарттырылыуҙан ҡасып, ҡаҙаҡ иленә юлыға, ҡаҙаҡ аҡындары менән әйтештәрҙә ҡатнашып, сит илдә лә аҡты – аҡ, ҡараны ҡара тип таныусы, теш артына тел йәшерә белмәгән сәсән булып ҡала».

    Былтыр халыҡ сәсәненең тыуған ерендә, Салауат районының Мәхмүт ауылында мөһим тантана уҙҙы. XVIII быуат башында (1710 йылда) тыуған бөйөк шәхестең иҫтәлегенә ауылдаштары, уға ҙур хөрмәт күрһәтеп, стела (Байыҡ Айҙар сәсәндең исем-шәрифе, йәшәгән йылдары яҙылған таш һәйкәл) асты.
    Сараның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Беренсенән, оло шәхестең тыуыуына 300 йыл тулыу юбилейына арналған сараларҙың башы – тәүгеһе булды. Икенсенән, ауылдаштары үҙенең күренекле, бөйөк әҙибенә күрһәткән хөрмәте менән уның рухын шатландырһа, өсөнсөнән, йәш быуынға ҙур тәрбиәүи сара булыуы менән ҡиммәтле. Ғөмүмән, ҙур булмаған ошо Мәхмүт ауылы – Мырҙалар ырыуынан Бөйөк Ватан һуғышында Дан орденының тулы кавалеры Фәррух Харисов, Башҡорт атлы дивизияһының комиссары Әхмәт Абдуллин кеүек билдәле кешеләрҙе биргән төбәк ул. Бөгөн дә ауылда һәләтле эшҡыуарҙар, уҡымышлы кешеләр аҙ түгел. Әйтәйек, Байыҡ Айҙар сәсәндең тәржемәи хәлен, уның шәжәрәһен, ижадын ихлас өйрәнеүсе, пропагандалаусы тарихсы һәм край белгесе Искәндәр Абрар улы Миһранов та ошо ауылдан. Бөгөн Арҡауыл ауылында йәшәһә лә, Искәндәр ҡорҙаш үҙенең тыуған ауылы хәстәрҙәре менән яна. Бына ошо Байыҡ сәсәнгә бағышланған стеланы әҙерләү, уны асыу сараһын ойоштороуға ла күп көс һалды. Тантанала бик мәғәнәле, мәғлүмәткә бай сығыш яһаны. Стела асыуға йыйылған ауылдаштарын сәсәндең тормош юлы, ижад үҙенсәлеге менән таныштырҙы, мәшһүр «Урал» йырын үҙе башҡарып ишеттерҙе, стеланы асҡанда аҙан әйтеп, Байыҡ сәсән рухына доға бағышланы. Был стеланы әҙерләүҙә матди һәм рухи ярҙам күрһәтеүсе иптәштәре Ғәтиәт Садиҡов (Арҡауылдан), Венер Ғәлин (Мәскәүҙән), эшҡыуарҙар Динә Ҡуйбәкова, Рәфҡәт Харисов, Ришат Шиһаповтарға ауылдаштарының рәхмәтен еткерҙе.
    Байыҡ Айҙар сәсәндең тыуған ауылы, әйткәнебеҙсә, ҙур түгел. Унда ниндәйҙер эш урындары, предприятие ла юҡ. Клубы ла бәләкәй генә, әммә халҡы битараф түгел. Әлеге тантанаға халыҡ сәғәт 12-гә клуб бинаһына ваҡытында йыйылды. Клуб таҙа, йылы булыуы менән күңелле ине. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмиз Мәғәфүр улы Урманшин, сараның мөһимлеген баһалап, ойоштороусыларға, сәсәндең ауылдаштарына хакимиәттең рәхмәтен еткерҙе. Йәнә шуныһы ҡыуаныслы: Арҡауыл урта мәктәбе уҡыусыларының художество коллективы (мәктәп директоры Наилә Бабаджанова, художество етәксеһе Майсәрә Вәлиева) ҙур концерт алып килгәйне. Улар сәхнәләштергән Байыҡ сәсәнде (башҡарыусыһы 9-сы «б» синыфы уҡыусыһы Рөстәм Ғилманов), эпик герой Урал батырҙы (8-се б» синыфынан Азамат Байрамов), Салауат батырҙы (11-се «а» синыфынан Әлмир Әбделғәлимов) һынландырыусы тамаша бер кемде лә тулҡынландырмай ҡалманы. Шулай уҡ сәхнәлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың шиғырҙарын автор исеменән уҡыусы 7-се «б» синыфынан Рәмил Шәмсетдинов бөтә тамашасыны оҫталығы менән һоҡландырҙы. Ғөмүмән, мәктәп уҡыусылары әҙерләгән барлыҡ номерҙар ҙа бик йылы ҡабул ителде, балаларҙың ихласлығы беҙҙең күңелдәргә күсте. Вадим Абдуллин (8-се «а»), Айгөл Харисова (7-се «б»), Айнур Хәйрисламов, Рәмил Ибәтуллин, Фәнис Хәйретдиновтарҙың сығыштары ла бик йәнле, мауыҡтырғыс ине.
    Шулай уҡ район үҙәгенән килгән «Юлдаш» төркөмөнөң сығышы, һәүәҫкәр башҡарыусы Фәрүәз Мөхәмәтшиндың моңло халыҡ йырҙары һәр кемдең күңеленә хуш килде. Байыҡ Айҙар сәсәнгә бағышланған тамашаның ҙур оҫталыҡ, күңел йылыһы менән әҙерләнгәнлеге һөйөндөрҙө. Күрәһегеҙ, халҡы өсөн йәшәгән шәхестәр иҫтәлеге онотолмай.
    Башҡорт дәүләт университеты профессоры Ғиниәт Ҡунафин үҙенең «Олуғ әҙиптәребеҙҙең изге васыяты» (»Башҡортостан», 30 октябрь, 2007 йыл) тигән мәҡәләһендә, аҡыл эйәһе Байыҡ сәсәндең халҡыбыҙ тарихындағы әһәмиәткә эйә булған тағы бер миссияһына туҡталып, былай тине:
    «Байыҡ Айҙар ҡобайыр-импровизациялары араһында бөгөн «Байыҡ сәсәндең ҡайтанан килеп сыҡҡаны, халыҡҡа туғанлыҡты аңлатҡаны» тигән шартлы исем менән аталған әҫәре айырым урын алып тора. Ул ХIХ быуаттың тәүге яртыһындағы башҡорт һүҙ сәнғәтендә башҡорт-урыҫ дуҫлығын, был дуҫлыҡтың тарихи ерлеген иң сағыу яҡтыртҡан, уртаҡ ватан азатлығы проблемаһын үҙәккә ҡуйған ижад емештәренең береһе. Унда йөҙ йәшкә еткән сәсән 1812 йылғы Ватан һуғышы көндәрендә тыуған халҡын урыҫтар менән бергә уртаҡ ватанды яҡлау өсөн француз илбаҫарҙарына ҡаршы яуға күтәрелергә саҡыра. «Халыҡҡа шул тиклем йәбер-золом күрһәткән батшаға ярҙам итеп тороу кәрәкме икән?» – тип икеләнеп ҡалған кешеләрҙең иҫтәренә ул ата-бабаларҙың бынан өс быуат элек урыҫ халҡына биргән ант-вәғәҙәһен төшөрә; уларға ғәзиз дөйөм ватан Рәсәй менән батша араһында бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡ булмауын, бер әсәнән тыуғандарҙың ғына түгел, бер үк шишмәнең һыуын эсеп, бер үк ерҙә ғүмер һөргәндәрҙең дә туған, ә илгә ҡылыс менән килгәндәрҙең дошман булыуын аңлатып бирә.
    Шуның менән мәшһүр сәсән быуаттар төпкөлөнән юл алған башҡорт-рус дуҫлығы традицияларын үҫтереүгә, уларҙың мәғәнәүи-тарихи юлын тыуған халҡы, рус һәм Рәсәйҙә йәшәүсе башҡа халыҡтар араһында пропагандалауға тос өлөш индерә».
    Бөгөнгө тикшеренеүселәр хеҙмәтендә исеме әленән-әле телгә алынған бөйөк шәхестең юбилейына әҙерлекте ауылдаштары башланы. Хәйер, яҡташтары әле 2006 йылда уҡ «Байыҡ сәсән йәмғиәте»н ойоштороп, булаһы юбилейға әҙерлекте йәнләндереп ебәргәйне инде. Юбилейға әҙерлектең бөгөн Хөкүмәт тарафынан рәсми төҫ алыуы айырыуса шатлыҡлы. Тимәк, халҡыбыҙҙың оло шәхестәренә, уның рухи зауығына иғтибар арта тигән һүҙ бит был.

    Байыҡ сәсәндең йырҙары – халҡы күңелендә
    Былтыр декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте башҡорт халҡының бөйөк сәсәне Айҙар Байыҡтың исемен мәңгеләштереү һәм ижади мираҫын пропагандалауға бәйле саралар үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте. Унда 2009 йылда Салауат районы менән берлектә «Байыҡ йыйыны» фольклор байрамын, БР Фәндәр академияһында ғилми-ғәмәли конференция үткәрергә, Салауат районы мәктәптәренең береһенә халыҡ сәсәненең исемен бирергә, республиканың муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәренә БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт, Мәғариф министрлыҡтары, БР Яҙыусылар союзы менән берлектә мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында Айҙар Байыҡ һәм башҡа сәсәндәр ижадына арнап конференциялар, тематик кисәләр һәм күргәҙмәләр ойошторорға тәҡдим ителә. БР Хөкүмәте ҡарамағындағы китап нәшриәте буйынса комиссияға Байыҡ сәсәндең тормошо, ижады, шәжәрәһе буйынса китап нәшер итеү мәсьәләһен ҡарау бурысы йөкмәтелгән. БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡҡа, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы» дәүләт унитар предприятиеһына сәсәндең тормош юлын һәм ижади мираҫын яҡтыртыуҙы тәьмин итергә ҡушылған.
    «Башинформ».

    Стеланы асыу тантанаһында (алғы планда Искәндәр Миһранов, Рәмиз Урманшин).
    Байыҡ Айҙар сәсәнгә ҡуйылған стелалағы яҙыу.

    Сәнә САБИРЙӘНОВА,
    «Салауаттар» республика яҡташтар йәмғиәтенең сәркәтибе.
    авторы: админ | 11 марта 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Байыҡтырыу фабрикаһы ятҡылыҡ эргәһенд& ...
  • Өс һөйләм менән
  • Таусылар яңы технология буйынса эшләй
  • «Байыҡ» йыл һайын ойоштороласаҡ
  • Тиҙҙән «Байыҡ» телевизион конкурсы еңеү ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru