Бейә эштә йөрөп тирләһә, ҡолон бушҡа йөрөп тирләй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хужабикәгә кәңәш
  • ҺАУЛЫҠ – ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ҠУЛДА
  • Бәхил бул, шағир һәм журналист!
  • Йәнлектәр донъяһы
  • Изгелектә ярышыр ай
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ташҡынға әҙербеҙ, тик… Яңылыҡтар

    Республикабыҙҙағы бөтә гидротехник ҡоролма ла яҙғы ташҡынға әҙер, шуға ла ташҡын һыуҙарының күләме тик һауа торошона бәйле. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә уҙған ташҡынға ҡаршы республика комиссияһының беренсе ултырышында һүҙ ошо хаҡта барҙы. Белгестәр фаразлауынса, төбәктә йылғаларҙың асылыуы 4 апрелдә көтөлә. Мартта был күренешкә һауа торошоноң һалҡынса булыуы ҡамасаулаясаҡ. Айҙың икенсе ун көнөндә төнөн 15 градусҡа тиклем һыуытһа, көндөҙ 2 градус һалҡындан өс градусҡа тиклем йылы буласаҡ. Айҙың һуңғы көндәрендә лә йылы көтөлмәй: һауа температураһы төндә 7 градустан 12 градусҡа тиклем һалҡынайтһа, көндөҙ 2 градус һалҡындан 3 градусҡа тиклем йылы буласаҡ. Метеорологтар яуым-төшөмһөҙ ҡояшлы көндәр вәғәҙә итә.

    авторы: админ | 13 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күмәк көс менән генә еңеп була Яңылыҡтар

    Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә контроллек итеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары һәм идаралыҡ ойошторолоуға биш йыл тулыу уңайынан Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов ҡотланы.
    Тәбрикләү хатында: «Киләсәктә лә һеҙ был социаль афәткә ҡаршы ышаныслы көрәшерһегеҙ, наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә һөҙөмтәле ҡаршылыҡ күрһәтерһегеҙ тип ышанам», - тиелә.

    авторы: админ | 13 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Башҡортостан

    Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте «Халыҡ китабы» серияһын сығара башланы.
    Тәүгеләрҙән булып Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» китабы нәшер ителде. Тиҙҙән ул һатыуға сығасаҡ. Хаҡы 50 һум. Киләһе йыл был серияла Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәре донъя күрәсәк.

    авторы: админ | 13 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кемдәр һайланды? Сәйәсәт

    Яңыраҡ үткән һайлауҙарҙа Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға кем-кемдәр депутат итеп һайланды икән? Яңы саҡырылыш депутаттарының исемдәрен белге килә.
    Б. СӘЙӘХОВ. Белорет районы.

    авторы: админ | 13 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар

    Төрлө илдәр иҡтисадына баһа биргән «Стэндарт энд Пурс» агентлығы Рәсәйҙең оҙайлы кредит рейтингылары буйынса фаразын «тотороҡло»нан «ыңғай»ға үҙгәрткән.
    Был баһа - рейтингты арттырған хәлдә Рәсәйҙе «А» төркөмөнә күсерергә әҙер булыу билдәһе. «А» төркөмөнә бөгөн Ҡытай, Греция, Көньяҡ Корея, Чехия, Израиль инә.
    Фаразды үҙгәртеү бюджет һәм тышҡы резервтарыбыҙҙың артабан да үҫеүен көтөүҙе аңлата. Һуңғы һандарға ҡарағанда, әле Рәсәйҙең халыҡ-ара резервтары ярты триллион самаһы доллар тәшкил итә.

    авторы: админ | 13 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡотҡарыусылар Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    «Кем кешене ҡотҡарған - шул Ватанды ҡотҡарған» - ошо һүҙҙәрҙе ниндәйҙер бер кинола ишетеп, хайран ҡалғайным. Ҡалай ҙа хаҡ һүҙҙәр! Донъяла һәр кем тиңһеҙ хазина, ә үҙенең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, башҡаларға ярҙамға ташланған, уларҙы үлем тырнағынан йолоп алғандар оло хөрмәткә лайыҡ. Ундай батырҙарҙы эҙләп, миҫал артынан алыҫ йөрөйһө түгел - бер ваҡыт әсәйем 1957 йылда булған хәлде һөйләгәйне.

    авторы: админ | 13 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Исеме - йырсы-уҡытыусы Мәҙәниәт

    Аэлита Хәйрулла ҡыҙы Чембарисова 1927 йылда Өфөлә тыуған, 9-сы синыфҡа тиклем 3-сө урта мәктәптә уҡыған. Иң беренсе тапҡыр ҙур сәхнәгә 1936 йылда туғыҙ йәшендә сыҡҡан. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үткән үҙешмәкәр артистарҙың гала-концертындағы сығышы була был. Ҡыҙыҡай уны сәхнәгә саҡырғанда пианистканың янында түгеллегенә һис иғтибар итеп тормай, концертмейстерһыҙ сығыш яһап, еңеү яулай һәм мандолина менән бүләкләнә. Ҡыҙҙың бәхетенә ҡаршы, концертта Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусылары Р. Фишер һәм Н. Караулова була һәм уға музыка менән етди шөғөлләнергә тәҡдим итә.

    авторы: админ | 13 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Умартасы, ҡурайсы, ағас оҫтаһы Башҡортостан

    Урман иңләүҙән ялҡа торған кеше түгел Мортаза ағай. Сөнки уның өсөн һәр ботаҡ, һәр ағас йә түмәр – тағы бер сувенир йәки көнкүреш кәрәк-ярағы өсөн бына тигән материал.
    Сувенир һәм «ысын» умарталар, ҡурайҙар һәм уларҙың һауыттары, тағы ла әллә күпме әйберҙәр ижад итеүсе ағас оҫтаһы Мортаза Солтанғолов – Федоровка районының Иҫке Сытырман ауылынан.
    Ҡурайсылары һәм умартасылары менән тирә-яҡта дан тотҡан ауылдарҙың береһе ул Иҫке Сытырман. Мортаза ағайҙың ҡарт олатаһы Хисаметдин бабай заманында оҫта умартасы, халыҡ табибы булған, умарталар, һауыт-һаба эшләгән, тиҙәр. Атаһы Мостафа олатай ҙа инде күптән...

    авторы: админ | 13 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru