Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә контроллек итеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары һәм идаралыҡ ойошторолоуға биш йыл тулыу уңайынан Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов ҡотланы.
Тәбрикләү хатында: «Киләсәктә лә һеҙ был социаль афәткә ҡаршы ышаныслы көрәшерһегеҙ, наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә һөҙөмтәле ҡаршылыҡ күрһәтерһегеҙ тип ышанам», - тиелә.
Архив документтары һәм тарихи тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, наркотиктарҙы медицинанан тыш ҡулланыу һәм уны законһыҙ әйләнешкә индереү мәсьәләһе Рәсәйҙә быуат буйына килә. Әммә 90-сы йылдарҙа, халыҡтың социаль-иҡтисади шарттары насарайғанда, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр ҙә юҡҡа сыҡты, өҫтәүенә, был ағыулы ыуҙы ҡулланыу даирәһе халыҡ-ара кимәлдә иң юғары нөктәгә еткәйне. Бөгөн наркоагрессия тағы ла киңерәк ҡолас йәйә бара: уның яңы төрөн - синтетик наркотиктарҙы ҡулланыу һәм таратыу киң таралған. Наркоманияға ҡаршы көрәшкә беҙҙә ҙур орган - Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә контроллек итеү буйынса федераль хеҙмәт булдырылған. 11 мартта, быйыл тәүге тапҡыр, Рәсәй Президентының Указы менән улар үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләне. Ошо уңайҙан Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә контроллек итеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Валерий Кокин «Башинформ» агентлығында журналистар менән осрашты. Уның белдереүенсә, һуңғы биш йыл эсендә идаралыҡ тарафынан республикала наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше өлкәһендә 7151 енәйәт ҡылынған. Шуларҙың 3095-е - үтә ауыр һәм 2397-һе - ауыр енәйәттәр. Был ағыулы матдәне индереү менән шөғөлләнгән 11 контрабанда каналына сик ҡуйылған һәм 229 наркопритон юҡ ителгән. Республиканың наркоконтроль органы булдырылғандан алып наркополиция хеҙмәткәрҙәре законһыҙ әйләнештән 825 кг наркотикты тартып алған, шул иҫәптән 112 кг героин, 288 кг мәк һабағы, 377 кг марихуана, 11 кг гашиш, 333 г кокаин. Дөйөм алғанда, «ҡара баҙар» хаҡтары буйынса 220 млн һумлыҡ 13 млн доза наркотик уны ҡулланыусылар ҡулына барып етә алмаған.
Наркотиктарға бәйле криминоген хәл илдә әле лә киҫкен ҡала. Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә контроллек итеү буйынса федераль хеҙмәт мәғлүмәттәре буйынса, илдә 5 млн 100 мең наркоман иҫәпләнә. Йыл һайын төрлө төрҙәге үлемесле ыуҙан 100 мең кеше вафат була.
Валерий Кокиндың белдереүенсә, Башҡортостан территорияһы - наркотиктар транзиты үткән төбәк. 2007 йылда Афғанстанда әфиүн мәгенең юғары уңыш биреүе наркополицияға тағы ла яңы мәшәҡәттәр өҫтәйәсәк, улар был матдәнең күп партияла киләсәген фаразлай.
Республикаға наркотиктар башлыса Афғанстандан, Тажикстандан, Ҡаҙағстандан индерелә. Республикалағы наркотиктар менән бәйле хәлде урындағы сиған диаспоралары ла киҫкенләштерә. Сиған кландары - был ағыулы ыуҙы алып килеүселәр һәм таратыусылар. Улар әүҙем рәүештә енәйәтсел эшмәкәрлеккә бәлиғ булмаған балаларын йәлеп итә. Ә 15 йәшкә тиклемгеләрҙе енәйәт яуаплылығына тарттырып булмай. «Сиғандар менән бәйле хәл еңел хәл итә торған мәсьәлә түгел. Былтыр беҙ 30 кешене ҡулға алдыҡ, тик суд наркотиктар таратыусыларҙы барыбер енәйәт яуаплылығынан азат итте. Сөнки был эшкә балалар йәлеп ителгән. Шуға ла, тәү сиратта, ошо балалар араһында профилактика эшен алып барырға, уларҙың мәктәпкә йөрөүен тәьмин итергә кәрәк», - тине.
Әммә енәйәтселәр үҙ язаһын алып тора. Ошо көндәрҙә Афғанстандан наркотик килтереп, Башҡортостан, Һамар һәм Силәбе өлкәләрендә уны һатыу менән шөғөлләнгән 40 кешенән торған енәйәтсел төркөмдөң эше тикшерелеп, судҡа ебәрелгән. Төркөмдә беҙҙең республика һәм Тажикстан кешеләре эшләгән. Улар күптәрҙе «энәгә ултыртыу» ғына түгел, үҙҙәренең енәйәтсел эшмәкәрлегенән ай һайын 5 млн һум килем алған!
Республикала рәсми рәүештә 5092 кешегә наркомания диагнозы ҡуйылған. Наркополиция хеҙмәткәрҙәренең әйтеүенсә, ысынбарлыҡта улар 2 - 3 тапҡырға күберәк.
Улар араһында 55 ссуз һәм вуз студенты, 2136 урта профессиональ белем биреү уҡыу йорттары уҡыусыһы, мәктәп балалары ла бар.
Журналистар менән әңгәмәһендә В. Кокин мәктәп уҡыусыларына, студенттарға наркотиктар ҡулланыуға тест үткәреүҙең мөһимлеге тураһында ла әйтте. Хәрби хеҙмәткә саҡырылғандарҙы тестлау һөҙөмтәләре «энәгә ултырыу» мәктәп эскәмйәһенән башланыуын күрһәткән. Хәрби-табип комиссияһы былтыр тикшергән 70 мең егеттең 141-енең наркотиктар ҡулланыуын, 7-һенең ВИЧ-инфекциялы булыуын асыҡлаған.
«Наркотиктарға ҡаршы тәрбиә йәштәрҙе наркомания афәтенән йолоп алып ҡалыуҙа төп сара булырға тейеш», - тине ул.
З. ХӘСӘНОВА.