Ҡулайымламайҡул яҙылмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Эш солтаны
  • Йондоҙнамә
  • Наркоманияға – юҡ!
  • Яуығыҙ ҡарҙар күберәк!
  • Хужабикәгә кәңәш
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Халыҡ ышанысын аҡлағыҙ Сәйәсәт

    Башҡортостан Республикаһы дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың тәүге ултырышы үтте
    Ултырышты, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы, парламенттың «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһынан берҙәм республика округы буйынса иң өлкән депутаты, БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Рауил Бикбаев асты. Ул депутаттарҙы республика дәүләт власының юғары закондар сығарыу органына һайланыу менән ҡотланы.
    – Парламентыбыҙҙың әлеге составына төрлө йәштәге төрлө һөнәр кешеләре инде. Әммә барыбыҙҙы ла һайлаусылар алдында юғары яуаплылыҡ берләштерә, – тине Рауил Төхвәт улы.

    авторы: админ | 15 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Тэфи-төбәк – 2007» – Өфөлә Яңылыҡтар » Конкурстар

    «Тэфи» премияһы 2002 йылға тиклем Рәсәйҙең үҙәк телеканалдарында эшләүселәргә генә тапшырылып килгән. Ә телевидение өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн «Тэфи-төбәк» премияһын тапшырыу сараһы әлегә тиклем Екатеринбург, Санкт-Петербург, Ырымбур, Һамар, Ҡаҙан ҡалаларында үтеп, быйыл 17 – 21 мартта Өфөлә үҙасаҡ. Быға тиклем Башҡортостандың телевидение хеҙмәткәрҙәренең дә был премияға лайыҡ булғаны бар. «Дело №» тапшырыуы, «Лучшие городские дворы», «Построим дом для Нины Николаевны» реалити-шоуы Бөтә Рәсәй телевизион премияның лауреаттары булһа, «Ҡоралай» фильм-әкиәте 2005 йылда «Тэфи-төбәк» конкурсында «Балалар өсөн программа» номинацияһында еңеүсе тип табылды.

    авторы: админ | 15 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар

    БР Президенты Мортаза Рәхимов торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм көнкүреш хеҙмәтләндереүе тармағы хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын профессиональ байрамдары менән ҡотланы.
    «Һеҙҙең көсөргәнешле хеҙмәтегеҙ предприятиеларҙың, дәүләт учреждениеларының һәм социаль тармаҡ ойошмаларының күп яҡлы һөҙөмтәле эшмәкәрлеген тәьмин итә.
    Торлаҡ-коммуналь хеҙмәтенең ышаныслылығы һәм сифатын күтәреү йәшәүҙе тәьмин итеү системаһының мөһим элементы, кешеләрҙең тормош сифатын күтәреүҙең төп факторы булып ҡала. Ошо маҡсатта торлаҡ-коммуналь хужалығының реформалау һәм модернизациялау буйынса республика программалары уңышлы тормошҡа ашырыла. Тармаҡҡа дәүләт һәм шәхси инвестициялар йәлеп итеү буйынса әүҙем саралар күрелә», - тиелә республика етәксеһенең ҡотлауында.

    авторы: админ | 15 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Салауат Юлаев» – көслө команда!» Яңылыҡтар » Спорт

    Баш ҡалала бер көнлөк эш сәфәре менән Халыҡ-ара хоккей федерацияһы президенты Рене Фазель булды.
    Билдәле шәхесте БР физик культура, спорт һәм туризм буйынса министры Владимир Самородов, «Салауат Юлаев» хоккей командаһы вәкилдәре һәм журналистар ҡаршы алды. Ҡыҫҡа ғына визитының төп маҡсаты тураһында Рене Фазель былай тине: «Әлбиттә, мине хоккей ҡыҙыҡһындыра! Бында үҙемдең дуҫтарым менән күрешергә...

    авторы: админ | 15 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Юғары педагогик белем биреү системаһын ниндәй үҙгәрештәр көтә? Мәғәриф

    Бөгөнгө уҡытыусыға заман яңынан-яңы талаптар ҡуя. Ул, үҙенең фәненән, уҡытыу методикаһынан тыш, информацион технологияларҙы яҡшы белергә, фән һәм техника, мәғлүмәт һәи информатика өлкәһендәге һәр яңылыҡты үҙләштереп барырға тейеш. Тимәк, уҡытыусылар әҙерләүсе уҡыу йорттарына ла талаптар арта. Улар заманға яраҡлаша алырлыҡ алдынғы ҡарашлы белгес әҙерләргә тейеш.
    Ошо көндәрҙә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үткән Бөтә Рәсәй кәңәшмә-семинары тап шул мәсьәләгә арналды. «Педагогия вузының уҡытыусылар әҙерләү...

    авторы: админ | 15 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ғәилә - рухи бишек Башҡортостан

    Ғаилә - кешенең рухи бишеге. Тап унда кеше тәүге тәрбиәне ала һәм үҙенең киләсәген әүәләй башлай. Көслө, татыу ғаиләләр - илгә көс, абруй өҫтәгән ныҡлы нигеҙҙәр. Статистика күрһәтеүенсә, һуңғы йылдарҙа никахлыларҙың яртыһынан күберәге айырылыша. Был хәүефле күренеш илдең киләсәгенә битараф булмағандарҙың барыһын да борсоуға һала - дәүләттең иң мөһим ячейкаһының тарҡалыуы ҡурҡыныс ауырыуға тиң. Ошо көндәрҙә Учалы ҡалаһында үткән «Ғаилә. Башҡортостан халыҡтарының ғаилә традициялары» тип аталған ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашыусыларҙың да тап ошо теманы күтәреп сығыуы бик ваҡытлы һәм урынлы булды.

    авторы: админ | 15 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар

    Варшава менән Прага артынса Американың ракеталарға ҡаршы оборона (ПРО) системаһының Анкарала ла ҡуйылыуы ихтимал.
    Америка Польша һәм Чехия территорияһында ПРО системаһын урынлаштырырға килешеп бөткән тиерлек – әле һуңғы һөйләшеүҙәр бара. Үҙ сиратында, АҠШ Польшаның Хәрби Көстәрен яңыртасаҡ, Чехия ҡуйған ҡаты экологик талаптарҙы үтәйәсәк. Ул ғына етмәй, баҡтиһәң, Төркиә менән дә февралдән башлап уҡ йәшерен һөйләшеүҙәр бара икән.

    авторы: админ | 15 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Париж башҡорттарҙы көтә! Яңылыҡтар

    Мәғлүм булыуынса, 26 – 28 мартта Парижда ЮНЕСКО-ның штаб-квартираһында Башҡортостан Республикаһының Халыҡ-ара презентацияһы үтәсәк. Был күләмле сараға әҙерлек сиктәрендә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында матбуғат конференцияһы ойошторолдо.
    Журналистар менән осрашыуҙа БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры урынбаҫары Вилорий Яҡупов, ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан комитетының башҡарыусы директоры Рим Суфиянов ҡатнашты.

    авторы: админ | 15 марта 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru