Күренгәндең алыҫы юҡ, күтәргәндең ауыры юҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Телефон аша аҡса «эшләгән»
  • Ниндәй төҫкә буярға?
  • ҠАРТЛЫҠ БӘХЕТ БИТ УЛ ШУЛАЙ ҘА...
  • Хәүефһеҙлек – төп бурыс
  • [b]Орлоҡ һалығыҙ, тип көтә ер[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Юбилярһыҙ юбилей Мәҙәниәт

    Әгәр 1993 йылда СПИД-тан үлмәһә, ошо көндәрҙә донъяның мәшһүр бейеүсеһе Рудольф Нуреев үҙенең 70 йәшлек юбилейын үткәргән булыр ине. Балетты ғүмеренең төп эше итеп һайлап, ул кеше аңы аңлай алмаҫлыҡ иҫ китмәле популярлыҡҡа өлгәште. Үҙенең тәүге бейеү дәрестәрен Рудольф Нуреев ҡәҙимге Өфө мәктәбендә ала. Әммә ғүмеренең һуңғы йылдарында ул тәпәй баҫып атлап киткән тыуған яҡтары хаҡында һөйләргә яратмай. Беҙҙә лә уның исемен мәңгеләштерергә бик үк ашығып бармайҙар, тиергә була.

    авторы: админ | 18 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тән һәм йән сихәте өләшеүсе Сәләмәтлек

    Кәүҙәһен туп-тура тотоп урамдан һалмаҡ ҡына атлаған һомғол ҡатынға ҡарап, уның иңендә мең төрлө мәшәҡәт ятыуын күҙ алдына ла килтермәҫһең. Әммә ысынында ул шулай. Кемдең балаһы ауырый, кемде дауаханаға оҙатырға, оло йәштәге инәй-олатайҙарҙың хәлен белергә кәрәк, уҡыусыларға прививка эшләйһе, йәш ҡатынды бала табыу йортона оҙатаһы бар... Көн-төн, ҡар-буран тип тормай, саҡырған йортҡа ашыға ул. Үҙенә кеше ғүмере өсөн яуаплылыҡ йөкмәтелгәнен яҡшы аңлай, ауырыуҙарҙы бер ҡасан да яҙмыш ҡосағына ташлап ҡуймай.

    авторы: админ | 18 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Башҡортостан

    Президент Мортаза Рәхимов уҙған ял көндәрендә эш сәфәре менән Туймазы ҡалаһы һәм районында булып, «Бэкерай» һәм «Рауш бир» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренең эшмәкәрлеге менән танышты.
    Туймазы ҡалаһында бер-береһенә яҡын ғына урынлашҡан был ике предприятиеның тәүгеһе икмәк, ҡалас изделиелары һәм иттән полуфабрикаттар етештереүгә махсуслашҡан. Ассортимент бик бай, барлығы 35 төр продукция етештерелә. Предприятиела 50 кеше эшләй. Ә «Рауш бир» предприятиеһында һыра һәм алкоголһеҙ эсемлектәр әҙерләнә. Республика етәксеһе шулай уҡ «Нерал-Матрикс», «Агро-гриб», «Агро-гусь», «Бишинде» предприятиеларында ла булды.

    авторы: админ | 18 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан Совет автономияһы тураһында килешеүгә - 89 йыл Башҡортостан

    89 йыл элек, 1919 йылдың 20 мартында, Рәсәй Эшсе-Крәҫтиән Хөкүмәте менән Башҡорт Хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйылған. Башҡортостан өсөн был тарихи ваҡиға үҙ дәүләтселеген булдырыуҙың иң мөһим аҙымына әүерелә. Шулай итеп, Рәсәй дәүләтендәге милләттәрҙең береһе тарихта беренсе тапҡыр автономияға эйә була.
    1919 йылдың 9 мартында 14 параграфтан торған яҡынса килешеүгә ҡул ҡуйыла, уның күсермәләре, өҫтәмәләр һәм үҙгәрештәр индереү өсөн, РСФСР халыҡ комиссариаттарына ебәрелә. 17 мартта байтаҡ үҙгәрештәр кисергән Килешеү тексына республика вәкилдәре - Мстислав Ҡулаев, Муллайән Халиҡов, Әбдрәшит Бикбауов һәм Үҙәк вәкиле, милләттәр эштәре буйынса нарком Иосиф Сталин тарафынан ҡул ҡуйыла.

    авторы: админ | 18 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бронза булды, алтын кәрәк Яңылыҡтар » Спорт

    «Салауат Юлаев» хоккейсылары, Өфөләге ике уйында «Северсталь» уйынсыларын 3:1 һәм 2:1 иҫәптәренә отҡас, Череповецҡа яҡшы кәйеф менән юлланды. Көйәрмәндәре лә яратҡан командаһын еңеүгә әйҙәр өсөн, алыҫ араны яҡынайтып, ике автобусҡа тейәлеп, улар менән бергә ҡунаҡҡа барҙы. Осрашыу бик көсөргәнешле булмаҡсы ине, сөнки дәғүәсе үҙендәге ике уйында юлаевсыларҙы еңеп, сираттағы, Өфөләге бишенсе хәл иткес уйынға килер өсөн ҡунаҡханаға алдан урындар алған икән, тигән һүҙ сыҡҡан.

    авторы: админ | 18 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кем һин, «Һылыуҡай – 2008»? Яңылыҡтар » Конкурстар

    Нимә ул матурлыҡ? Был һорауға һәр кемдең үҙ яуабы бар. Әлеге яғымлы төшөнсәне һәр кем үҙенсә аңлай һәм ҡабул итә. Ә шулай ҙа, йәмле яҙ миҙгеле мәлендә яҙғы ҡояштың йылы, иркә нурҙарына ҡойоноп, татлы йоҡоһонан уянған тәбиғәттең йәшеллеккә күмелеүе күренешенән дә гүзәлерәк матурлыҡ бармы икән донъяла?! Тәбиғәт менән бер рәттән, ерҙәге бар тереклектең дәртле йырлауы, тирә-яҡтың йәмгә, саф нурҙарға төрөнөүе - барыһы ла яҙ матурлығы. Тап ошо илаһи мәлдә «Һылыуҡай» республика башҡорт гүзәлдәре конкурсы уҙғарыла. Башҡорт һылыуҙарының гүзәллек бәйгеһенең йәмле яҙ ваҡытында үтеүе шарттыр, моғайын.

    авторы: админ | 18 марта 2008 | Фекерҙәр (112) | Тотош уҡырға
    Рухи ҡиммәттәр иленә сәйәхәт Мәҙәниәт

    Үткән быуаттың «Сәнғәтте - халыҡҡа» лозунгыһы бөгөн көнүҙәклеген юғалтмай. Ҡылҡәләм оҫталарының, республиканың художество мәктәбенең бөгөнгө вәкилдәренең ижад өлгөләрен халыҡ араһында таратыу - республикала алып барылған мәҙәни сәйәсәттең алдынғы йүнәлештәренең береһе. Ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙҙа тағы ла бер мәҙәни үҙәк барлыҡҡа килде - Сипайлово биҫтәһендә республиканың билдәле рәссамдарының күргәҙмәһе асылды.
    Унда Башҡортостандың Рәмил Латипов, Георгий Карпов, Шамил Ғәлиев, Александр Скорняков, Ләлә Ғәлиева, Лариса Ҡоҙаярова, Сергей Краснов, Ринат Волигамси кеүек ҡылҡәләм оҫталарының ижад емештәре урын алған. Өфөнөң үҙәгенән ситтәрәк урынлашҡан (Сипайловоның Жуков урамы, 10) арт-галереяла «Башфото.ру» күргәҙмәһенең эшләй башлауы - рәссамдар һәм ошо тармаҡ белгестәре өсөн генә түгел, бөтә халыҡ өсөн дә ҙур ҡыуаныс.

    авторы: админ | 18 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар

    Быйыл йәй Рәсәйҙә аграр телевизион канал эшләй башлаясаҡ.
    Был туралағы ниәтен унда-бында белдереп килгән вице-президент Дмитрий Медведев был бурысты ауыл хужалығы министры Алексей Гордеевҡа йөкмәткән. Канал тәүлек буйы эшләйәсәк. Ошо көндәрҙә булдырылған ведомство-ара төркөм бер ай эсендә тапшырыуҙарға бәйле тәҡдимдәрҙе тикшерәсәк.
    Каналдың ойоштороусылары бурысын РФ Ауыл хужалығы министрлығы, Агросәнәғәт союзы һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары үтәй ала. Улар араһына Россельхозбанктың да эләгеүе мөмкин.

    авторы: админ | 18 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru