Ишәк тиреһе ябынһаң да, арыҫлан эшен эшлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Гөлләмәнең сағыу биҙәге
  • ЙӘЙҘЕҢ БЕР КӨНӨ...
  • Йәштәр «Майҙан» клубына йыйылды
  • Октябрь (Ҡарасай)
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Балаларҙы яратҡан ғаилә Башҡортостан

    Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында йәшәүсе Светлана менән Евгений Некрасовтарҙы ысын күңелдән балаларҙы яратҡан ғаилә тип әйтер инем. Ҡыҙы менән улы буй еткереп, уҡырға киткәс, улар балалар йортонан Данил менән Виканы алып ҡайта.
    – Данилды бер айлыҡ сағынан алғайныҡ. Хәҙер инде уға ете йәш. Ә Вика ғаиләбеҙгә былтыр яҙ ғына килде. Әле икеһе лә балалар баҡсаһына йөрөй,– ти Некрасовтар.
    Светлана күп йылдар шәхси эшҡыуар булып эшләп, бөгөн балалар менән өйҙә...

    авторы: админ | 20 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Башҡортостан

    Башҡортостан Әстерханда үтәсәк федераль һабантуйҙы тирмә менән тәьмин итергә әҙер булыуын белдергән.
    Быйыл һабантуй халыҡ-ара кимәлдә үтәсәк. Байрамға әҙерлек башланған да инде. Тантана 18 майҙа ҡаланан алыҫ түгел Приволжск районының Три Потока ауылы янында буласаҡ. Байрамда дөйә һәм ат сабыштары, үҙешмәкәр коллективтар ҡатнашлығында мәҙәни-ял программаһы, төрлө ярыштар, конкурстар үткәреләсәк. Байрамға донъяның төрлө илдәренән 600-ләп ҡунаҡ килеүе көтөлә. Әстерхандағы һабантуйҙың төп үҙенсәлектәренең береһе тирмәләр буласаҡ. Бөтәһе 15 тирмә ҡороу күҙаллана, шулай уҡ абруйлы ҡунаҡтар өсөн айырым тирмә ҡуйыласаҡ.

    авторы: админ | 20 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яугир ҡыҙы Башҡортостан

    Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы Хәнифә Сиражи ҡыҙы ИСКӘНДӘРОВАҒА - 80 йәш
    Йөрәккә үтеп инерлек был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен кешемен тигән кеше үҫмер мәленән үк күңеленә һеңдереп ҡалдыралыр, моғайын. Ғүмер юлында әҙәм балаһы ниндәй генә уйҙар кисермәгән дә, тормош ҡаршылыҡтарын еңә барып, ниндәй генә ҡаҙаныштарға өлгәшмәгән. Кешене хеҙмәт кеше итә шул. Ябай эш ҡоралынан ҡатмарлы техника һәм йыһанды яулау кеүек фән бейеклектәре - һәммәһе лә фекер гөлләмәләре улар. Уйлап торһаң, иҫ китерлек: зәңгәр күктәге яҡты йондоҙҙарға бағып, киләсәккә ниндәй...

    авторы: админ | 20 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Именлек булһын һәр ерҙә Яңылыҡтар

    Тормошта бәхетһеҙ осраҡтар башлыса ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һанға һуҡмауҙан, иғтибарһыҙлыҡтан һәм битарафлыҡтан барлыҡҡа килә. Тормош тәжрибәһе күрһәтеүенсә, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә вайымһыҙ ҡараусыларҙың бәғзеләре ғүмерҙәре менән хушлашырға ла мәжбүр. Тормош-көнкүрештә, эш һәм ял урындарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү йәһәтенән бөгөн ниндәй техник мөмкинлектәр, именлекте һаҡлау саралары бар, юғары баһа алған ниндәй проекттар эшләй - быларҙың барыһын да баш ҡаланың Нефтселәр мәҙәниәт һарайында асылған «Именлек - 2008» форумында күрергә мөмкин ине.
    Форум сиктәрендә «Хәүефһеҙлек - 2008» һәм «Элемтә. ИнфоКом - 2008» махсуслаштырылған күргәҙмәләре лә эшләне.

    авторы: админ | 20 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Таң әле саҡ ата ғына Башҡортостан

    1918 йылдың 4 (17) февралендә Ырымбур ҡалаһында Башҡортостан Ваҡытлы Революцион Советы (БВРС) иғлан ителә, 1 мартта уның органы булып «Башҡортостан» гәзите донъяға килә. Уның мөхәррире билдәле большевик Бәхтигәрәй Шәфиев була. Ләкин уның биш һаны ғына сығып өлгөрә.
    1919 йылдың көҙөнән гәзит «Башҡортостан хәбәрҙәре» исеме менән Стәрлетамаҡта нәшер ителә, 1922 йылдан редакция Өфөгә күсә һәм баҫма «Башҡортостан» гәзите булараҡ донъя күрә башлай. 1924 йылдан ул татар телендәге «Яңа авыл» исемле ҡушымта менән сыға.

    авторы: админ | 20 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Тэфи-төбәк – 2007» тамам... Яңылыҡтар » Конкурстар

    Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов 17 – 21 мартта республиканың баш ҡалаһы Өфөлә үткәрелгән 2007 йылғы «ТЭФИ-төбәк» Бөтә Рәсәй телевизион конкурсында ҡатнашыусыларға тәбрикләү һүҙҙәре ебәрҙе.
    Унда: «Рәсәй телевидениеһы оҫталарын күрһәткән был конкурс йәмәғәт тормошонда йылдан-йыл иҫтәлекле ваҡиғаға әүерелә бара. Бөгөн һеҙ ижади һәләтегеҙҙе сағылдырыу, яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ҙур мөмкинлектәргә эйә. Бындай шарттарҙа премия төп бурысты – телевидение берләшмәһен туплау, Рәсәй телевидениеһының дөйөм кимәлен күтәреү бурысын үтәй. Иң талантлы эштәрҙе билдәләп, «ТЭФИ-төбәк» юғары профессионаллек ихтыяждарын һәм зауығын да тәрбиәләй.

    авторы: админ | 20 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сәсеүгә әҙерлек мәсьәләһе ҡаралды Яңылыҡтар

    Көҙөн мул уңыш алам тиһәң, яҙҙың бер көнөн дә буш уҙғармаҫҡа, ҡара таңдан ең һыҙғанып эшләргә тура килә. Халыҡ юҡҡа ғына, яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра, тимәй бит. Шуға ла ауыл хужалығы белгестәре яҙын бергә йыйылып кәңәш ҡора, тармаҡты һөҙөмтәле үҫтереү йүнәлештәрен билдәләй.
    Кисә Өфөлә Конгресс-холда Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының ведомство-ара комиссияһының күсмә ултырышы уҙҙы. Унда РФ ауыл хужалығы министры урынбаҫары Александр Козлов һәм башҡа эре ойошмалар етәкселәре ҡатнашты. Мөһим сара быйылғы яҙғы сәсеүҙе үткәреүгә арналды. Шулай уҡ Рәсәй субъекттарының Волга буйы федераль округына ингән агросәнәғәт комплексы менән идара итеүсе органдарына оператив ярҙам итеү маҡсаты ла сараның мөһим йүнәлеше...

    авторы: админ | 20 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дайджест Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Бер нисә йыл элек Гэллапа хеҙмәте социологтары 15 илдә тикшеренеү үткәргән. Уның барышында кешеләрҙең киләсәккә ҡарашын асыҡлайҙар: өмөт менәнме, әллә ҡурҡыу ҡатышмы? Иң күп оптимистар Ҡытайҙа йәшәй. Бындағы халыҡтың 90 проценты изгелектең яуызлыҡты еңеренә шикләнмәй. Индустарҙың 49 проценты һәм мексикандарҙың 39 проценты ла иртәгәһе көндө сағыу төҫтәрҙә күрә. Иң тәүге бишәү иҫәбенә Рәсәй менән Америка ла инә. Ә бына яҡты киләсәккә ышанмаусы пессимистар Германияла йәшәй икән. Немецтарҙың 15 проценты ғына киләсәген матур итеп күҙаллай.

    авторы: админ | 20 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru