Дәрт - даръя, дарман - донъя.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Яңылыҡтар
  • ПЕНСИОНЕРҘАР «ҠАРТАЯ»
  • «Йәшел ҡалҡан»ға һаҡсыл мөнәсәбәт булырға тейеш»
  • «Байыҡ» бейеү конкурсының III туры үтте
  • «Төньяҡ амурҙары» – тағы ла еңеүсе!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Хеҙмәт алдынғыларын ололап Башҡортостан

    Ошо көндәрҙә Республика йортонда Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов бер төркөм хеҙмәт алдынғыһына дәүләт наградалары тапшырҙы.
    РФ Дәүләт Думаһының Конституцион ҡануниәт һәм дәүләт төҙөлөшө комитеты рәйесе урынбаҫары Рәмил Исҡужин менән БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Радий Хәбиров (һүрәттә) «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы» исеменә лайыҡ булды. Республика тормошоноң төрлө өлкәләрендә эшләүсе утыҙға яҡын хеҙмәт алдынғыһы Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Уларҙың береһе - Баймаҡ районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Рөстәм Сәйетов. Дәүләт наградаһына лайыҡ булыусылар араһында БДУ-ның Сибай институты ректоры Зиннур Йәрмөхәмәтов та бар.

    авторы: админ | 22 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Тэфи-төбәк – 2007» конкурсының ярымфиналы тамам Яңылыҡтар

    Конгресс-холда шаулап-гөрләп үтте «Тэфи-төбәк – 2007» телевидение конкурсының ярымфиналы. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 22 – 25 апрелдә Мәскәү эргәһендә уҙасаҡ «Тэфи-төбәк – 2007» сараһының аҙаҡҡы этабы. Аллаға шөкөр, унда сығыш яһаусылар араһында Башҡортостан вәкилдәре лә бар.
    19 апрелдә Конгресс-холда барған сараны Рәсәйҙең «СТС» каналында «Истории в деталях» тапшырыуын әҙерләүсе Сергей Майоров, «БСТ» каналының «Гәлсәр һандуғас» тапшырыуының авторы Земфира Байбулдина, «Вести – Башкортостан» тапшырыуының дикторы Наталья Сергунина алып барҙы. Байрамды Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменән тәбрикләп, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев сығыш яһаны.

    авторы: админ | 22 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Башҡортостан

    20 мартта БР Президенты Мортаза Рәхимов Ҡаҙағстан Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр министры В. Божко менән осрашты.
    Мортаза Ғөбәйҙулла улы республиканың иҡтисади һәм социаль үҫеше, төп сәнәғәт предприятиеларының үҫеш перспективалары хаҡында һөйләне, республика территорияһында ҡатмарлы сәнәғәт һәм гидротехник ҡоролмаларҙың урынлашыуын билдәләне. Ҡаҙағстандың ғәҙәттән тыш хәлдәр министры В. Божко Башҡортостандағы коллегалары менән эш осрашыуҙарының һөҙөмтәләре хаҡында һөйләне. Ҡаҙағстан белгестәре Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса подразделениелары тәжрибәһен юғары баһаланы.

    авторы: админ | 22 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    – Алло! Һеҙҙе Юлай Ильясов тыңлай Башҡортостан

    26 мартта 16 сәғәттә «Йәшлек» гәзите редакцияһы Башҡортостан радиоһының «Юлдаш» радиоканалы менән берлектә гәзит уҡыусылар өсөн Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Юлай Ильясов һәм ведомствоның торлаҡ буйынса белгесе ҡатнашлығында «тура бәйләнеш» ойоштора.
    Йәш ғаиләләргә торлаҡ төҙөү йәки һатып алыу маҡсатында субсидия алыу өсөн ниндәй шарттарҙы үтәргә кәрәк, йәштәргә һәм йәш ғаиләләргә төбәлгән ниндәй федераль һәм республика маҡсатлы программалары эшләй һәм улар менән нисек файҙаланырға, йәш белгестәрҙе эшкә урынлаштырыу һәм башҡа ошо йүнәлештәге мәсьәләләргә ҡағылышлы һорауҙарығыҙҙы 273-46-38 телефоны буйынса шылтыратып бирә алаһығыҙ.

    авторы: админ | 22 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙҙең автобустар Екатеринбургҡа юл ала Яңылыҡтар

    «Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Екатеринбург ҡалаһын автобустар менән тәьмин итеүгә тендер отҡан.
    Предприятиенан хәбәр итеүҙәренсә, ҡалаға 86 «Нефаз-5299-20-32» ҡала автобусы тапшырыласаҡ. Заказдың хаҡы - 250 млн һум. Автобустар партияһын һатып алыу өсөн аҡса Екатеринбург ҡалаһы бюджетынан бүленгән.

    авторы: админ | 22 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сорғот Сибайға яҡыная Башҡортостан

    13 - 17 мартта Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте делегацияһы эш сәфәре менән Төмән өлкәһенең Ханты-Манси Автономиялы Округының Сорғот ҡалаһында булып ҡайтты. Сәфәр барышында Сибай һәм Сорғот ҡалалары араһында үҙ-ара сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу хаҡында килешеү төҙөлдө. Килешеү тәүге сиратта сауҙа-етештереү өлкәһендәге мәғлүмәти аралашыуҙы күҙ уңында тота: кем нимә етештерә, иҡтисади перспективалар, сеймал һәм хеҙмәт баҙары ихтыяждары.

    авторы: админ | 22 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ғәйебеңде таны! Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Былтыр 11 августа Әбйәлил районының Асҡар ауылы кешеһе «ВАЗ - 21070» еңел автомобиле менән китеп барғанда Асҡар - Әлмөхәмәт - Сибай юлының 9-сы километрында, юл ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоп, ҡаршы юлға сыға һәм 1988, 1990, 1991 йылғы үҫмерҙәр ултырған «Иж - Планета-5» мотоциклы менән бәрелешә. Фажиғә һөҙөмтәһендә мотоцикл водителе һәм уның пассажиры алған йәрәхәттәренән һәләк була, улар менән бергә килгән ҡыҙҙың да һаулығына ҙур зыян килә. Тикшереү барышында, суд ултырышында автомашина водителе үҙ ғәйебен кире ҡаҡты, мотоцикл мине ҡаршы юлға сығырға мәжбүр итте, тип аҡланды.

    авторы: админ | 22 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Электриктарҙы ҡарғалар йонсота Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Яҙ яҡынлашыу менән ҡара ҡарғалар энергетиктарҙың баш ауырыуына әйләнә. Был ҡоштар электр траверстарында оя ҡорорға әүәҫләнгән (траверс - ул линияһы бағанаһының үрге өлөшөндә изоляторҙар беркетеү өсөн тәғәйенләнгән горизонталь урҙа). Оялар ваҡ-ваҡ ботаҡтан да, тимерсыбыҡтан да ҡорола, тимәк, ҡыҫҡа замыкание хәүефе тыуа.

    авторы: админ | 22 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru