Күмәк эш - ирмәк эш.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хужалары булғас башлы, эштэре бара яҡшы
  • Берҙәмлектә – көс
  • Яуығыҙ ҡарҙар күберәк!
  • Ҡош ите етештереү цехы асыласаҡ
  • Бөрйәндең күренекле зыялыһы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Иғтибар үҙәгендә – ҡала башҡорттары Башҡортостан
    Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын ҡаршылап

    Апрелдә Бөрө ҡалаһында үтәсәк «Ҡала башҡорттары» фәнни-ғәмәли конференцияһына әҙерлек сиктәрендә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында матбуғат конференцияһы үтте.
    Унда БР Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисамитдинова, Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһының башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире Артур Фәтҡуллин, Бөрө районы муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Анатолий Трапезников, район мәғариф бүлеге етәксеһе урынбаҫары Марина Салий ҡатнашты.

    Ҡала башҡорттарына арналған фәнни-ғәмәли конференциялар үткәреү йолаға әүерелгән, тиһәк тә була. Ул ике йылға бер тапҡыр республикабыҙҙың төрлө ҡалаларында уҙғарыла. Бындай саралар Башҡортостан ғалимдарында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, шулай уҡ башҡорттар күпләп йәшәгән сит төбәктәрҙең фән даирәһе вәкилдәрен дә битараф ҡалдырмай.
    – 9 апрелдә Бөрө ҡалаһында ойоштороласаҡ конференция III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының бер сараһы булараҡ үтәсәк, – тине сығышында Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы. – Ҡала башҡорттарына арналған сараның көнүҙәклеге хаҡында әйтеп тораһы ла түгел, был йәһәттән проблемалар тормош тәжрибәһенән дә ап-асыҡ төҫмөрләнә. Шуға ла был конференцияла уҡытыусыларҙың, табиптарҙың, ЗАГС, эске эштәр, халыҡты социаль яҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең һәм башҡа ведомство вәкилдәренең ҡатнашыуы ла осраҡлы түгел. Бындай ғилми-ғәмәли форумдарҙа, ғәҙәттә, ҡалала йәшәүсе халыҡтың демографик хәле, социаль-мәҙәни кимәле, мәғариф һәм башҡа өлкәләргә ҡараған проблемалар көн ҡаҙағына ҡуйыла. Беҙ ғалимдарҙың ғилми эштәре һәм кәңәштәре тормошта үҙ урынын тапһын һәм файҙаланылһын, тип тырышабыҙ.
    Рәсәйҙә – Ғаилә йылы, ә республикала Ғаиләгә социаль ярҙам йылы тип иғлан ителгән йыл сиктәрендә март башында Учалы ҡалаһында «Башҡортостан халыҡтарында ғаилә һәм ғаилә йолалары» төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Был сара ғаиләләрҙең социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыу буйынса практик кәңәштәр әҙерләүгә, ғаилә институтының ижтимағи абруйын күтәреүгә, Башҡортостан халыҡтарының ғаилә йолаларын һаҡлауға ҡоролғайны. Унан һуң Бөрө ҡалаһында иҫәп буйынса бишенсе сара үткәреләсәк.
    Бөрө районы хакимиәте вәкилдәре сараның үҙҙәрендә уҙыуының ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.
    – Бөрө – күп милләтле төбәк, 43 меңдән ашыу халҡы булған ҡалала 44 милләт бер ниндәй низағһыҙ, татыу ғүмер итә. Һәр халыҡҡа мәҙәниәтен үҫтереү, йолаларын тотоу, телдәрен өйрәнеү йәһәтенән тигеҙ шарттар тыуҙырылған. Халыҡтың күпселек өлөшөн башҡорттар, татарҙар, рустар һәм мариҙар тәшкил итә. Шуға ла райондың 36 мәктәбендә 4 туған тел өйрәнелә. Күптән түгел ауылдарыбыҙҙа, ҡалала гөрләп шәжәрә байрамдары ла үткәрелде, – тине Бөрө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Анатолий Трапезников.
    Ул былтыр ҡалала «Бөрө шишмәләре» тип аталған башҡортса өр-яңы баҫманың сыға башлауын да телгә алды һәм уның бында йәшәүсе башҡорт халҡы өсөн әһәмиәте ҙур булыуын билдәләне.
    Башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ Бөрө районы мәктәптәрендә ниндәй кимәлдә өйрәнелеүе тураһында урындағы мәғариф бүлеге етәксеһе урынбаҫары Марина Салий һөйләп китте.
    – Төбәктә башҡорт телен уҡытыуға иғтибар ҙур, дөйөм алғанда, район буйынса башҡорт телен уҡыусыларҙың 99 проценты өйрәнә. Юғары квалификациялы кадрҙар, белгестәр булыуы төбәктәге телдәрҙе уҡытыу системаһын яйға һалыуға булышлыҡ итә. Мәктәптәрҙә 43 башҡорт теле кабинеты булдырылған, – тине ул сығышында.
    Конференцияға әүҙем әҙерлек эшен шулай уҡ Бөрө социаль-педагогия академияһының былтыр ғына булдырылған башҡорт филологияһы кафедраһы алып бара. Кафедра мөдире Артур Фәтҡуллин һүҙҙәре буйынса, конференцияны академия ерлегендә үткәреү оло тантана ла, етди һынау ҙа буласаҡ.
    – Академия республикабыҙҙың төньяҡ райондарына уҡытыусылар әҙерләй. Шуға ла беҙҙең студенттарҙың конференцияла ҡатнашыуы уларға ҡалалағы башҡорт халҡының проблемаларын анығыраҡ күҙ алдына килтерергә булышлыҡ итәсәк, – тине кафедра мөдире.
    Конференцияға сит төбәктәрҙән ҡунаҡтар саҡырыласаҡ. Районға сиктәш ятҡан төбәктәр ҙә ситтә ҡалмаясаҡ, сөнки тап улар ҡаланың халҡын тулыландырыуҙа ҙур урын алып тора.
    «Ҡала башҡорттары» V төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашыусылар ҡаланың башҡорттар менән тулыланыу тарихын байҡаясаҡ, ҡала башҡорттарының милли йөҙөн, мәҙәниәтен, ҡала шарттарында башҡорт телен өйрәнеү, тәрбиә биреү мәсьәләләрен ҡараясаҡ. Конференцияны йомғаҡлап, ғилми эштәрҙән торған махсус йыйынтыҡ донъя күрәсәк.
    Вадим ХӘБИРОВ.
    авторы: админ | 22 марта 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ҡала шарттарында милләтте нисек һаҡларға?
  • Милләттәр бәйләнеше – көн үҙ ...
  • ҒАЛИМДАР ХАЛҠЫБЫҘ ТАРИХЫНДА ЕВРАЗИЯЛЫЛЫҠ ФЕНОМЕНЫН ...
  • Ҡала башҡорттары ни хәлдә?
  • Париж башҡорттарҙы көтә!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru