Кеше эштә һыналыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ПЕНСИОНЕРҘАР «ҠАРТАЯ»
  • Яңылыҡтар
  • Беҙ Молдавияла ла булырға тейешбеҙ
  • Алсаҡ кеше ул еңгәбеҙ
  • ЛУНТИК, КЕШЕ-ҮРМӘКСЕ, ТОМ ҺӘМ ДЖЕРРИ ХАҠЫНДА
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яҙ, наҙ һәм «Шаяниум» Башҡортостан

    Баш ҡаланың «Өфө уттары» йәштәр үҙәгендә үткән «Шаяниум – 2008» шаяндар һәм отҡорҙар республика бәйгеһендә иң шәп көлкө һәм юмор оҫталары билдәләнде.
    Тәбиғәттең серле лә, гүзәл дә, илаһи ҙа миҙгеле ергә аяҡ баҫҡанда, тирә-яҡты хозурлыҡ ялмап алып, тәбиғәткә яйлап йәм ингәндә, моғайын, һәр кемдең дә йөрәге хис-тойғоларға тулышып ҡайнай, төҫтәр баҙыҡланыуынан күңеленән әүрәткес сихри бер моң ағыла торғандыр. Тап шул мәлдә яңы идеялар, яңы фекерҙәр, яңы мөмкинлектәр, яңы мөнәсәбәттәр тыуа ла инде. Ер ҡарҙан әрселә башлағас та «Шаяниум» шаяндар һәм отҡорҙар республика фестивален үткәреү ҙә осраҡлы түгел. Ҡыш буйына йоҡомһорап ятҡан энергия, көс, ижади ҡеүәт тап ошо сарала мәҙәк тә, ғибрәтле лә, ялҡынлы ла, дәртле лә сығыштарҙа үҙ урынын таба.

    авторы: админ | 25 марта 2008 | Фекерҙәр (8) | Тотош уҡырға
    Балалар пособиеһы арта Яңылыҡтар

    2008 йылдың 1 ғинуарынан алып мотлаҡ социаль страховкалауға дусар ителмәгән эшләмәүсе граждандарға һәм ойошма бөтөрөлөү сәбәпле эштән ебәрелгән ҡатындарға пособие күләме үҙгәрҙе. Бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие хәҙер 9982 һум тәшкил итә, ә тәүге балаға айлыҡ пособие 1,5 йәш тулғанға тиклем - 1871,63 һум, икенсе һәм унан һуңғы балаларға 3743,25 һум күләмендә түләнә. Ойошма бөтөрөлөү һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың эшмәкәрлеген, адвокат статусын һәм шәхси нотариус булараҡ вәкәләттәрен туҡтатҡан граждандарға, шулай уҡ профессиональ эшмәкәрлеге федераль законға ярашлы дәүләт регистрацияһы үтергә һәм лицензияланырға тейешле башҡа физик шәхестәрҙең эшмәкәрлеге туҡтатылыуға бәйле, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса түләнергә тейешле пособие хәҙер 374,33 һум тәшкил итә.

    авторы: админ | 25 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Социаль икмәк» ҡиммәтләнмәйәсәк Иҡтисад

    Башҡортостанда «социаль аҙыҡ-түлек»тең исемлеге былтыр уҡ билдәләнде. Шөкөр, был «төркөмгә» ҡараған аҙыҡ-түлектең хаҡын арттырырға йыйынмайҙар, һәр хәлдә «социаль икмәк»кә хаҡ үҙгәрмәйәсәк.
    Шулай ҙа әле Рәсәйҙә он менән тәьмин итеү мәсьәләһе бик киҫкен тора. Бигерәк тә арыш оно дефицит. Белгестәр ҙә ҡыуандырырлыҡ фараздар яһамай, улар әйтеүенсә, игендең һәм ондоң былтырғы уңышына хаҡ артасаҡ. Был тышҡы донъя баҙарына ла, эстәгегә лә ҡағыла. Хаҡтарҙың күтәрелеүенә ашламаларға, орлоҡҡа, ауыл хужалығы өсөн техникаға хаҡтарҙың артҡандан-арта барыуы үҙ өлөшөн индерә.

    авторы: админ | 25 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Башҡортостан

    Бөгөн Өфө дәүләт нефть техник университетында йәш ғалимдар советының ултырышы үтте.
    Көн тәртибендә республика вуздарының йәш ғалимдар советын берләштереү, шулай уҡ йәш ғалимдарҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләһе ҡаралды. Бынан тыш, ултырышта ҡатнашыусылар уҡыу процесында инновацион технологиялар, йәш ғалимдарҙың маркетинг буйынса белем биреү программаларын әҙерләүҙә ҡатнашыуы хаҡында ла фекер алышты.

    авторы: админ | 25 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    - Алло! Һеҙҙе Юлай Ильясов тыңлай Сәйәсәт

    26 мартта 16 сәғәттә «Йәшлек» гәзите редакцияһы Башҡортостан радиоһының «Юлдаш» радиоканалы менән берлектә гәзит уҡыусылар өсөн Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Юлай Ильясов һәм ведомствоның торлаҡ буйынса белгесе ҡатнашлығында «тура бәйләнеш» ойоштора.

    авторы: админ | 25 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тарихта ҡалыр чемпионат Яңылыҡтар » Спорт

    Хоккей буйынса Рәсәй чемпионатының иң көслө дүрт командаһы ярымфинал уйындарының тәүге осрашыуҙарын уҙғарҙы ла инде. Башта боҙ майҙанына Рәсәйҙең иң көслө төбәктәре булып һаналған Башҡортостан менән Татарстан хоккей командалары сыҡты. Әлбиттә, уларҙы финалда күрергә күпме генә теләһәк тә, яҙмыш береһенә генә төп бәйгегә юл асасаҡ. Ошо ҙур спорт байрамын үҙ күҙҙәре менән күрер өсөн республикабыҙҙың төрлө ойошмаларынан 50 меңгә яҡын билетҡа алдан заказ бирелгән булған. Тимәк, спорт халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Шуға күрә, спорт майҙансыҡтарын тағы ла күберәк сафҡа индереп, республикабыҙ исеменән башҡа спорт төрҙәренән дә Рәсәй чемпионаттарында сығыш яһарлыҡ көслө, элиталы командалар булһын ине. Ә инде әлеге уйынға килгәндә, «Салауат Юлаев» хоккейсылары «Аҡ барс»ҡа ҡаршы бик дәртләнеп сыҡты һәм алдына ҡуйған маҡсатына ирешеп, тәүге еңеү яуланы.

    авторы: админ | 25 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бал эсәһеңме, мәке һыуымы? Яңылыҡтар

    Кемдер өсөн үҙенең баймы, ярлымы икәнлеге ап-асыҡ булһа, матди байлыҡ буйынса ниндәй категорияға ҡарағанын белмәй аптырағандар ҙа юҡ түгел. Булмаһа, башҡаларҙың фекеренә ҡолаҡ һалайыҡ - Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге беҙгә ошондай мәғлүмәттәр тәҡдим итә:
    - рәсәйҙәр урта хәллеләр төркөмөнә ҡараусыларҙы ошолайыраҡ билдәләй, улар - даими килем алған, эш хаҡы лайыҡлы булғандар (респонденттарҙың 22 проценты шулай һанай), эшҡыуарҙар (19), дәүләт эшендә булғандар (13), фатиры, машинаһы, дачаһы, сит илгә барып ял итергә мөмкинлеге булғандар (11). Ә инде табип (5 процент), уҡытыусы (4 процент), сәйәсмәндәр, чиновниктар, депутаттарҙы (4), банкирҙар, ғалимдар, инженерҙарҙы урта класҡа индереүселәр саҡ ҡына һирәгерәк. Шулай ҙа иң мөһиме - лайыҡлы торлаҡ, тип билдәләй респонденттарҙың 75 - 77 проценты.

    авторы: админ | 25 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дайджест Яңылыҡтар

    «Мегафон» компанияһы абоненттар базаһы һәм база станциялар төҙөлөшө буйынса республикала алдынғылыҡты биләй.
    Былтыр Башҡортостанда компанияның абоненттары 45 проценттан күберәккә артҡан һәм йыл башына улар 1 млн 200 мең кеше тәшкил итә. Уҙған йылдың ғинуарында «Мегафон» иң тәүгеләрҙән булып республиканың бөтә ҡалаларын һәм район үҙәктәрен бәйләнеш менән тәьмин итә. Башҡортостан биләмәһендә «Мегафон»дың база станцияларының һаны ике тапҡырға артҡан. Йыл аҙағына тиклем компания үҙенең абоненттар базаһын 1,5 миллион ҡулланыусыға тиклем еткерергә уйлай. Балалар һәм пенсионерҙар кеүек ҙур аудитория әле резервта тора. Ғәҙәттәгесә, йәштәрҙе һәм студенттарҙы ҡыҙыҡлы тарифтар һәм тәҡдимдәр көтә.

    авторы: админ | 25 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru