Донъяла ни татлы - йән һөйгән хеҙмәт татлы.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Гимназиям, иҫтә ҡалырһың!
» Ғаилә тәрбиәһен үҫтереү ...
» Ғәйепһеҙме? Улайһа, ҡабаланма
» Күңелендә һаман бала йәшәй...
» Яуыз - тотҡонда, әммә күңел яралары м ...
» Медведев закондарҙы яңыртыу яҡлы



Милли матбуғатта үҙ йөҙө бар Башҡортостан
Республиканың татар телендәге төп ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни баҫмаларының береһе булған «Кызыл таң» гәзите Өфө «Нур» татар дәүләт драма театрында үҙенең 90 йыллыҡ юбилейын билдәләне.
Байрамға арналған сараларҙың береһе «Милли матбуғат: тарихы һәм бөгөнгөһө» тип аталған фәнни-ғәмәли конференция менән башланды. Форумға дәүләт эшмәкәрҙәре, күрше Татарстан Республикаһынан ҡунаҡтар, ғалимдар, республика, татар телендәге район гәзиттәре баш мөхәррирҙәре, ветерандар, студенттар саҡырылғайны. 90 йыллыҡ тарихҡа эйә баҫманың мәҙәни үткәне бай, республикалағы күп билдәле журналистар бында ҡанат нығытҡан, арҙаҡлы шәхестәр үҫеп сыҡҡан. «Кызыл таң»дың баш мөхәррире Фаил Фәтхетдинов «Башҡортостандағы татар киң мәғлүмәт сараларының формалашыуы» докладында гәзиттең тарихына байҡау яһаны. «Республикала үҙ аллы татар баҫмаларының күпләп нәшер ителеүе Башҡортостан халыҡтарының рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү һөҙөмтәһендә мөмкин булды», - тип билдәләне.
Татарстан Фәндәр академияһының Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институты профессоры Р. Исламов, гәзиттең һуңғы биш йылдағы төпләнмәләренә һығымта яһап, гәзитте милли журналистикала үҙ йөҙөн тапҡан баҫма, тип баһаланы, туғандаш ике халыҡтың әҙәбиәт ғилемен үҫтереүҙә ролен юғары билдәләне.
Татар милли матбуғаты үҫешендә «Кызыл таң» гәзите яңы башланғыстарға, яңы баҫмаларға нигеҙ ташы ла була. Үҙенең сығышында гәзиттең бүлек мөдире Илдар Фазлетдинов йәштәр, ҡатын-ҡыҙҙар матбуғатын формалаштырыуҙа ла бер быуатҡа торошло тарихы булған баҫманың йоғонтоһо ҙур булыуын әйтеп китте. Татар телендәге «Әллүки» балалар журналы гәзит нигеҙендә нәшер ителә.
Конференцияла татар милли матбуғаты, гәзиттең тарихындағы традициялар, уның Башҡортостан матбуғаты йылъяҙмаһындағы роле тураһында күп ҡыҙыҡлы сығыштар яңғыраны.
Әйткәндәй, редакция юбилей уңайынан «Кызыл таң» ҡыҫҡаса энциклопедия китабын да нәшер иткән.
Сара һуңынан тантаналы кисә үтте.
З. ХӘСӘНОВА.
 (голосов: 0)
авторы: админ | 25 марта 2008 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Таң әле саҡ ата ғына
  • Милләт-ара татыулыҡҡа өлөш индергәнд ...
  • Уҡыусыларыбыҙ бер рухлы
  • Йәштәр гәзите тарихынан
  • ДӘРТМӘНД ЙЫЛЫ ИҒЛАН ИТЕЛДЕ
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru