Мәсетле районының Йонос ауылынан ҡәҙерле атайыбыҙ, олатайыбыҙ Шағыя Зәйнулла улы ХӘЙЕРЗАМАНОВТЫ 80 йәшлек юбилейы уңайынан ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе, рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һин булғанға ерҙә беҙ бәхетле, Һинең менән яҡты көнөбөҙ, Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул, Һиңә оҙон ғүмер теләйбеҙ. Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын, Ситләп үтһен һағыш, борсоуҙар. Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын, Унан ҡәҙерлерәк нимә бар. Иң изге теләктәр менән - ҡыҙығыҙ Фәниҙә, кейәүегеҙ Хәбирйән, ейәнегеҙ Руслан, ейәнсәрҙәрегеҙ Зулина, Фирүзә. |