1925 йылдың 27 мартында Башҡорт АССР-ының тәүге Конституцияһы ҡабул ителә.
Октябрь революцияһына тиклем Рәсәй империяһында башҡорттарҙың хоҡуҡи статусын 1863 йылда ҡабул ителгән «Башҡорттар тураһында положение» ғына көйләй. Революциянан һуң республиканың дәүләт структураларын формалаштырыу, конституция әһәмиәтендәге тәүге хоҡуҡи акттарҙы әҙерләү башлана. Был башланғыс этапта Үҙәк совет власы менән Башҡорт Хөкүмәте араһында Башҡортостан совет автономияһы тураһында килешеү ҙур роль уйнай.
Башҡорт АССР-ы осоронда 1925, 1937, 1978 йылдарҙа конституциялар ҡабул ителә. Башҡорт АССР-ының Төп Законының тәүге проекты Юстиция Халыҡ комиссариаты тарафынан әҙерләнә һәм 1925 йылдың мартында үткән Советтарҙың V Бөтә Башҡорт съезында тикшереүгә тәҡдим ителә һәм йөкмәткеһенә бер аҙ үҙгәрештәр индерелеп раҫлана. Төп документ айырыуса республиканың дәүләт һәм административ ҡоролош мәсьәләләрен билдәләй. Ул 93 статья, һигеҙ глава һәм дүрт бүлектән тора. Яңы Конституцияға ярашлы, республика граждандары съездарҙа, судта, идаралыҡта һәм көндәлек тормошта туған телде иркен ҡулланыу, аҙ һанлы халыҡтар мәктәптәрҙә туған телендә уҡыу хоҡуғына эйә була. Әммә дәүләт телдәре тип башҡорт һәм рус телдәре таныла. 1925 йылғы Конституция Башҡортостандың закондар сығарыу һәм идара итеү өлкәһендә үҙ-ара бәйләнеш мәсьәләләрен аныҡ хәл итә. Әммә тәүге төп документыбыҙ ВЦИК тарафынан рәсми рәүештә раҫланмай, шулай булыуға ҡарамаҫтан, конституция закондарын булдырыуҙа тәүге төп һәм мөһим аҙым яһалыуы республиканың дәүләт-хоҡуҡи үҫешендә ҙур ҡаҙаныш була.
М. ШУМИЛОВА.