Дәрт биргәнгә дарман бирер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Гөлләмәнең сағыу биҙәге
  • Тормошҡа ҡарашың ниндәй?
  • Профсоюз берләштерҙе
  • БАЙРАМ ТАБЫНЫНА МОСОЛМАН АШТАРЫ
  • Харамдан тыйыла беләбеҙме?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Алтай ҡунағы – Башҡортостан ерендә Сәләмәтлек
    Шифалы үләндәрҙең эталоны булып борон-борондан женьшень һаналған. Быны халыҡ медицинаһы ғына түгел, рәсми медицина ла таный. Ләкин женьшень тәбиғәттә бик аҙ ҡалған һәм уны үҫтереүе үтә лә ҡыйын. Ҡытайҙарҙың был йәһәттән хаҡ әйтелгән мәҡәле лә бар: «Женьшенде үҫтереүгә ҡарағанда юлбарыҫты ҡулға эйәләштереү еңелерәк».
    Күҙ алдына килтерегеҙ, әгәр женьшень, барлыҡ шифалығын һаҡлап, тәбиғәт шарттарына әрһеҙ булһа, кешенең уға мөнәсәбәте нисек булыр ине икән? Моғайын, тулыһынса үҙгәрер ине. Үкенескә күрә, кешегә булғанын ҡәҙерләү хас түгел шул. Һәм, ни тиклем сәйер тойолмаһын, Аллаһы Тәғәлә һәр нәмәне иҫәптә тотҡандай, барлыҡ шифалылыҡ үҙенсәлектәре буйынса женьшенгә тиң талымһыҙ үҫемлек – Алтай сафлор төрлө левзеяһын барлыҡҡа килтергән. Халыҡта ул күбеһенсә «марал тамыры» атамаһы менән таныш. Был үҫемлекте әрһеҙ тип әйтеү генә етмәй. Уны үҫтерә алмау өсөн хатта ҙур талант кәрәк, тигән фекерҙәбеҙ.
    Марал тамыры – ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенән. Күп йыллыҡ үҫемлек ул. Тура һәм йыш тармаҡлы, 1,5 метрға тиклем оҙонлоҡтағы, эре сәскәле кәрзин менән тамамланыусы һабаҡлы.
    Левзея – бик һәйбәт бал биреүсе үҫемлек тә, сәскә атҡан мәлендә бал ҡорттары күсе менән, башҡа сәскәләргә иғтибар итмәйенсә, марал тамырының сәскәлеген һырып ала. Башҡортостан тәбиғәте шарттарында левзея май аҙағында – июнь башында сәскә ата. Орлоҡтары айҙың өсөнсө декадаһында өлгөрә. Әйткәндәй, Рәсәйҙә башҡорт балынан ҡала, Алтай балы ҡиммәтле һанала. Ә Алтай балы тап шул левзея үҫемлегенән йыйыла. Составында левзея нектары һәм һеркәһе булмаған балды алтайҙар бөтөнләй ҡабул итмәй.
    Емештәре – һорораҡ, эллипс формаһында, дүрт ҡырлы орлоҡсалар. Орлоҡтарҙың оҙонлоғо – 4 – 6, киңлеге 2 – 3 миллиметр. Улар эт дегәнәге орлоҡтарына оҡшаш, тик эләгеүсе тештәре генә юҡ. Левзея емештәре менән ҡыҙылтүштәр, көйәҙ турғайҙар һыйланырға ярата. Шуға ла үҫемлектәр сәскә атҡандың 3 – 4-се көнөнә орлоҡса баштарын туҡыма тоҡсайҙар менән урай. Орлоҡтар шул тиклем тиҙ өлгөрә, хатта бер-ике көнгә яйлау ҙа уңышты юғалтыу менән янай. Әйткәндәй, орлоҡ кәрзиндәрен өлгөргәндән һуң һелкеп, төшкән орлоҡтарын йыйып алырға кәрәк, сөнки бөжәктәр көпләп ҡуйылған орлоҡсаларҙа үҙҙәренең ҡара эшен башҡарыуҙары ихтимал.
    Үҫемлектең тамыры ағасҡа оҡшаған, көрән-һоро төҫтә, тармаҡлы, үҙенсәлекле еҫле.
    Тәбиғи шарттарҙа левзея Алтайҙың, Саяндың субальплы райондарында, урманлы аҡландарында һәм бейек тауҙарҙағы болондарҙа, Монголияның таулы өлөшөндә үҫә. Шифалылығына килгәндә, халыҡта был үҫемлек тураһында бик борондан уҡ «кешене 14 сирҙән ҡотҡарыусы һәм йәшәртеүсе» тигән хәбәр йөрөй.
    Марал тамырының ҡайнатмаһы һәм төнәтмәһе арығанлыҡ, йонсоғанлыҡ, ауыр сирҙәрҙе һәм хирургия операцияһын үткәргәндән һуң, дөйөм хәлһеҙлек булғанда яҡшы тәьҫир итә. Энергия өҫтәй, ҡан йөрөшөн яҡшырта, үҙәк нервы системаһын ҡан менән һәйбәтерәк тәьмин итә. Физик һәм аҡыл эшмәкәрлеге һүлпәнәйгәндә, артыҡ ҡуҙғыусан булғанда, баш ауыртҡанда марал тамырынан яһалған төнәтмә ярҙамға килер. Алкоголизмды дауалау өсөн файҙаланыуы ла билдәле. Онкологик сирҙәрҙе үткәргәндән һуң депрессия һәм көсһөҙлөк ялмап алғанда ҡулланырға мөмкин. Үҫемлек ир-аттарҙың енси ҡеүәтен, орлоҡтарының сифатын арттыра алыуы менән дә дан тота.
    Шифалы үлән тимергә, цинкҡа һәм баҡырға айырыуса бай. Шуныһын да билдәләргә кәрәк: үләндән был микроэлементтар кеше организмы менән тиҙ һәм еңел үҙләштерелә, улар башҡа элементтар менән әллә ни ҡатмарлы бәйләнештә тормай.
    Левзеяны беҙ үҙебеҙҙә 1989 йылда үҫтерә башланыҡ. Бик ҙур булмаған плантация (500-гә яҡын үҫемлек) Өфөнән 50 саҡрым алыҫлыҡта, Иглин районында урынлашҡан. Климат бында баш ҡалалағыға ҡарағанда саҡ ҡына һалҡынсараҡ, еләк культуралары 7 – 10 көнгә һуңлап өлгөрә. Күҙәтеүҙәребеҙ буйынса, яңы тәбиғәт шарттарына левзея бирешеп бармай, бик яҡшы үҫә. Тимәк, үҫемлек Башҡортостандың барлыҡ климат зоналарында ла үҫешә ала тиеү ҙә хаҡ булыр. Үҫемлектең үҙенсәлектәрен тикшереп, күп йыллыҡ тәжрибәбеҙ нигеҙендә, уның тупраҡ-климат шарттарына әрһеҙ, сыҙамлы булыуына, ҡояш һәм һыу яратыуына инандыҡ. Шулай ҙа ябай составлы тупраҡта левзея тиҙерәк үҫә, шәберәк өлгөрә һәм, һөҙөмтә булараҡ, тамырының ауырлығы ла күпкә ҙурыраҡ була.
    Үҫемлек орлоҡтар ярҙамында үрсей. Бынан тыш, уны тамырһабаҡтарының бүлкәттәрен айырыу ысулы менән дә үрсетергә мөмкин. Орлоҡтар сәсеү алдынан махсус әҙерлек талап итмәй. Йыйып алғандан һуң сәскәндә, 5 – 7 көндән морон төртә башлай. Яҙын сәскәндә, 2 – 3 аҙна үткәс кенә килеп сығалар.
    Левзея төрлө бөжәктәргә һәм сирҙәргә тотороҡло, йәғни иммунитеты яҡшы. Ул 5 – 6 йылға тиклем бик шәп үҫә һәм, яҡшылап тәрбиәләгәндә, ауырлығы 1 – 2 килограмдан ашып китә. Был ваҡытҡа иһә уның тамырҙары дауаланыу маҡсатында ҡулланырлыҡ булып өлгөрә. Күреүегеҙсә, бик оҙаҡ көтөргә тура килә, ләкин үҫемлекте йәш көйөнсә лә файҙаланырға мөмкин, тик был саҡта уның шифаһы, дауаланғандағы йоғонтоһо бер аҙ кәмей.
    Тамыры тиҙерәк үҫһен, ҙурайһын тиһәгеҙ, сәскә бөрөләрен өҙөп торорға кәңәш ителә. Был саҡта үҫемлек бөтә туҡлыҡлы матдәләрен тамырына йүнәлтәсәк.
    Ә хәҙер марал тамырынан яһала торған ҡайнатмаларҙың һәм төнәтмәләрҙең бер нисә рецебына туҡталайыҡ.
    Төнәтмәне әҙерләү: 100 г ваҡ итеп туралған һәм киптерелгән тамырҙы 500 г араҡыға һалып, 30 – 45 көн буйына төнәтергә. Төнәтмәне ваҡыты-ваҡыты менән йыш ҡына һелкетеп болғатып торорға кәрәк. Һуңынан төнәтмәләге тамырҙы һығырға, килеп сыҡҡан массаны һөҙөргә һәм көнөнә 2 – 3 тапҡыр ашарҙан 20 – 30 минут алда 25 – 30-ар тамсы эсергә. Бындай дозала төнәтмә гипотонияны дауалау өсөн бик ҡулай. Әгәр ҙә артериаль ҡан баҫымын бер аҙ төшөрөргә кәрәк икән, дозаны 10 – 15 тамсыға кәметеү ҙә етә. Дауаланыу курсы – 1 ай, һуңынан 1 – 2 ай тәнәфес. Төнәтмә үҙенең шифаһын юғалтмайынса өс йылға тиклем һаҡлана ала. Киптерелгән тамырҙарының да һаҡланыу ваҡыты – өс йыл.
    Сабырһыҙыраҡтар иһә төнәтмәнең бер айҙан ашыу төнәүен көтә алмаһа, уны тиҙләтеп эшләү ысулына мөрәжәғәт итә ала. Был осраҡта 5 г киптерелгән һәм ваҡланған тамырҙы бер стакан (200 мл) ҡайнар һыуға һалырға ла, шул стаканды башҡа һауыт эсендәге ҡайнап торған һыуҙа 30 минут йылытырға. Һуңынан өй температураһында һыуытырға. Тамырҙарҙы һығырға. Ҡайнатманы 200 мл-ға еткергәнсе ҡайнаған һыу ҡойорға. Массаны ҡараңғы һәм һалҡын урында ике тәүлек төнәтергә. Ашар алдынан 1 – 2 аш ҡалағы эсергә кәрәк. Гипертонияны дауалау өсөн төнәтмә әҙерләүгә 2 – 2,5 г тамыр алыу ҙа етә.
    Левзея сәскәһенән дауа әҙерләү. Сәскә атҡан үҫемлектең һабағының бер өлөшө менән бергә сәскәһен ҡырҡып алырға. Һабаҡтың сәскә кәрзиненә ингән өлөшөн бысаҡ менән ҡырҡырға кәрәк. Ғәҙәттә, унда төрлө бөжәктәр һәм уларҙың ҡарышлауыҡтары туплана. Бөжәктәрҙән таҙартып, сәскәләрҙе 50 – 60 градус температурала киптерергә. Бының өсөн ябай газ йәки электр плитәһен (духовка) ҡулланырға мөмкин. Плитәне 50 – 60 градусҡаса йылытырға һәм, эсенә сәскәләрҙе һалып, температураның 40 градусҡаса төшкәнен көтөргә. Сәскәләрҙе сығарырға һәм плитәне йәнә 50 – 60 градусҡа тиклем йылытырға, процедураны тағы ҡабатларға. Уларҙы шулай уҡ ҡеүәтле йылылыҡ бөркөүсе вентилятор ярҙамында ла киптерергә була. Киптерелгән сәскәләр, фольгаға төрөлөп, ҡараңғыла һаҡланырға тейеш. Ҡайнатма әҙерләү өсөн сәскәләрҙе өҙгөсләп, ике аш ҡалағылай сәскәне бер стакан ҡайнар һыуға һалырға һәм ҡайнап торған һыуҙа стаканы менән бергә йылытырға. Кәмеһә, 200 мл ҡайнаған һыу өҫтәргә. Һыуытырға һәм һөҙөргә. Көнөнә 3 – 4 тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда сирек стаканлап эсергә. Кешенең сире ни тиклем аҙғанына ҡарап, дауаланыу осоро 10 көндән алып өс аҙнаға тиклем дауам итә ала. Дауаланыуҙың 5 – 6-сы көнөнән алып ҡандың ойошоусанлығын һәм тромбыларҙың үҙтотошон күҙәтеп тороу хәйерле. Дауаланыуға бик һаҡ ҡарарға кәрәк. Һөҙөмтәләргә ҡарамайынса, 20 – 25 көн дауаланғандан һуң, 2 – 3 аҙналыҡ тәнәфес эшләп алыу зарур.
    Шулай итеп, женьшенгә үҙенсәлектәре һәм шифаһы буйынса тиң булған, ә иң мөһиме, республика тәбиғәте шарттарында үҫә алған левзея – төрлө сирҙәргә дауа. Марал тамыры гәзит уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.

    Азамат РӘХИМҠОЛОВ,
    БДМУ уҡытыусыһы,
    Булат ХӘМИҘУЛЛИН.
    авторы: админ | 29 марта 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Апрель - Алағарай
  • Яҙ етте, яҙ!
  • Илдар Ғәбитовтан кроссворд
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • «Татлы» сир
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru