Кешегә ҡул бәхете бирмәһен, баш бәхете бирһен.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Интернет аша ла конференция үткәрергә мөмкин
  • Дини белем кәрәк
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Дәрестә
  • Йәштәр «Майҙан» клубына йыйылды
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ер кодексына - 85 йыл Башҡортостан

    1923 йылдың 29 мартында БАССР-ҙа тәүге Ер кодексы раҫланған, был документ республикала ер мөнәсәбәттәрен көйләүҙә ҙур роль уйнаған.
    Башҡортостан тарихында крәҫтиәнлек айырым иғтибарға лайыҡ. Үткән быуаттың 70-се йылдарына тиклем халыҡтың күпселек өлөшө ауылға бәйле булған. Шуға ла Башҡортостанда аграр мәсьәлә һәр ваҡыт киҫкен торған. Беренсе бөтә донъя һуғышы барышында Рәсәйҙең көньяҡ губерналарынан халыҡтың күпләп килеүе, крайҙың оҙайлы ваҡыт колонизация аҫтында булыуы арҡаһында ер мәсьәләләре буталып бөткән булған. Революция был проблемаға яңыларын өҫтәгән. Ул заманда тәүҙә ерҙәрҙе бергә ҡушып, һуңынан бүлеп, уның сифаты, тәғәйенләнеше тураһында уйлаусылар булмаған да тиерлек.

    авторы: админ | 29 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Режиссерҙың һуңғы эше Мәҙәниәт

    «Беҙҙең Зәйнәб» фильмын режиссер Әмир Абдразаҡов Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан әҙерләгәйне. Fинуарҙа төшөрөлөп бөткән фильмдың февралдә «Родина» кинотеатрында исем туйы ла үтте. Кем уйлаған «Беҙҙең Зәйнәб» режиссерҙың тамамланған һуңғы эше булыр тип?
    Ошо көндәрҙә «Башҡортостан» киностудияһында фильмды журналистар хөкөмөнә тәҡдим итеп, шунда уҡ күренекле башҡорт режиссеры Әмир Абдразаҡовты иҫкә алдылар. Киностудияның директоры Айбулат Юнысов: «Әмир ағай был эшенә йәштәрҙе лә йәлеп итеп, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ул Башҡортостанда кино сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

    авторы: админ | 29 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Оло әҙибәгә арнала Әҙәбиәт

    Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы республикабыҙҙың мәҙәни донъяһында саралар уҙғарылып тора.
    Зәйнәб Биишеваның яҙмышында Урал аръяғы, Баймаҡ ере мөһим урын биләүе барыһына ла мәғлүмдер. Йәшлек йылдарында Темәстә уҡытыусы булып эшләгән, ошонда тормош юлдашын тапҡан, ғаилә ҡорған. Шуғалырмы, төбәктең мәҙәни үҙәге булып иҫәпләнгән Сибайҙа уҙғарылған әҙибәнең хәтер һәм ҡәҙер кисәһе ябайлығы, йылылығы, халыҡсанлығы менән күңелдәргә хуш килде.

    авторы: админ | 29 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Умарталысыҡ – Башҡортостан биҙәге» Башҡортостан

    Һуңғы йылдарҙа күптәрҙә, бигерәк тә йәштәрҙә, умартасылыҡҡа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙы. Уларҙың күбеһен, нисек итеп умарта тоторға, бал ҡорттарын ҡарарға, күс тоторға һәм ябырға, дөйөм әйткәндә, умартасылыҡ менән нисек шөғөлләнергә, тигән һорау борсой. Быға ике һүҙ менән генә яуап биреп тә булмай. Кешелә бала сағынан уҡ халҡыбыҙҙың иң боронғо һөнәрҙәренең береһе – умартасылыҡҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу кәрәктер. Үҫмер саҡтан был эштең нескәлектәрен белеп үҫеү киләсәктә умартасылыҡтың бәҫен арттырыуға, әһәмиәтен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Бының өсөн мәктәп программаһына умартасылыҡ дәресе индереү һөҙөмтәле булмаҡсы.

    авторы: админ | 29 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ятып ҡалғансы, субсидия алып ҡал! Сәйәсәт

    Быйылғы йыл Рәсәй Федерацияһында – Ғаилә йылы, ә республикабыҙҙа Ғаиләгә социаль ярҙам йылы тип нарыҡланды. Маҡсатлы йылдар сигендә ғаиләләрҙе, йәш белгестәрҙе юғары килемле эш, уңайлы һәм арзан торлаҡ менән тәьмин итеү, ғаиләләрҙең иҡтисади-социаль, рухи-мәҙәни көнкүрешен яҡшыртыу мәсьәләләре мөһим урынды биләй. Илебеҙҙәге демографик хәлде яҡшыртыу өсөн дәүләтебеҙ бигерәк тә йәш ғаиләләргә тормошта йүнәлеш бирергә, проблемаларын хәл итеү өсөн ярҙам ҡулы һуҙырға, балалар һаны артыуын дәртләндерергә, иртәгәге көнгә өмөт уятырға бурыслы. Ҡиммәтселек заманында үҙ көстәре менән генә торлаҡ шарттарын яҡшырта, ғаиләһен туйындырырлыҡ эш хаҡы алып эшләрҙәй эш таба алмаған юғары белемле белгестәр сит тупһаларҙа аҡса түләп йәшәргә, ҡара эштә бил бөгөргә мәжбүр.

    авторы: админ | 29 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уйылып та китер ете уй Башҡортостан

    Ил инәһе Мәрйәм Бураҡаева күңеле менән һәр саҡ йәш тойола миңә. Сөнки ул һәр ваҡыт яңы идеялар менән яна, һәр саҡ иленә, теленә хеҙмәт юлында яңы алымдар уйлап таба, йәше-ҡарты араһында ҡайнап йәшәй. Уй-ниәттәрен кешегә аңлатып биреп кенә ҡалмай Мәрйәм апай, ә бөтә пландарын ғәмәли, аныҡ эштәр менән тормошҡа ашыра бара. Ейәнсура башҡорт гимназияһын асып ебәреү, балалар өсөн «Йәйләү» лагерын, милли ризыҡтар – талҡан, буҙа етештереүҙе ойоштороу, «Тормош һабаҡтары» дәреслеген яҙыу, уны мәктәптәрҙең уҡыу планына индереүгә, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуған ауылы Туйымбәттән, Көйөргәҙе районының Кинйәабыҙ ауылынан перспективаһыҙ мөһөрөн алдырып ташлауға өлгәшеү...

    авторы: админ | 29 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Алтай ҡунағы – Башҡортостан ерендә Сәләмәтлек

    Шифалы үләндәрҙең эталоны булып борон-борондан женьшень һаналған. Быны халыҡ медицинаһы ғына түгел, рәсми медицина ла таный. Ләкин женьшень тәбиғәттә бик аҙ ҡалған һәм уны үҫтереүе үтә лә ҡыйын. Ҡытайҙарҙың был йәһәттән хаҡ әйтелгән мәҡәле лә бар: «Женьшенде үҫтереүгә ҡарағанда юлбарыҫты ҡулға эйәләштереү еңелерәк».
    Күҙ алдына килтерегеҙ, әгәр женьшень, барлыҡ шифалығын һаҡлап, тәбиғәт шарттарына әрһеҙ булһа, кешенең уға мөнәсәбәте нисек булыр ине икән? Моғайын, тулыһынса үҙгәрер ине. Үкенескә күрә, кешегә булғанын ҡәҙерләү хас түгел шул. Һәм, ни тиклем сәйер тойолмаһын, Аллаһы Тәғәлә һәр нәмәне иҫәптә тотҡандай, барлыҡ шифалылыҡ үҙенсәлектәре буйынса женьшенгә тиң талымһыҙ үҫемлек – Алтай сафлор төрлө левзеяһын барлыҡҡа килтергән.

    авторы: админ | 29 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәхмәт һиңә, яҙмыш! Яңылыҡтар » Икәү генә белер сер

    Түҙемһеҙлек менән көткән был көн килде. Бына һине осраттым, шул миҙгелдән, беҙҙең күҙ ҡараштары осрашҡас, аңланым: беҙ бер-беребеҙ өсөн яратылғанбыҙ һәм был - «һин».
    Эйе, һине осратҡан мәлдән ҡурҡыныс төштән, күңелһеҙ, мәғәнәһеҙ йәшәүемдән уяндым һәм башҡа тормош менән - һинең өсөн йәшәй башланым. Һиндәге ҡыҙҙарҙы биҙәй торған сифаттарға - тыйнаҡлыҡҡа, аҡылға, гүзәллеккә, йәшәүгә булған мөхәббәткә һоҡланам. Һиңә ҡарап ышанысым арта. Һинең эске донъяң матур. Күңелем һағыштарын, борсолоуҙарымды, уйҙарымды һөйләһәм, уларҙы аңлай ҙа беләһең.

    авторы: админ | 29 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru