Ҡалған эшкә ҡар яуа.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Шәхестәребеҙгә ҡара яғырға юл ҡуймаҫбыҙ![/b]
  • [b]Орлоҡ һалығыҙ, тип көтә ер[/b]
  • Көлә-көлә «Һәнәк» килә
  • Йыланлы урын
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Шәйехзада Бабич исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы?! Башҡортостан

    Архив документтарына күҙ һалһаң, бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың исемен мәңгеләштереү буйынса эш вафатына биш йыл тулған осорҙа уҡ башланған. Башнаркомпростың 1924 йылдың 6 февралендә сығарған ҡарарында Шәйехзада Бабичҡа бронзанан һәйкәл ҡуйыу тураһында әйтелә. Шуныһы ҡыҙыҡ: әгәр бөгөн Башҡортостанда шағирға ҡуйылған бюстар һаны өскә етһә, теге быуат башында уҡ уның тотош буйын кәүҙәләндергән һәйкәл хаҡында һүҙ алып барғандар.

    авторы: админ | 6 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәшлек»те алдырыусыла өмөт бар! Башҡортостан

    «Йәшлек» гәзите коллективы ошо көндәрҙә йылдың беренсе яртыһына гәзиткә яҙылыусылар араһында уҙғарған «Бөтә ауыл менән –«Йәшлек»кә!» конкурсында өсөнсө урынды яулаусы Дәүләкән районының Мәкәш ауылы халҡын тәбрикләне.
    Дәүләкән тигән һүҙҙе ишеткән һәр кемдең, моғайын, күҙ алдына кешене туйындырыусы хуш еҫле икмәк һәм хозурҙарҙан-хозур тәбиғәт мөйөшө – Асылыкүл килеп баҫалыр. Республикабыҙҙа он һәм икмәк продукцияһын етештереүе менән дан ҡаҙанған бәрәкәтле Дәүләкән ерен иҫәпкә алғанда, был, әлбиттә, тәбиғи күренә. Әммә һәр эштең нигеҙендә тап шул төбәктә йәшәүсе эшсән халыҡтың тырышлығы, уңғанлығы һәм эшһөйәрлеге ята түгелме? Аяҙ көндә ҡояш нурҙарын сағылдырып, көҙгөләй ялтлап ятҡан Асылыкүл кеүек, халҡының да йөҙҙәре сағыу нурҙар сәсеүен, күңелдәренең ни тиклем тәрән һәм йомарт булғанын, һәр эшкә дәррәү атлығып, сәмләнеп тороуҙарын ишетеп кенә белһәк тә, ниһайәт, үҙебеҙгә, «Йәшлек» гәзите хеҙмәткәрҙәренә, райондың иң матур ауылдарының береһендә – Мәкәштә был хәҡиҡәткә инанырға насип булды.

    авторы: админ | 6 марта 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Ҡыҙҙар кейә ҡыҙыл күлдәк… Әҙәбиәт » Хикәйә

    Шуға ла уны артыҡ ҡаҡмайҙар, ҡайһы саҡта ҡиммәтле һағыҙ, суҡлы кәнфит тә эләгә әле үҙенә, ә Гүзәлдең баш күтәрелгән, ирендәр ҡымтылған, ауыҙ асып һүҙ әйтмәҫ, әллә кем булып үтә тегеләр янынан. Һеҙгә минең иҫем китмәй, йәнәһе. Әсәһенә лә хәҙер артыҡ асылып бармай, үҙ эсенә йомолған, нимә уйлай торғандыр, кем белһен. Бәләкәй сағында: «Артист булам!» – тип ҡолаҡты тондороп бөтөрә торғайны, хәҙер ул турала ла шымды. Мәгәр һиҙә Фәриҙә белешмәһә лә серҙәрен, һиҙә, йығылып та китә инде уның ҡыҙы затлы әйберҙәргә. Ниндәйҙер ҡиммәтле журналдар ташый өйгә, ундағы ҡыйып ҡарамаҫлыҡ кейенгән йәштәштәренә ҡарап сәғәттәр буйына ултыра.

    авторы: админ | 6 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҙур спорт тирәләй Яңылыҡтар » Спорт

    Плей-офф плей-офф инде. Бында командаларҙың регуляр даими беренселектә ниндәй һөҙөмтәгә ирешеүенә ҡарамаҫтан, барыһы ла яңынан башлана. «Салауат Юлаев» хоккейсылары уҙған чемпионат буйынса лидерлыҡ позицияһын юғалтмай, беренселекте яулаһа ла, һуңғы мәлдә генә 16 көслө команда рәтенә йәбешеп ҡалған Хабаровскиҙың «Амур» клубы, плей-оффтың беренсе уйынында уҡ кемдең кемлеген күрһәтеп, хужаларҙы һағайта төштө. Эйе, юлаевсылар быны үҙҙәре лә белә ине. Шуға күрә уйын буйына күпме генә һөжүм итмәһендәр, минималь отошҡа ғына ирешеп, тәүге осрашыуҙа аутсайдерҙы көскә еңде. Көскә, тиеү дөрөҫ тә түгел һымаҡ, сөнки яҡташтарыбыҙ «Амур»ҙың ҡапҡаһын бар яҡтан «ут»ҡа тотто. Был көн ҡунаҡтарҙың ҡапҡасыһының көнө булды.

    авторы: админ | 6 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Байрам менән, гүзәл заттар! Мәҙәниәт

    Рөстәм Ғиззәтуллин тигән исемде ишеткәс, йәш ҡыҙҙарҙың йөрәктәре елпенеп китә. Хәҙер йырсы олпатланды, әммә халыҡ һөйөүен юғалтманы, ул әле лә популяр булып ҡала. Йәштәр генә түгел, оло быуын кешеләре лә уның ижадын ярата, табындарҙа йырҙарын башҡара.
    Бындай популярлыҡтың сере нимәлә, тиһегеҙме? Әлбиттә, бер туҡтауһыҙ...

    авторы: админ | 6 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Вәзирә Сөләймән ҡыҙы Хәсәнова Башҡортостан » Юбилейҙар

    Баймаҡ районының Яковлевка ҡасабаһында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ
    Вәзирә Сөләймән ҡыҙы ХӘСӘНОВАНЫ тыуған көнө уңайынан ҡотлайбыҙ!
    Донъябыҙға ҡот өҫтәүсе, күңелебеҙҙе йылытыусы, сабыр холоҡло, оло йөрәкле әсәйебеҙ, һиңә иң изге теләктәребеҙҙе еткереп, ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай яҡты көндәр теләйбеҙ. Күҙҙәреңдең изге нуры, йөрәгеңдең ихласлығы, ҡулдарыңдың маһирлығы, хеҙмәтеңдең матурлығы тормошобоҙға көс, дәрт, йәм өҫтәй. Килер көндәрең – яҡты, күңелең – тыныс, йөҙөң һәр саҡ әлегеләй яҡты булһын!
    Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,
    Бәхет ҡунһын күңелең түренә.
    Барыбыҙға ҡанат, терәк булып,
    Талмай атла ғүмер үренә!
    Иң изге теләктәр менән – ҡыҙҙарың Дилә, Эльвира, улың Айҙар, киленең Фәйрүзә, ейәнсәрең Гөлнур.

    авторы: админ | 6 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Гүзәл Рәфҡәт ҡыҙы Ғәлина Башҡортостан » Юбилейҙар

    Баймаҡ районының Муллаҡай ауылынан ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ Гүзәл Рәфҡәт ҡыҙы ҒӘЛИНАНЫ күркәм юбилейы – 50 йәше тулыу уңайынан ҡайнар ҡотлайбыҙ.
    Ҡәҙерлебеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, ап-аҡ бәхеттәр, эшендә ҙур уңыштар, беҙгә терәк-таяныс булып, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, оҙон ғүмер кисереүен теләйбеҙ. Килер көндәрең – нурлы, тыуыр таңдарың – тыныс, һаулығың ныҡлы булһын.
    Иң изге теләктәр менән – Белорет районында йәшәүсе ҡыҙы Ләйсән, кейәүе Алмас, ейәнсәре Айгизә.

    авторы: админ | 6 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәсет төҙөлөшөнә ярҙам итегеҙ! Башҡортостан

    Мәсет – изгелек таратыу, доға ҡылыу, намаҙ уҡыу урыны. Ғибәҙәт йорто. Бәйғәмбәребеҙҙең хәҙис шәрифендә: «Мәсет төҙөүселәргә Аллаһы Тәғәлә йәннәттә йорт төҙөп ҡуйыр», – тип әйтелә. Ошо изге йортто төҙөүселәр сафында булыу ниәте менән Өфө районының Николаевка ауылында мәсет төҙөргә ҡарар ителде. Изге ғәмәлде тормошҡа ашырыу өсөн ярҙам кәрәк. Ярҙам күрһәтергә теләүселәр ошо иҫәпкә аҡса күсерә ала:.
    ИНН 0245016512, счет 40703810806000108166, БИК 048073601,номер кор/сч. банка получателя платежа 30101810300000000601, Мусульманская религиозная организация д. Николаевка Уфимского района.

    авторы: админ | 6 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru