Донъяла кеше эшләй алмаған эш юҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Тауға әйҙәй Батыр ағай
  • Ураҙа байрамы менән!
  • Ҡояш кеүек, ул ергә белем-нур сәсә!
  • Ялы ла, эше лә танһыҡ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Беҙгә килгән хаттарҙан Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Хөрмәтле редакция! Беҙ, Зәйтүнә Мөхәммәт ҡыҙы Абдуллина менән Вәли Fариф улы Солтанбаев, «Йәшлек» гәзитен үҙебеҙ комсомол булған ваҡыттан алдырабыҙ. Хәҙер бик оло йәштәбеҙ инде, ләкин «Йәшлек»тән айырылырға уйыбыҙ юҡ. Ныҡ көтөп алабыҙ һәм килеү менән үк ундағы кроссворд, сканвордтарҙы сисергә тотонабыҙ. Рәхмәт Илдар улыма. Бик күп беҙгә ят булған һүҙҙәрҙе таптыҡ.

    авторы: админ | 29 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йырлайыҡ, дуҫтар!» Әҙәбиәт

    З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә башҡорт һәм татар телдәрендә тыуған яҡҡа, атай-әсәйгә арналған, мөхәббәт йырҙарын туплаған «Йырлайыҡ, дуҫтар!» китабы донъя күрҙе. Төҙөүселәре – Г. Фазлыәхмәтова, Т. Вәлиева. Тышы милли орнаменттар менән биҙәлгән был баҫма йыр-моң һөйөүсе һәр кемдең күңеленә хуш килер. Унда, халыҡ моңдарынан, ретро көйҙәрҙән тыш, бөгөн радио, телевидение эфирында әленән-әле яңғырап торған популяр йырҙар ҙа ингән.

    авторы: админ | 29 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Улар Аҡбуҙатты ишәк менән бутаны… Яңылыҡтар » Спорт

    Татарстанда, урындағы «Аҡ барс» менән «Салауат Юлаев» командаһының өсөнсө ярымфинал осрашыуы алдынан, «Татнефть-Арена» боҙ майҙанында уйын башланыуға ун минут ҡалғас, һәр ваҡыттағыса, лазер-шоу ойошторола. Унда яҡташтарыбыҙ Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаев сүрәтендә күҙаллана. Йәнәһе, тыныслыҡ өсөн көрәшеүсе атаҡлы геройыбыҙ, ут күршебеҙҙең баш ҡалаһын яулар өсөн, ишәккә атланып бара. Тик ишәктең Салауатты бер нисек тә атландырғыһы килмәй - ҡаршылаша һәм аптыраған геройыбыҙ, уны яурынына һалып, юлын дауам итә. Ут күршеләребеҙ шулай 10 мең татар дуҫыбыҙҙы рәхәтләндереп көлдөрөп, кәйефен күтәрмәксе була. Улар ниндәйҙер кимәлдә маҡсаттарына ирешә: осор башланыуға ике минут та үтеп өлгөрмәй, хужалар иҫәпте аса.

    авторы: админ | 29 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Илдар Ғәбитовтан сканворд Яңылыҡтар » Спорт

    Илдар Ғәбитовтан сканворд

    авторы: админ | 29 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Гөлнур Рамаҙан ҡыҙы Йомағолова Башҡортостан » Юбилейҙар

    Йылайыр районының Йомағужа ауылынан ҡыҙыбыҙ, һеңлебеҙ
    Гөлнур Рамаҙан ҡыҙы ЙОМАҒОЛОВАНЫ матур юбилейы - 45 йәше тулыу менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Ҡәҙерлебеҙ һөйкөмлө ҡатын, абруйлы уҡытыусы һәм өлгөлө әсәй булып туғандарының, ауылдаштарының ихтирамын һәм хөрмәтен яуланы. Эштә уңған, иғтибарлы һәм ярҙамсыл туғаныбыҙға алдағы тормошонда ныҡлы һаулыҡ, оло бәхет, шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы көндәр теләйбеҙ. Миңлеғәле кейәүебеҙ менән бер-береһенә терәк-таяныс булып, балаларының изгелеген күреп, именлектә һәм муллыҡта оҙон-оҙаҡ ғүмер кисерергә яҙһын.
    Оҙон булһын ғүмерең,
    Тыныс булһын һәр саҡ күңелең,
    Бәхет шишмәләрең мул аҡһын,
    Ҙур шатлыҡтар менән таң атһын.
    Изге теләктәр менән - әсәһе, олатаһы, ағалары Баязит һәм Фуат, еңгәләре Әсмә һәм Әнисә, апаһы Мәймүнә һәм башҡа туғандары.

    авторы: админ | 29 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сәғирә Сабирйән ҡыҙы Ғәлиуллина Башҡортостан » Юбилейҙар

    Белорет районының Шығай ауылынан ер йөҙөндәге иң ҡәҙерле, һөйөклө кешебеҙ -
    Сәғирә Сабирйән ҡыҙы ҒӘЛИУЛЛИНАНЫ матур байрамы айҡанлы ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
    Хистәрҙе иләҫләндергән, йөрәктәрҙе илаһи моңға сорнаған яҙ айында донъяға килгән ҡәҙерлебеҙ изге күңелле, йомарт, үтә яғымлы, бай һәм көслө рухлы, уңған, зауыҡлы, ғөмүмән, матур кеше булыуы менән һоҡландыра. Сылтыратып көлөүҙәре, нурлы йөҙө, ташып торған дәрт-дарманы, үҙенә генә хас ҡабатланмаҫ һөйкөмлөлөгө, мөләйемлеге, гүзәллеге менән яулай ул күңелдәрҙе.
    Ғәзиз кешебеҙ! Ошо наҙлы миҙгел һинең иң яҡты, аҡ өмөттәреңде аҡлаһын, хыялдарыңды бойомға ашырһын, тормошоңдо мөхәббәткә, бәхеткә, ырыҫҡа күмһен! Ғаиләбеҙ усағын һүндермәйсә, йортобоҙҙоң ҡото, йәме булып, ныҡлы сәләмәтлектә, шатлыҡ-һөйөнөстәргә, оло уңыштарға ҡыуанып, балаларыңдың игелеген күреп, атайыбыҙ менән иңгә-иң терәшеп, илһамлы оҙон ғүмер юлы үтергә яҙһын!
    Ҡотлау менән - бөтә туғандары исеменән тормош юлдашы Фәнил, улы Венер, ҡыҙҙары Нәркәс, Нургөл.

    авторы: админ | 29 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡайғы уртаҡлашыу Башҡортостан

    Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илфат Әбделәхәт улы Йомағоловтың һөйөклө атаһы вафат булыу сәбәпле, уның һәм барлыҡ яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

    авторы: админ | 29 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Самолетта бер пассажир:
    - Ой, ой, миңә бик ҡыйын, үҙемде насар тоям, - тип ҡысҡыра. Эргәһендә ултырған ир:
    - Бынау төймәгә баҫығыҙ, - ти.
    - Баҫтым, шунан нимә?
    - Бына хәҙер стюардессаның бүлмәһендә лампочка тоҡанасаҡ.
    - Миңә ҡыйын, хәҙер бөтөнләй аңымды юғалтасаҡмын, ә һеҙ, баш ватып, ниндәйҙер лампочка хаҡында һөйләйһегеҙ. Стюардесса минән башҡа ул лампочканы үҙе тоҡандыра алмаймы ни?

    авторы: админ | 29 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru