Өфө ҡалаһынан ҡәҙерле улыбыҙ Динар ҒӘЙНЕТДИНОВТЫ 3 йәше тулыу менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Улыбыҙҙың һау-сәләмәт, тәүфиҡлы, аҡыллы, инсафлы бала булып үҫеүен теләйбеҙ. Киләсәге яҡты, матур булһын, ата-әсәһенең ҡыуанысы булып йәшәһен. Шулай уҡ ошо көндәрҙә һеңлебеҙ Руфина МИХАЙЛОВАНЫҢ да тыуған көнө. Һөйөклө туғаныбыҙҙы байрамы менән тәбрикләп, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә бәхете, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай оҙон ғүмер теләйбеҙ. Иң изге теләктәр менән – атаһы Руслан, әсәһе Гүзәл, өләсәй-олатайҙары.
|