Күп һөйләгән - аҙ эшләгән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Һеҙ экстремаль шарттарҙа йәшәй алаһығыҙмы
  • Йондоҙнамә
  • «Шыршы ҡупшы кейенгән...»
  • «Йәшлек»тә һәр төбәк һулышы сағыла»
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Йөрәгемде балаларға бирәм» Мәғәриф

    Кисә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2008» төбәк-ара конкурсының йомғаҡлау тантанаһы үтте. Республикабыҙҙа 13-сө тапҡыр үткәрелгән мәртәбәле бәйгелә барлығы 62 уҡытыусы ҡатнашты, шуларҙың бишеһе – сит өлкәләрҙән. Әйткәндәй, тәүге тапҡыр Һамар өлкәһенән дә конкурсанттың булыуы хуплауға лайыҡ. Тимәк, конкурстың абруйы күтәрелә, ҡоласы киңәйә бара.

    авторы: админ | 27 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорттар Парижды яулай Сәйәсәт

    Ошо көндәрҙә республика тормошондағы мөһим ваҡиғаларҙың береһе - ЮНЕСКО штаб-квартираһында Башҡортостандың презентацияһы үтә. «Башҡортостан: Рәсәй менән 450 йыл бергә» тип аталған сарала БР Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов етәкселегендәге рәсми делегация ҡатнаша. Делегация составына фән, мәҙәниәт, спорт, киң мәғлүмәт саралары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ингән.
    Францияның баш ҡалаһында Башҡортостан делегацияһы Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО ҡарамағындағы даими вәкиле Владимир Каламанов менән осрашты. Осрашыуҙа Каламанов әфәнде, Рәсәйҙең терәге булған Башҡортостандың фәнни һәм милли-мәҙәни потенциалды һаҡлау, милли мәғарифты үҫтереү йәһәтенән тәжрибәһе ЮНЕСКО өсөн бик ҡыҙыҡлы, тине.

    авторы: админ | 27 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Башҡортостан

    Австрияның «AVL List GmbH» фирмаһының эш төркөмө республикаға сираттағы сәфәре менән килде.
    Фирма вәкилдәренең визитының төп маҡсаты - «Толпар» тәгәрмәсле универсаль тракторҙы йыйыу эшен планлаштырыу. Күҙаллауҙар буйынса, трактор Күмертау производство майҙансығында йыйыласаҡ. Бынан тыш, «Кабина», «Трансмиссия» модулдәре өсөн альтернатив йыйыу майҙансыҡтары ла асыҡланасаҡ. «AVL» хеҙмәткәрҙәре «МЗ «Искра», «КүмАПП» һәм «Стәрлетамаҡ - М.Т.Е.» ойошмаларында буласаҡ, уларҙың эш ҡеүәте һәм мөмкинлектәре менән танышасаҡ.

    авторы: админ | 27 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Салауат» милләттәштәрҙе берләштерә Башҡортостан

    Украинаның баш ҡалаһы Киевта «Салауат» башҡорт мәҙәни үҙәге булдырылды. Уны Ҡәнәфи Хөснөтдинов етәкләй. Был - Украинала йәшәүсе ватандаштарыбыҙҙы туплаған сираттағы йәмәғәт ойошмаһы.
    «Салауат» башҡорт мәҙәни үҙәге «Дуҫлыҡ» башҡорт йәмғиәте базаһында барлыҡҡа килә. Ойошма 1992 йылдан эшләгән, әммә үҙ ваҡытында ҡайтанан теркәлмәгән.

    авторы: админ | 27 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Төп документыбыҙҙың тарихы бай Башҡортостан

    1925 йылдың 27 мартында Башҡорт АССР-ының тәүге Конституцияһы ҡабул ителә.
    Октябрь революцияһына тиклем Рәсәй империяһында башҡорттарҙың хоҡуҡи статусын 1863 йылда ҡабул ителгән «Башҡорттар тураһында положение» ғына көйләй. Революциянан һуң республиканың дәүләт структураларын формалаштырыу, конституция әһәмиәтендәге тәүге хоҡуҡи акттарҙы әҙерләү башлана. Был башланғыс этапта Үҙәк совет власы менән Башҡорт Хөкүмәте араһында Башҡортостан совет автономияһы тураһында килешеү ҙур роль уйнай.

    авторы: админ | 27 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йылдың иң ҡыҙыҡ тамашаһы - Стәрлетамаҡта Башҡортостан

    1 апрелдә Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Йәшлек», «Аҙна», «Атна» гәзиттәре, «ЭлИС», «Первое маршрутное телевидение» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Шүрәле» кафеһы, «Орифлейм» компанияһы, «Анталия» бистроһы, «Мәҙинә» рестораны, Хәмзә Хажи хәйриә фонды менән берлектә «Лира» сатира-юмор һәм эстрада театры «Шырҡ - шоу» исемле көлкө-шаярыуға, йыр-моңға, ҡыҙыҡлы уйындарға һәм, әлбиттә, иҫтәлекле бүләктәргә сорналған тамаша ойошторасаҡ.

    авторы: админ | 27 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Төрлөһө Яңылыҡтар

    Стәрлетамаҡ ҡалаһында, физкультура дәресендә спортзалда футбол ҡапҡаһы өҫтөнә төшөп, 12 йәшлек ҡыҙ һәләк булған. Уҡыусылар футбол уйнап йөрөгәндә, ҡапҡа ҡыҙҙың өҫтөнә ҡолай. Ул иҙәнгә беркетелмәгән була.
    Өҫтөнә ауыр тимер әйбер ауыуҙан ҡыҙҙың күкрәк ситлеге иҙелә, муйыны һына. Ул дауаханала аңына килеү менән вафат була. Әле ҡала прокуратураһы енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

    авторы: админ | 27 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар

    «Еңеү» Рәсәй ойоштороу комитеты тиҙҙән Лучи, Полярный, Дондағы Ростов һәм Туапсе ҡалаларына Хәрби дан ҡалаһы исемен биреү мәсьәләһен ҡараясаҡ.
    «Беҙ тарихи дөрөҫлөктө тергеҙеп, был урындарҙың еңеүгә индергән өлөшөн объектив рәүештә баһаларға теләйбеҙ», - тип белдергән РФ Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Сергей Иванов.
    Билдәле булыуынса, РФ Президенты Владимир Путин 2006 йылдың 9 майында «Хәрби дан ҡалаһы» исеме тураһында» Законға ҡул ҡуйғайны. Уға ярашлы, был исем аяуһыҙ яуҙа Ватан һаҡсылары айырыуса ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткән ҡалаларға бирелә. Президенттың грамотаһы тантаналы шарттарҙа тапшырыла. Был почетлы исемгә Белгород, Воронеж, Владикавказ, Елец, Ельня, Малгобек, Орел һәм Ржев ҡалалары лайыҡ булған.

    авторы: админ | 27 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru