Ир аҫылы эштә беленә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Профсоюз берләштерҙе
  • Әсә абруйы
  • Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә...
  • Йондоҙнамә 19-25 июль
  • Быйыл да һынатмаҫтар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Сәхнә, тип йәшәгән йәштәр Мәҙәниәт

    Ерҙә атлап йөрөр өсөн тыуғандар бер ҡасан да оса алмай. Ә осор ҡоштоң ҡанаттарын ҡайырһаң, меҫкенкәйҙең йәшәү мәғәнәһе ҡалмаясаҡ. Шуның өсөн дә был тормошта һәр кемдең үҙ урыны бар. Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрының йәш артистары Юлиә Ғәләүетдинова менән Руслан Хайсаров, мәҫәлән, тормоштарын сәхнәһеҙ күҙ алдына килтерә алмай. Белорет районының Йөйәк ауылы ҡыҙы менән Өфө егете бәләкәйҙән сәхнәгә ғашиҡ, икеһе лә бейеү түңәрәгенә йөрөгән, мәктәп кимәлендәге спектаклдәрҙә әүҙем ҡатнашҡан.

    авторы: админ | 27 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Диңгеҙ инештән юл ала Мәҙәниәт

    Тормошта үҙ юлыңды табыуға һуҡмаҡ бала саҡтан башлана. Матурлыҡ, ихласлыҡ, күркәмлек, ышаныслы һуҡмаҡ ул - сәнғәт юлы. Күңеле матурҙар ылыға ул мөғжизәле сәнғәт донъяһына. Бигерәк тә яҙ менән матурлыҡҡа юл асыла. Балалар сәнғәтен үҫтереү ниәтендә үҙешмәкәр театрҙар араһында «Ҡолонсаҡ» республика фестивале эшләп килһә, быйыл тәүге тапҡыр балалар театрҙарының «Алтын тирмә» фестивале үтте. Ул башҡорт театр сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе - Булат Имашевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды.

    авторы: админ | 27 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт балы Әҙәбиәт » Хикәйә

    Таң атып килгәндә минең ҡаҡ һике аҫтынан аҡ ҡаҙ килеп сыҡты. Баҡһаң, ул мин йоҡлай алмай ятҡан һике аҫтында ултырған икән. Йомортҡа баҫҡан. Хәҙер ул һары тәпәйҙәрендә алпан-толпан атлап, мөйөштәге сеүәтәгә китте. Миңә әйләнеп тә ҡараманы. Хужаһы муҡшы, буғай. Ул, баулап кейгән галуштарын шаптырлатып, йәшле күҙҙәрен гел ситкә төбәп, мине идараға алып барҙы...
    Хәҙер мин бындай «һөйөү»ҙең ҡайҙан икәнлеген аңланым.
    Мәскәүҙән хат буйынса килеүҙәре хаҡында хәбәр Гузов ауылы буйлап китеү менән, Салауаттың өй ишеге ябылманы. Йорт хужаһы, Салауаттың олатаһы, бәләкәй генә буйлы һаҡалтай ҡарт, мине өнәмәне.

    авторы: админ | 27 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәшенле йәшлек Әҙәбиәт

    - Самат, нисек булһа ла, яҡшы итеп эшлә, буяусы булып түгел, ә художник булып... Балҡып торһон Сәләм! - тине Вәхит.
    Һүҙ Сәләмгә арналған «Туған тел» газетаһы тураһында бара ине.
    - Ярай, иптәш редактор, - тип йылмайҙы Самат. - Ә кем һуң яҙыр? Һаман үҙеңме?
    - Сәғиткә ҡушырбыҙ.
    - Нисек һуң ул тамсы ғына ла уйлап бирмәй? Үҙе етәксе!..
    - Етәксе!.. Их, белмәйем мин: ниндәй йөрәк унда? Бына һуңғы ҡабат уға әйтеп ҡарайым...
    Ләкин Сәғит баш тартты.

    авторы: админ | 27 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бәхет, бәхет, һин ҡайҙарҙа ҡалдың? Мәҙәниәт

    Илеш районының икһеҙ-сикһеҙ тос башаҡлы иген баҫыуҙарын иңләп, зәңгәр сәскәләрҙән таж үреп, һабантурғай йырын тыңлап, аҡ томанға төрөнөп ятҡан томбойоҡло Татыш күленең тулҡындарында бәүелеп, зәңгәр күктең гүзәллегенә һоҡланып, ҡояштың алтын нурҙарында ҡойоноп үҫкәнгәлерме, Иринаның күңеле нескә, хис-тойғоға бай.

    авторы: админ | 27 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Телеңде йоторлоҡ! Яңылыҡтар » Конкурстар

    Махсус ҡырғыста кишерҙе һалмалап ҡырабыҙ. Кәстрүлгә һалып, тоҙ һибеп, бер нисә минутҡа ултыртып ҡуябыҙ, һыуы сыҡҡансы ыуабыҙ. Әсеһе сыҡһын өсөн, дуршлагҡа һалып йыуып, аш һеркәһе ҡойоп, ваҡлап туралған һуғанды ҡушып, өҫтөнә төйөлгән ҡыҙыл борос һибәбеҙ. Көнбағыш майын ҡайнатабыҙ ҙа, еҫен бөтөрөү өсөн һуған турап...

    авторы: админ | 27 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҙур спорт тирәләй Яңылыҡтар » Спорт

    Үкенескә күрә, ярымфиналдың икенсе уйынында көсөргәнешле алышта «Салауат Юлаев» хоккейсылары Ҡаҙандың «Аҡ барс» командаһына 1:2 иҫәбенә отолоп, серияның иҫәбен тигеҙләне. Хәҙер өфөләр уларға ҡунаҡҡа юлланды. Әлбиттә, үҙебеҙҙә булған мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаһаҡ, дәғүәсенең майҙанында уйнау еңелерәк булыр ине лә, шулай ҙа һығымта яһарға ашыҡмайыҡ. Әлеге уйында ла хужалар ҡунаҡтарҙан ҡалышманы, хатта күп тапҡыр өҫтөнлөк итте. Әлеге лә баяғы, баш судьяның хаталаныуы һәм дә бәхет ҡояшының «Аҡ барс»тарға йылмайыуы ошо һөҙөмтәгә килтерҙе.

    авторы: админ | 27 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Айгөл Шакирова һәм Фәнис Мостафин Башҡортостан » Юбилейҙар

    Әбйәлил районының Салауат ауылы һылыуы Айгөл Рәүеф ҡыҙы ШАКИРОВА менән Байым ауылы егете Фәнис Фәрит улы МОСТАФИНДЫ законлы никахтары айҡанлы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ҡәҙерлеләребеҙгә алдағы тормош юлында ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр, оҙон ғүмер, бер-берегеҙгә булған ҡайнар мөхәббәтегеҙҙе һүрелдермәй, пар күгәрсендәр кеүек гөрләшеп, ата-әсәйегеҙҙе ҡыуандырып, туғандарығыҙҙы ихтирам итеп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Тыуыр таңдарығыҙ – аяҙ, көндәрегеҙ – ҡояшлы, төндәрегеҙ – айлы, мөхәббәтегеҙ – ҡайнар, үтер юлдарығыҙ – һикәлтәһеҙ, ҡорған ғаиләгеҙ татыу, ырыҫлы булһын!
    Ҡушылып үҫкән ҡуш ҡайындар кеүек,
    Бергә үтһен тормош юлығыҙ.
    Зәңгәр күлдә йөҙгән пар аҡҡоштай
    Бәхет күлдәрендә йөҙөгөҙ.
    Иң изге теләктәр менән – Мостафиндар, Миңлебаевтар, Әбдрафиҡовтар, Йосоповтар, Дауытовтар, Рәхимовтар, Шакировтар һәм барлыҡ туғандарығыҙ.

    авторы: админ | 27 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru