Иртәгәге эшенде бөгөн уйлап ҡуй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Йәшел ҡалҡан»ға һаҡсыл мөнәсәбәт булырға тейеш»
  • “Йәшлек” гәзитенә 2010 йылдың II яртыһына яҙылыу барышы (25 майға ҡарата)
  • Профсоюз берләштерҙе
  • Меңәр саҡрымлыҡ юл беренсе аҙымдан башлана
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Шағыя Зәйнулла улы Хәйерзаманов Башҡортостан » Юбилейҙар

    Мәсетле районының Йонос ауылынан ҡәҙерле атайыбыҙ, олатайыбыҙ
    Шағыя Зәйнулла улы ХӘЙЕРЗАМАНОВТЫ 80 йәшлек юбилейы уңайынан ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе, рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ.
    Һин булғанға ерҙә беҙ бәхетле,
    Һинең менән яҡты көнөбөҙ,
    Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул,
    Һиңә оҙон ғүмер теләйбеҙ.
    Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
    Ситләп үтһен һағыш, борсоуҙар.
    Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
    Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
    Иң изге теләктәр менән - ҡыҙығыҙ Фәниҙә, кейәүегеҙ Хәбирйән, ейәнегеҙ Руслан, ейәнсәрҙәрегеҙ Зулина, Фирүзә.

    авторы: админ | 27 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсимә Рауил ҡыҙы Баязитова Башҡортостан » Юбилейҙар

    Бөрйән районы Байназар мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
    Рәсимә Рауил ҡыҙы БАЯЗИТОВАНЫ тыуған көнө менән ҡотлайым. Килер көндәрегеҙҙең яҡты, бәхет-шатлыҡҡа мул булыуын, сәләмәтлектең ҡоростай ныҡлыһын, ғүмерҙең ҡояшҡа тиң оҙонон, шатлыҡтарҙың мөлдөрәмә тулыһын, өмөт-теләктәрегеҙҙең һәр саҡ тормошҡа ашыуын теләйем. Һеҙгә күңел тыныслығы, аяҙ көндәр генә батшалыҡ иткән тыныс, имен тормош, күңел көрлөгө, рух ныҡлығы, ғаилә татыулығы юлдаш булһын. Киләсәктә лә беҙгә рухи көс өҫтәүсе кәңәшсебеҙ булып ҡалығыҙ. Еңел булмаған хеҙмәтегеҙҙә яңы бейеклектәр, ҙур уңыштар насип булһын!
    Ҡотлау менән - Розалия.

    авторы: админ | 27 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йондоҙнамә (31 март - 6 апрель) Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Ылаҡ (22.12 - 20.01)
    Күптәрҙә ваҡиғаларҙың барышын тиҙләтеү теләге тыуыр. Үкенескә күрә, бының буталсыҡҡа килтереүе мөмкин. Шаршамбы башҡа көндәрҙән күпкә файҙалыраҡ көтөлә.

    авторы: админ | 27 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    - Ҡәҙерлем, һинең хыялың бармы?
    - Бар ине.
    - Ә хәҙер?
    - Ә хәҙер минең һин бар.

    авторы: админ | 27 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яҙ, наҙ һәм «Шаяниум» Башҡортостан

    Баш ҡаланың «Өфө уттары» йәштәр үҙәгендә үткән «Шаяниум – 2008» шаяндар һәм отҡорҙар республика бәйгеһендә иң шәп көлкө һәм юмор оҫталары билдәләнде.
    Тәбиғәттең серле лә, гүзәл дә, илаһи ҙа миҙгеле ергә аяҡ баҫҡанда, тирә-яҡты хозурлыҡ ялмап алып, тәбиғәткә яйлап йәм ингәндә, моғайын, һәр кемдең дә йөрәге хис-тойғоларға тулышып ҡайнай, төҫтәр баҙыҡланыуынан күңеленән әүрәткес сихри бер моң ағыла торғандыр. Тап шул мәлдә яңы идеялар, яңы фекерҙәр, яңы мөмкинлектәр, яңы мөнәсәбәттәр тыуа ла инде. Ер ҡарҙан әрселә башлағас та «Шаяниум» шаяндар һәм отҡорҙар республика фестивален үткәреү ҙә осраҡлы түгел. Ҡыш буйына йоҡомһорап ятҡан энергия, көс, ижади ҡеүәт тап ошо сарала мәҙәк тә, ғибрәтле лә, ялҡынлы ла, дәртле лә сығыштарҙа үҙ урынын таба.

    авторы: админ | 25 марта 2008 | Фекерҙәр (8) | Тотош уҡырға
    Балалар пособиеһы арта Яңылыҡтар

    2008 йылдың 1 ғинуарынан алып мотлаҡ социаль страховкалауға дусар ителмәгән эшләмәүсе граждандарға һәм ойошма бөтөрөлөү сәбәпле эштән ебәрелгән ҡатындарға пособие күләме үҙгәрҙе. Бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие хәҙер 9982 һум тәшкил итә, ә тәүге балаға айлыҡ пособие 1,5 йәш тулғанға тиклем - 1871,63 һум, икенсе һәм унан һуңғы балаларға 3743,25 һум күләмендә түләнә. Ойошма бөтөрөлөү һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың эшмәкәрлеген, адвокат статусын һәм шәхси нотариус булараҡ вәкәләттәрен туҡтатҡан граждандарға, шулай уҡ профессиональ эшмәкәрлеге федераль законға ярашлы дәүләт регистрацияһы үтергә һәм лицензияланырға тейешле башҡа физик шәхестәрҙең эшмәкәрлеге туҡтатылыуға бәйле, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса түләнергә тейешле пособие хәҙер 374,33 һум тәшкил итә.

    авторы: админ | 25 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Социаль икмәк» ҡиммәтләнмәйәсәк Иҡтисад

    Башҡортостанда «социаль аҙыҡ-түлек»тең исемлеге былтыр уҡ билдәләнде. Шөкөр, был «төркөмгә» ҡараған аҙыҡ-түлектең хаҡын арттырырға йыйынмайҙар, һәр хәлдә «социаль икмәк»кә хаҡ үҙгәрмәйәсәк.
    Шулай ҙа әле Рәсәйҙә он менән тәьмин итеү мәсьәләһе бик киҫкен тора. Бигерәк тә арыш оно дефицит. Белгестәр ҙә ҡыуандырырлыҡ фараздар яһамай, улар әйтеүенсә, игендең һәм ондоң былтырғы уңышына хаҡ артасаҡ. Был тышҡы донъя баҙарына ла, эстәгегә лә ҡағыла. Хаҡтарҙың күтәрелеүенә ашламаларға, орлоҡҡа, ауыл хужалығы өсөн техникаға хаҡтарҙың артҡандан-арта барыуы үҙ өлөшөн индерә.

    авторы: админ | 25 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Башҡортостан

    Бөгөн Өфө дәүләт нефть техник университетында йәш ғалимдар советының ултырышы үтте.
    Көн тәртибендә республика вуздарының йәш ғалимдар советын берләштереү, шулай уҡ йәш ғалимдарҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләһе ҡаралды. Бынан тыш, ултырышта ҡатнашыусылар уҡыу процесында инновацион технологиялар, йәш ғалимдарҙың маркетинг буйынса белем биреү программаларын әҙерләүҙә ҡатнашыуы хаҡында ла фекер алышты.

    авторы: админ | 25 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru