Йоҡлағанға өлөш юҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Мәңге уңалмаҫ сей яра
  • Ҡолаҡ һал!
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Ҡояш кеүек, ул ергә белем-нур сәсә!
  • Хәтер юйылмаһа, улар тере ҡалыр!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • - Алло! Һеҙҙе Юлай Ильясов тыңлай Сәйәсәт

    26 мартта 16 сәғәттә «Йәшлек» гәзите редакцияһы Башҡортостан радиоһының «Юлдаш» радиоканалы менән берлектә гәзит уҡыусылар өсөн Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Юлай Ильясов һәм ведомствоның торлаҡ буйынса белгесе ҡатнашлығында «тура бәйләнеш» ойоштора.

    авторы: админ | 25 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тарихта ҡалыр чемпионат Яңылыҡтар » Спорт

    Хоккей буйынса Рәсәй чемпионатының иң көслө дүрт командаһы ярымфинал уйындарының тәүге осрашыуҙарын уҙғарҙы ла инде. Башта боҙ майҙанына Рәсәйҙең иң көслө төбәктәре булып һаналған Башҡортостан менән Татарстан хоккей командалары сыҡты. Әлбиттә, уларҙы финалда күрергә күпме генә теләһәк тә, яҙмыш береһенә генә төп бәйгегә юл асасаҡ. Ошо ҙур спорт байрамын үҙ күҙҙәре менән күрер өсөн республикабыҙҙың төрлө ойошмаларынан 50 меңгә яҡын билетҡа алдан заказ бирелгән булған. Тимәк, спорт халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Шуға күрә, спорт майҙансыҡтарын тағы ла күберәк сафҡа индереп, республикабыҙ исеменән башҡа спорт төрҙәренән дә Рәсәй чемпионаттарында сығыш яһарлыҡ көслө, элиталы командалар булһын ине. Ә инде әлеге уйынға килгәндә, «Салауат Юлаев» хоккейсылары «Аҡ барс»ҡа ҡаршы бик дәртләнеп сыҡты һәм алдына ҡуйған маҡсатына ирешеп, тәүге еңеү яуланы.

    авторы: админ | 25 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бал эсәһеңме, мәке һыуымы? Яңылыҡтар

    Кемдер өсөн үҙенең баймы, ярлымы икәнлеге ап-асыҡ булһа, матди байлыҡ буйынса ниндәй категорияға ҡарағанын белмәй аптырағандар ҙа юҡ түгел. Булмаһа, башҡаларҙың фекеренә ҡолаҡ һалайыҡ - Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге беҙгә ошондай мәғлүмәттәр тәҡдим итә:
    - рәсәйҙәр урта хәллеләр төркөмөнә ҡараусыларҙы ошолайыраҡ билдәләй, улар - даими килем алған, эш хаҡы лайыҡлы булғандар (респонденттарҙың 22 проценты шулай һанай), эшҡыуарҙар (19), дәүләт эшендә булғандар (13), фатиры, машинаһы, дачаһы, сит илгә барып ял итергә мөмкинлеге булғандар (11). Ә инде табип (5 процент), уҡытыусы (4 процент), сәйәсмәндәр, чиновниктар, депутаттарҙы (4), банкирҙар, ғалимдар, инженерҙарҙы урта класҡа индереүселәр саҡ ҡына һирәгерәк. Шулай ҙа иң мөһиме - лайыҡлы торлаҡ, тип билдәләй респонденттарҙың 75 - 77 проценты.

    авторы: админ | 25 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дайджест Яңылыҡтар

    «Мегафон» компанияһы абоненттар базаһы һәм база станциялар төҙөлөшө буйынса республикала алдынғылыҡты биләй.
    Былтыр Башҡортостанда компанияның абоненттары 45 проценттан күберәккә артҡан һәм йыл башына улар 1 млн 200 мең кеше тәшкил итә. Уҙған йылдың ғинуарында «Мегафон» иң тәүгеләрҙән булып республиканың бөтә ҡалаларын һәм район үҙәктәрен бәйләнеш менән тәьмин итә. Башҡортостан биләмәһендә «Мегафон»дың база станцияларының һаны ике тапҡырға артҡан. Йыл аҙағына тиклем компания үҙенең абоненттар базаһын 1,5 миллион ҡулланыусыға тиклем еткерергә уйлай. Балалар һәм пенсионерҙар кеүек ҙур аудитория әле резервта тора. Ғәҙәттәгесә, йәштәрҙе һәм студенттарҙы ҡыҙыҡлы тарифтар һәм тәҡдимдәр көтә.

    авторы: админ | 25 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Флюрография кабинеттары бушлай эшләй Сәләмәтлек

    Йыл һайын донъяла миллионлаған кеше туберкулездан вафат була. Планетала, үлтереүсе инфекция булараҡ, туберкулез беренселекте бирмәй. Шул уҡ ваҡытта был инфекция менән көрәш өсөн көслө тәьҫирле дарыуҙар әллә ҡасандан уҡ етештерелә, һауығам, тип дауаханаға килгәндәрҙең бөтәһе лә яҡшыға өмөт итә ала.
    Башҡортостанда туберкулез сирлеләрҙең һаны, дөйөм Рәсәй менән сағыштырғанда, аҙыраҡ, беҙҙә 100 мең кешегә 43,2 ауырыу тура килә. Әммә был күрһәткес тә проблемаға тыныс ҡына ҡарарға нигеҙ бирмәй. Шуға ла республикала туберкулез менән көрәшеүгә ҙур иғтибар бүленә, етмәһә, был ауырыу - ассоциаль күренештәрҙең береһе. Ҡурҡыныс инфекция иркенән мәхрүм ителгән кешеләр араһында бигерәк тә йыш осрай. Шулай уҡ мигранттар ҙа республика буйынса ауырыуҙарҙы билдәләгән күрһәткестәрҙе арттырыуға үҙ өлөшөн индерә. Туберкулез сирлеләрҙең 65 проценты бер ҡайҙа ла эшләмәгән, ассоциаль тормош алып барған кешеләр, уларҙың күбеһендә башҡа төр инфекциялар ҙа йыш осрай.

    авторы: админ | 25 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был донъяла ниҙәр бар? Яңылыҡтар

    Быйыл тәүге тапҡыр Берҙәм дәүләт имтихандарының һөҙөмтәләре Мәскәү дәүләт университетына уҡырға ингәндә иҫәпкә алынасаҡ.
    Әммә 2008 йылдың абитуриенттарына элекке кеүек үк тейешле предметтарҙан имтихан бирергә кәрәк буласаҡ, БДИ-ның ыңғай һөҙөмтәләре уҡырға инеүсегә өҫтәмә балл ғына өҫтәйәсәк.
    2009 йылда БДИ тәжрибә булыуҙан туҡтаясаҡ.

    авторы: админ | 25 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һай, үҙебеҙҙең егет! Яңылыҡтар » Спорт

    Ошо көндәрҙә Өфөгә мотоциклда боҙҙа уҙышыу буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы Николай Красников ҡайтты. Уны һәм тренеры Владимир Белоноговты баш ҡалабыҙ аэропортында БР физик культура, спорт һәм туризм министры урынбаҫары Владимир Иванушкин, Рәсәй Мотофедерацияһы вице-президенты Риф Сәйетгәрәев, Өфөнөң Орджоникидзе районының спорт комитеты рәйесе Николай Ярославцев, РОСТО (ДОСААФ) республика советы рәйесе урынбаҫары Мираль Әхмәтйәнов һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡаршы алды.

    авторы: админ | 25 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йыһан театрына сәйәхәт Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Планетарий – ул йондоҙҙар театры, ә сәхнәһе – йондоҙҙарҙы сағылдырыусы купол, төп ролдәрҙә – Ҡояш, Ай, планеталар, галактика һәм Ер шары.
    Йәкшәмбе көн Халыҡ-ара планетарийҙар көнө үтте. Был аҙ билдәле байрам тәү тапҡыр 1990 йылда Италияла үтә, 1994 йылда Рәсәйҙә һәм бер-нисә башҡа илдә билдәләнә башлағас ҡына халыҡ-ара статусын алған. Байрам төрлөсә, яҙ миҙгелендә көн...

    авторы: админ | 25 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru