Егәрле уңыр, ялҡау туңыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]ҺАБАНТУЙҘАР ГӨРЛӘР САҠ ЕТӘ[/b]
  • Ҡояш кеүек, ул ергә белем-нур сәсә!
  • Хорау-яуап
  • Республика етәксеһе халыҡ менән онлайн режимында аралашты
  • Һынамыш
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Әҙәбиәт өсөн һыҙланыу Әҙәбиәт

    Яҙыусы Сабир ШӘРИПОВҠА – 60 йәш
    «Тауҙарҙағы эҙ» (1982) китабы менән әҙәбиәт майҙанына сыҡҡан яҙыусы Сабир Шәрипов ошо көндәрҙә үҙенең 60 йәшлек юбилейын билдәләй. Әллә күнегеп кителгән, әллә үҙебеҙ шундай яйға ҡороп алдыҡ, әммә әҙиптәр менән юбилейҙары уңайынан ғына осрашып һөйләшеү форсаты тейә. Был, бәлки, дөрөҫтөр ҙә, сөнки байрамын ҡаршылаған һәр кем һығымта яһай, әйтер һүҙе була, күңелендә сайпылыр хисе лә тулыша. Бөгөн ниндәй уй-тойғолар менән йәшәй икән Сабир Нәғим улы? Моғайын, уның әйтер һүҙҙәре лә барҙыр. Ул – Башҡортостан Яҙыусылар союзының проза секцияһы рәйесе, «Ағиҙел» журналында проза бүлеген етәкләй, башҡорт прозаһының төп йөгөн тартыусыларҙың береһе лә.

    авторы: админ | 25 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тутыйғош Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Эх-ти, кисә арыу тейәлгән икән, тип үҙен-үҙе әрләй-әрләй һөйләнде һуң ғына уянған Сөнәғәт ағай: «Берәй йотом һемермәйсә әҙәм булып булмаҫтыр...»
    Икенсе бүлмәлә кинйә ҡыҙы Ләлә үҙе ҙурлыҡ ҡурсағы менән аҙаплана, үҙе туҡтауһыҙ һөйләнә – «р» урынына «л»ны ҡыҫтырып һөйләүе мәҙәк кенә килеп сыға.
    – Етте һиңә, сусҡа ла һинән таҙалаҡ йөрөй. Прлагульщик! – Сөнәғәт Сафич ҡалҡына бирҙе лә, стенаға һөйәлгән көҙгө аша ҡыҙының ҡыланыуына күҙ һалды.

    авторы: админ | 25 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт балы Әҙәбиәт » Хикәйә

    Григорий Свирский 1972 йылда уҡ сәйәси тотороҡһоҙлоғо өсөн Советтар Союзынан ҡыуып сығарыла, шуға Рәсәй халҡының күпселегенә таныш түгел. 1941 йылда филология факультетының беренсе курсынан фронтҡа киткән егет, һуғышты тотош үтеп, Төньяҡ фронтының авиаполкында хеҙмәт итеп, аҙаҡ фронт гәзите хәбәрсеһе булып эшләп, еңеүҙән һуң МДУ-ны тамамлай, илдә танылған журналист һәм яҙыусы булып китә. 1962 йылда сыҡҡан «Ленин проспекты» романы Свирскийҙы билдәле яҙыусылар рәтенә ҡуя. 1967 йылда уның повесы буйынса төшөрөлгән диңгеҙ бомбардировщиктары тураһында «Места тут тихие» фильмы популярға әйләнә.

    авторы: админ | 25 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Орлоҡтар ҡайҙа йәшерелгән? Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Алдағы бер нисә тиҫтә йылда планетабыҙға йыһан киңлегендә осоп йөрөүсе астероидтар бәрелеүе ихтимал, ҡояш, «ҡартайып», һүрелә башлаясаҡ, йә ерҙәге глобаль йылыныу, тәбиғәт афәттәре тереклекте юҡ итәсәк, тигән имеш-мимеш хәбәрҙәр йышайҙы. Әлбиттә, ғалимдар фекерҙәрен һауанан алып әйтмәйҙер, һығымталары фән нигеҙҙәре менән дә нығытыла, әммә уларҙың һүҙҙәре, ғәҙәттә, ҡыуыҡ кеүек ҙурайыусан, икенсе юҫыҡҡа табан тиҙ үҙгәреүсән. Халыҡты шаҡ ҡатырып, сенсация тыуҙырыу йәһәтенән киң мәғлүмәт сараларының да эшмәкәрлеге ҙур.

    авторы: админ | 25 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Ҡыҙлы булғыбыҙ килә» Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Һаумы, беҙ яратып уҡыған ҡәҙерле «Йәшлек»!
    Һиңә бер бәләкәй генә үтенесебеҙ бар. Миңә 24 йәш, биш йәшлек ул үҫтерәбеҙ, хәҙер иптәшем менән икенсегә бәпәй тураһында уйлайбыҙ. Хыялыбыҙ - ҡыҙлы булыу.
    «Йәшлек», һинең биттәрҙә өс-дүрт йыл элек бер таблица һүрәтләнгәйне, уның буйынса баланың енесен алдан планлаштырып була, тип хәтерҙә ҡалған. Шул таблицаны тағы ла баҫтырып булмаҫмы икән? Алдан уҡ рәхмәт әйтәбеҙ.
    Светлана. Ишембай районы.

    авторы: админ | 25 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ике ботло герҙән башланған көрәш Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Ҡулыма ҡәләм алыуға физик яҡтан етешһеҙлеге булған бер егеттең ауыҙынан ишеткән зарланыу, үҙен ҡыйырһытыу-йәберләүгә үпкә белдереү этәрҙе.
    Миңә ҡалһа, үҙ-үҙеңде яҡлау - һәр кемдең бурысы. Йәшем инде 70-кә етеп килә, тормошомда үҙемде лә, башҡаларҙы ла йыш яҡларға тура килде. Һәм бында ике ботлоҡ герҙең роле ҙур булды.
    Их, йәш сағымдың һабантуйҙары!.. Көрәш, ат сабыштары, йүгерешеү, гер күтәреп ярышыу. Көс-ҡеүәт яғынан үрнәк алырлыҡ баһадирҙар бик күп ине ул заманда. Малай ваҡытта колхозда бесән әҙерләшкәндә әҙ-мәҙ эләккән ял ваҡытында, ҡулға аттарыбыҙҙың муйынында йөрөгән тышауҙарҙы алып, һабантуй батырҙарына оҡшарға тырышып, көрәшә, батырҙар тураһында иҫтәребеҙ китеп һөйләй инек. Һабантуй батырҙары беҙҙең өсөн әкиәт бәһлеүәндәре ине!

    авторы: админ | 25 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәшенле йәшлек Әҙәбиәт

    «Их, йәшеренеп кенә тор ҙа - уның ҡәләменең хәрәкәт итеүен, күҙҙәренең ҡайҙарға төбәлгәнен ҡарап тор ине!.. Нимә тураһында яҙҙы икән һуң ул?.. Нимә һуң уны яҙырға мәжбүр итә?..
    Айһылыу, һин әйтсе,
    Ни уйланың?
    Ниндәй уйҙар
    Кисте башыңдан?
    Хыялдарҙың
    Ҡайһы бейеклеге
    Тирбәлде һуң һинең ҡаршыңда?..

    авторы: админ | 25 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һуңғы осрашыу Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    1969 йыл. Район үҙәге Иҫке Собханғолға юл төшөп, бер барғанымда мәҡәлә һәм шиғырҙарымды «Таң» гәзитенә биреү ниәте менән редакцияға юлландым. Ул саҡта шағирҙар Самат Ғәбиҙуллин менән Хәсән Назаровтың гөрләтеп эшләп йөрөгән мәле. Бер бәләкәй генә бүлмәлә мине ҡаҡса йөҙлө, буйсан, йор һүҙле бер ағай йылы ҡаршыланы – ул шағир Самат Ғәбиҙуллин ине.
    Беҙҙең осрашыу тәүгә булһа ла, йәнле һөйләшеүебеҙ шиғриәткә бәйләнде. Шул...

    авторы: админ | 25 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru