Ишектән кереп, төнлөктән сыҡма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ағас күрке – япраҡ, тиһәләр, урман күрке – мышылар...
  • Өфө – Европа ҡалалары иҫәбендә
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Интернет аша ла конференция үткәрергә мөмкин
  • Байрамығыҙ менән, почтальондар!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Милли матбуғатта үҙ йөҙө бар Башҡортостан

    Республиканың татар телендәге төп ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни баҫмаларының береһе булған «Кызыл таң» гәзите Өфө «Нур» татар дәүләт драма театрында үҙенең 90 йыллыҡ юбилейын билдәләне.
    Байрамға арналған сараларҙың береһе «Милли матбуғат: тарихы һәм бөгөнгөһө» тип аталған фәнни-ғәмәли конференция менән башланды. Форумға дәүләт эшмәкәрҙәре, күрше Татарстан Республикаһынан ҡунаҡтар, ғалимдар, республика, татар телендәге район гәзиттәре баш мөхәррирҙәре, ветерандар, студенттар саҡырылғайны. 90 йыллыҡ тарихҡа эйә баҫманың мәҙәни үткәне бай, республикалағы күп билдәле журналистар бында ҡанат нығытҡан, арҙаҡлы шәхестәр үҫеп сыҡҡан.

    авторы: админ | 25 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Ә шулай ҙа мин яратам...» Яңылыҡтар

    Социаль күҙлектән ҡарағанда тиң булмаған егет һәм ҡыҙҙың өйләнешеүенең һөҙөмтәһен күрһәткән сериал күптәрҙе телевизор алдына ултыртып ҡуя.
    Был фильмда төп ролдәрҙең береһен – төрки халыҡ вәкиле икәнлеге әллә ҡайҙан күҙгә ташланып торған Женяны Шамил Хаматов уйнай. Ул актриса Сулпан Хаматованың бер туған ҡустыһы. 1985 йылғы егет ГИТИС-та уҡып, 2005 йылда диплом алған, әле «Современник» театрының актеры.

    авторы: админ | 25 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Лилиә Ишемйәрова һәм Урал Мортазин Башҡортостан » Юбилейҙар

    Яҡын дуҫтарыбыҙ - Башҡортостандың атҡаҙанған артистары
    Лилиә Ишемйәрова һәм Урал Мортазинды баһадирҙай улдары тыуыу менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ғаиләгеҙгә йәм, бәрәкәт өҫтәп, сабыйығыҙ һеҙҙе яңы шатлыҡтарға, бәхеткә күмһен.
    Ишле ғаилә - ил күрке ул.
    Артып торһон ҡотоғоҙ!
    Яңы нур менән балҡыһын
    Мөхәббәтле йортоғоҙ!
    Иң изге теләктәр менән - дуҫтарығыҙ.

    авторы: админ | 25 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әсмә Әпҡәҙир ҡыҙы Әбсәлиҡова Башҡортостан » Юбилейҙар

    Күгәрсен районының Йомағужа ҡасабаһынан
    Әсмә Әпҡәҙир ҡыҙы ӘБСӘЛИҠОВАНЫ 45 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Изге күңелле, һәр ваҡыт яҡты йөҙлө сабыр ҡатын, уңған хужабикә, хәстәрлекле әсәй булған ҡәҙерлебеҙгә тыуған көнөндә йөрәк түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Уҡыусыларының һөйөүен, хөрмәтен яулаған абруйлы уҡытыусы ла ул, тырыш хеҙмәте «Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы» билдәһе менән баһаланған. Киләсәктә лә уға иҫәнлектә-һаулыҡта, хеҙмәтенең емештәрен татып, мул тормошта, яҡындары һәм туғандары янында бәхетле оҙон ғүмер кисерергә яҙһын.
    Һин булғанға беҙҙең тормош матур,
    Һин бит беҙгә оло бер терәк.
    Йондоҙҙарға ай нисек кәрәк булһа,
    Һин дә беҙгә шулай бик кәрәк.
    Ҡотлау сәләмдәре менән - тормош иптәшең Рауил, улдарың Рәмил менән Рәил, ҡәйнәң һәм бөтә туғандарың.

    авторы: админ | 25 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Илдар Ғәбитовтан сканворд Яңылыҡтар » Спорт

    Илдар Ғәбитовтан сканворд

    авторы: админ | 25 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ир менән ҡатын аҙыҡ-түлек магазинында. Ҡатын һатыусыға:
    - Бер кило карбонад, бер ҡаҡланған сырлы колбаса, ярты кило сыр, бер ҡыҙҙырылған тауыҡ һәм эт өсөн ярты кило ливер колбасаһы, - ти. Быны ишетеп торған ире:
    - Ҡәҙерлем, яңылышаһың, беҙҙең этебеҙ юҡ бит, - ти.
    - Илгиз, ырылдама, - ти ҡатыны теш араһынан.

    авторы: админ | 25 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хеҙмәт алдынғыларын ололап Башҡортостан

    Ошо көндәрҙә Республика йортонда Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов бер төркөм хеҙмәт алдынғыһына дәүләт наградалары тапшырҙы.
    РФ Дәүләт Думаһының Конституцион ҡануниәт һәм дәүләт төҙөлөшө комитеты рәйесе урынбаҫары Рәмил Исҡужин менән БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Радий Хәбиров (һүрәттә) «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы» исеменә лайыҡ булды. Республика тормошоноң төрлө өлкәләрендә эшләүсе утыҙға яҡын хеҙмәт алдынғыһы Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Уларҙың береһе - Баймаҡ районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Рөстәм Сәйетов. Дәүләт наградаһына лайыҡ булыусылар араһында БДУ-ның Сибай институты ректоры Зиннур Йәрмөхәмәтов та бар.

    авторы: админ | 22 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Тэфи-төбәк – 2007» конкурсының ярымфиналы тамам Яңылыҡтар

    Конгресс-холда шаулап-гөрләп үтте «Тэфи-төбәк – 2007» телевидение конкурсының ярымфиналы. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 22 – 25 апрелдә Мәскәү эргәһендә уҙасаҡ «Тэфи-төбәк – 2007» сараһының аҙаҡҡы этабы. Аллаға шөкөр, унда сығыш яһаусылар араһында Башҡортостан вәкилдәре лә бар.
    19 апрелдә Конгресс-холда барған сараны Рәсәйҙең «СТС» каналында «Истории в деталях» тапшырыуын әҙерләүсе Сергей Майоров, «БСТ» каналының «Гәлсәр һандуғас» тапшырыуының авторы Земфира Байбулдина, «Вести – Башкортостан» тапшырыуының дикторы Наталья Сергунина алып барҙы. Байрамды Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменән тәбрикләп, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев сығыш яһаны.

    авторы: админ | 22 марта 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru