|
 |
 |
«Тылсымлы ҡурай»ҙың тылсым көсө еңде |
Мәҙәниәт |
|
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Ҡолонсаҡ – 2008» Республика балалар өсөн спектаклдәр фестиваленең йомғаҡлау тантанаһы үтте. Билдәле булыуынса, фестиваль быйыл өсөнсө тапҡыр уҙғарылды. Унда республиканың 11 профессиональ драма театры ҡатнашты. Йәш тамашасыларға улар башҡорт, рус һәм сит ил авторҙарының әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған 13 спектакль тәҡдим итте. Шулар араһынан иң юғары баһаға Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрының «Тылсымлы ҡурай» спектакле лайыҡ булды. Төп приз сифатында Стәрлетамаҡ театрына Рәсәй биләмәһендә үткән ниндәй булһа ла театр фестивалендә ҡатнашыу хоҡуғы бирелде. Фестивалдең тәнҡитселәр коллегияһы булдырған «Иң яҡшы актерҙар эше» номинацияһының призына «Конек-горбунок» спектаклендәге эше өсөн Рус дәүләт академия драма театрының актрисаһы Айгөл Шакирова лайыҡ булды. «Йәншишмә» гәзитенең махсус бүләге фестивалдең иң йәш ҡатнашыусыһы, Туймазынан Айрат Ғәбиҙуллинға тапшырылды. С. НИЯЗОВА.
|
|
|
|
Мәскәү эргәhендә үткән «Тэфи-төбәк – 2007» Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы призына «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияhының эше лә лайыҡ булды. «Телевидение дизайны» номинацияhында режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтова hәм идея авторы Зөhрә Бураҡаеваның Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләте составына инеүенә 450 тулыуға арналған программа-ара роликтары бронза статуэтка хужаhы, тип табылды. «Тэфи-төбәк – 2007» конкурсының махсус призы менән режиссер Венера Йомағолованың «Еҙем инәйҙәре» фильмы билдәләнде. Л. СИТДИҠОВА.
|
|
|
 |
Фәйзи Fәскәров бүләге – «Ағиҙел»дә |
Мәҙәниәт |
|
Фәйзи Fәскәров исемендәге төбәк-ара халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре фестивале 24 – 26 апрелдә Өфөлә үтте. Унда III урынға «Кама буйы» (Нефтекама), «Аҡйондоҙ», «Майҙан» (Өфө) халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре лайыҡ булды. II урын – «Йәшлек» (Әбйәлил), «Дуҫлыҡ» (Борай) ансамблдәренә бирелде, ә «Сәфәр» (Туймазы) халыҡ бейеүҙәр ансамбле лайыҡлы рәүештә I урынға сыҡты. Өфө ҡалаhы хакимиәте Хәйбулланан «Сезам» ансамбленә махсус призын тапшырҙы. Ә төп приз – гран-приға Салауат ҡалаhынан «Ағиҙел» халыҡ бейеүҙәре ансамбле лайыҡ булды. Уларға 20 мең һум күләмендә премия тапшырылды.
|
|
|
|
Үткән аҙнала Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов эшлекле сәфәр менән Франция, Австрия һәм Венгрияла булып ҡайтты. Республика башлығы Башҡортостанда үҙ производстволарын асырға йыйынған сит ил төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы предприятиеларының эше менән танышты. Францияның Вожур ҡалаһында Башҡортостан Президенты гипсокартон һәм ҡоро ҡатнашмалар сығарыусы Сен-Гобен фирмаһы заводында булды. 1665 йылдан эшләгән концерндың бүлексәләре бөгөн 50-нән ашыу илдә бар. Мортаза Рәхимов компанияның президенты Жан-Луи Бефф әфәнде менән дә осрашты. Килешеү буйынса, оҙаҡламай Башҡортостанда, Өфө районының Рус Юрмашы ҡасабаһы эргәһендә, гипсокартон етештереү буйынса завод төҙөләсәк. Инвестицияларҙың дөйөм суммаһы 100 миллион евроға төшәсәк. Заводта 120 яңы эш урыны булдырыласаҡ, карьерҙа иһә 80 кешенең эшләүе мөмкин. |
|
|
|
Эш сәфәре
24 – 25 апрелдә БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев эш сәфәре барышында республика райондарындағы эштәрҙең тормошҡа ашырылыуы, бигерәк тә, яҙғы сәсеү эштәренең барышы менән танышты. Ике көн эсендә Раил Сарбаев Шишмә, Благовар, Бүздәк, Дәүләкән, Әлшәй, Бәләбәй, Йәрмәкәй һәм Туймазы райондарында булды. Хөкүмәт башлығы Дәүләкән районында «Ҡаҙанғол» тәжрибә-етештереү предприятиеһы баҫыуҙарын, һыйыр малын үрсетеү базаһын, нефть сәнәғәте өсөн ҡорамалдар етештергән «Нефтемаш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ҡараны. Әлшәйҙә Раил Сарбаев Раевкалағы сөгөлдөр үҫтереү, уны келәткә һалыу һәм һаҡлау шарттары менән танышты, заманса технологияларҙы файҙаланып, 530 гектарҙа шәкәр сөгөлдөрө үҫтергән агрофирма бүлексәләренең береһендә булды. Ике көнлөк эш сәфәренә йомғаҡ яһап, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, бөгөн төп мәсьәлә – яҙғы баҫыу эштәре, тип билдәләне, бындай сәфәрҙәр даими буласаҡ, уларҙың йомғаҡтары буйынса ҡабул ителгән ҡарарҙар айырым контролдә тотоласаҡ, тине. |
|
|
|
Башҡортостанда республика Президенты Указы менән раҫланған 2006 – 2010 йылдарға Башҡортостан Республикаһында балаларҙы диагностикалау һәм дауалау системаһын үҫтереү һәм камиллаштырыу маҡсатлы республика программаһы тормошҡа ашырыла. Ул демографик хәлде яҡшыртыуға, тыуымды арттырыуға, балаларҙы диагностикалау һәм дауалау программаһын камиллаштырыуға йүнәлтелгән. Программа шулай уҡ ауырыу балаларҙы реабилитациялау системаһын үҫтереүҙе, перинаталь үҙәктәрҙә ярҙам күрһәтеү сифатын яҡшыртыуҙы, балалар ауырыуҙарын алдан асыҡлауҙы, заманса технологияларҙы ғәмәлгә индереүҙе күҙаллай. Бөгөн Башҡортостанда Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Республика клиник балалар дауаханаһы балаларға махсус медицина күрһәтеү үҙәге булып тора. Программа буйынса уның матди базаһы, йыһазландырылыуы күпкә яҡшырасаҡ. Т. АМАНОВ.
|
|
|
|
Рәсәйҙә «Беҙ иҫләйбеҙ, беҙ ғорурланабыҙ!» лозунгы аҫтында «Георгий таҫмаһы – 2008» акцияһы старт алды. Ҡара-һары таҫмалар Бөйөк Ватан һуғышының иҫтәлеге символы булараҡ, быйыл дүртенсе тапҡыр илдең ҡалалары урамдарында бушлай таратыласаҡ. Быйыл 3 млн таҫма таратыу күҙ уңында тотола. Акция халыҡ-ара масштабта ла үтә: унда донъяның 50 дәүләте ҡатнаша. Изге Георгий ордены таҫмаһы совет наградаһы системаһына «гвардия» исеме менән ингән. Төтөндө һәм ялҡынды символлаштырған ҡара һәм һары төҫ яу яланындағы һалдаттың шәхси фиҙаҡәрлеге билдәһе. Башҡортостанда «Георгий таҫмаһы – 2008» акцияһы ҡала һәм райондар буйлап 30 апрелдә старт ала. Уларҙы таратыуҙа дәүләт власы, муниципаль берәмектәр, йәмәғәт ойошмалары, предприятиелар әүҙем ҡатнашасаҡ. Был сара 12 майға тиклем дауам итә. З. ХӘСӘНОВА.
|
|
|
|
|
|