Йүнһеҙ килеп, йүнлегә эш өйрәтер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Матбуғатҡа яҙылыу хаҡтары үҙгәрмәйәсәк
  • «Ассамблея үҙ бурысын лайыҡлы үтәй»
  • Йондоҙнамә 5-12 июль
  • [b]Ура, башҡорт һабантуйы![/b]
  • Балалар өсөн махсус сығарылыш
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Көлкө хана Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Донъя буйлап ҡараһаң, бер көнгә әллә күпме байрам тура килә. 1 апрель дә бай тарихлы дата.
    Шулай ҙа беҙ уны Көлкө көнө тип беләбеҙ. Шотландияла хатта был көндө кешеләр бер-береһенең арҡаларына «Тип миңә» тип яҙып ҡуя һәм ике көн буйы ошо яҙыу менән йөрөй. Көлкө көнөндә күптәребеҙ алдарға һәм алданырға ғәҙәтләнгән. Ә һеҙ был көндө нисек шаяртаһығыҙ?

    авторы: админ | 1 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көмөш булды, алтын кәрәк Яңылыҡтар » Спорт

    «Салауат Юлаев» командаһы үҙ тарихында тәү тапҡыр Рәсәй беренселегенең финалына сыҡты. Улар был иҫ киткес уңышҡа, ярымфиналда Татарстандың «Аҡ барс» хоккейсыларын дүртенсе хәл иткес алышта өҫтәмә ваҡытта 4:3 иҫәбенә отоп, дөйөм 3:1 иҫәбе менән өлгәште. Афарин! Ә бит күптәрҙең финалда татар дуҫтарҙы күргеһе килә ине. Улары ла аҙым һайын юлаевсыларҙы психологик яҡтан һындырып, өмөттәрен тормошҡа ашырырға хыялланды.

    авторы: админ | 1 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әҙерһеңме? Яңылыҡтар

    1 апрелдән Ҡораллы Көстәр сафына саҡырыу башланды. Быйыл хәрби хеҙмәткә алыу кампанияһы 15 июлгә тиклем дауам итәсәк.
    Хәрби комиссариаттар алдында яңы бурыс - хәрби хеҙмәт ваҡыты бер йылға кәметелгәндә һәм кисектереүҙәр исемлегенә үҙгәрештәр индерелгәндә егеттәрҙе Ҡораллы Көстәргә саҡырыуҙы ойоштороу, призыв контингентын тулыландырыу тора.
    Быйыл яҙғыһын 6600 егет әрмегә саҡырыласаҡ. Былтыр хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙы үткәргәндә ниндәй етешһеҙлектәр булған? Хәрби комиссариаттар алдарына ҡуйылған бурыстарҙы үтәп сыға алғанмы?

    авторы: админ | 1 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Башҡортостан

    Ҡар ирей башлау менән шишмәләрҙең күбеһенә юл асыла.
    Шулай ҙа белгестәр, тикшерелмәгән, үҙегеҙ белеп бөтмәгән шишмәләрҙән һыу эсеү һаулыҡ өсөн бик зыянлы булыуы ихтимал, тип белдерә. Был хаҡта БР Тәбиғәттән файҙаланыу, урман ресурстары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау министрлығы иҫкәртә.
    Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле шишмәләрҙең береһе лә тейешле паспорт, лицензияларға эйә түгел, бер генә ойошма ла был һыу объекттарын күҙәтеү аҫтында тотмай тиерлек. Шуға күрә яҙын төрлө шишмәләрҙән һыу эсеүҙән ҡәтғи тыйылыу зарур. Бигерәк тә янында төҙөлөш барғандары хәүефле.

    авторы: админ | 1 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңы көн тыуҙы Башҡортостан

    Бер яҡтан ҡараһаң, Яңы йылды сатнама һыуыҡта байрам итеү күңелгә яҡын, өйрәнелгән. Әммә Урта Азия, Кавказ халыҡтарының ҡайһы берәүҙәре Яңы йыл – Наурыҙҙы тап яҙғыһын билдәләй. Ҡаҙағстан, Әзербайжан, Ҡырғыҙстан, Иран, Үзбәкстан, Тажикстан илдәрендә Наурыҙ дәүләт байрамы кимәленә күтәрелгән.

    авторы: админ | 1 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ, ояңдан осоп сыҡ! Башҡортостан

    - Атай, сыйырсыҡ ояһы эшлә! Башҡаларға йыл һайын яҙын сыйырсыҡтар килә, тик беҙҙең генә өйҙө урап үтәләр, - тип инәлә-зарлана торғас, ниһайәт, атайыбыҙ бер көн сыйырсыҡ ояһы эшләп ҡуйҙы (инәлеүгә тиклем, үҙебеҙ эшләргә маташып, әллә күпме таҡтаны юҡҡа сығарҙыҡ инде - ғаиләлә гел ҡыҙҙар ғынабыҙ бит, ҡулыбыҙ килешмәй ҙә ҡуя). Матур ҡыйыҡлы сыйырсыҡ ояһы ҡойма башына менеп ҡунаҡлағас, беҙ көн һайын көньяҡтан ҡошсоҡтарҙың ҡайтҡанын көттөк. Сыйырсыҡ ояһына ҡарайбыҙ ҙа, ҡоштар яңы йортто күреп ҡыуаныр, тип эй шатланабыҙ үҙебеҙ. Ҡайһы ваҡыт бер-беребеҙгә күрһәтмәй генә, бесәне әҙ һалынған, тип оҡшатмай, икенсе йорт эҙләп китһәләр, ни эшләрбеҙ инде, тип бошонабыҙ.

    авторы: админ | 1 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сик буйы хеҙмәте һеҙҙе көтә, егеттәр! Яңылыҡтар

    Сик буйы хеҙмәтенә граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу тамамланды. 2008 йылдың көҙөнән был хеҙмәт тик профессиональ хәрбиҙәр менән комплектланасаҡ. Егеттәрҙе йыйыуҙы Рәсәй Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенең төбәк идаралыҡтары һәм сик буйы идаралыҡтары башҡара.
    Сик буйы хеҙмәтенә ышаныслы, физик һәм мораль яҡтан әҙерлекле, белемле егеттәрҙе йәлеп итеү маҡсаты менән һәм сик буйы ғәскәрҙәренә 90 йыл тулыу уңайынан Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенең Сик буйы хеҙмәте «Сик буйы - намыҫ, бурыс, Ватан» акцияһын үткәрә. Был сара Волга буйы федераль округында - иң тәүҙә Татарстан, Удмуртстан Республикаларында ойошторолһа, 2 апрелгә тиклем Башҡортостанда үтәсәк.

    авторы: админ | 1 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Делегаттар һайланды Сәйәсәт

    Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең сираттан тыш кәңәшмәһе үтте. Унда депутаттар Рәсәй Федерацияһы Президентын, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға һәм урындағы үҙидаралыҡ органдарына депутаттар һайлау кампанияһы йомғаҡтары, шулай уҡ «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең һайлау алды программаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре хаҡында фекер алышты. Ошолар менән бер рәттән, кәңәшмәнең көн тәртибендә партияның 14 - 15 апрелдә Мәскәүҙә үтәсәк IX съезына делегаттар һайлау мәсьәләһе лә ҡаралды.

    авторы: админ | 1 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru