Ир ҡоралы - ҡамсылыр, ҡулда барҙа ҡәҙере юҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Донья яңылыҡтары
» Ябай ҙа, кешелекле лә замандашыбыҙ ине
» Кисектереүҙәр бөтөрөлдө
» Кадрҙар алмашынды
» Яуыз - тотҡонда, әммә күңел яралары м ...
» Бәхеттән башҡа бәхетле булыу



Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!
«Тиҙ ярҙам»да телефон шылтырай:
- Тиҙерәк килегеҙсе, ярҙам итегеҙсе, улым ҡырмыҫҡаларҙы ашаған.
- Улай бик борсолмағыҙ, ул тиклем ҡурҡыныс түгел. Беҙ килгәнсе уға бер стакан йылы һөт эсерегеҙ.
- Шулаймы ни, йә, Хоҙай, ә мин уға ҡырмыҫҡаларҙы үлтерә торған төнәтмә эсерҙем.

* * *
Иртәнсәк бәләкәй малай атаһы янына йүгереп килә лә:
- Атай, бөгөн төшөңдә нимә күрҙең? - тип һорай.
- Их, улым, уға тиклем әле һиңә йоҡларға ла йоҡларға!

* * *
- Һеҙ рәссаммы?
- Юҡ. Мин бахмурҙан.

* * *
Эшкә ҡабул иткәндә:
- Һеҙҙең психикағыҙ камил булыуы хаҡында справкағыҙ бармы?
- Юҡ. Уны марсиандар талап алды.

* * *
Бер ир - дуҫына:
- Үткән аҙнала бер юлы биш гәзиткә, үҙ яртымды эҙләйем, тигән иғлан биргәйнем. Бына шул 5 - 6 көн эсендә тоҡ ярым хат алдым.
- Шул тиклем күпме? Кемдәр яҙа һуң?
- Бөтәһе лә ир-ат. «Үтенеп һорайым, минекен алсы!» - тиҙәр.

* * *
- Ир-атҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙы үҙенә ҡаратыр өсөн иң мөһиме нәмә кәрәк?
- Ике әйбер. Беренсенән, бөтә ҡатын-ҡыҙ ҙа бер үк икәнде онотмаһын. Икенсенән, һәр бер ҡатын-ҡыҙ ул үҙенә бер төрлө, тип әйтергә онотмаҫҡа кәрәк.

* * *
- Ҡәҙерлем, шарап һине шул тиклем матурлай икән дә, - ти ир.
- Мин шарап эсмәнем дә һуң, - ти ҡатын.
- Эсмәһәң ни, мин эстем.

* * *
Ире һуң ғына эштән ҡайта. Өҫтәлдә яҙыу: «Билмән һыуытҡыста, аш балконда, шкаф эсендәге Иҙристе уятма, уға иртәгә иртә торорға».

* * *
Ҡыҙ һөйәренә:
- Беҙ һинең менән инде бер йыл осрашабыҙ. Туғандарың менән таныштырырға ваҡыт етмәнеме икән? - ти.
- Белмәйем инде, ҡатын менән ҡәйнәм дачала, ике улым лагерҙа, ә ҡыҙым минең әсәйемдәрҙә, ауылда, - тигән ир, бойоғоп.

* * *
- Һеҙ нисек миңә операция яһауҙы студентҡа ышанып тапшырҙығыҙ? - тип асыулана пациент.
- Студенттарға ла бит ҡулдарын өйрәтә торорға кәрәк. Ә һеҙҙең ғүмерегеҙ барыбер бөткән тиерлек.
- Һеҙ нимә һөйләйһегеҙ, табип әфәнде?
- Мин табип түгел, ә тән һаҡсыһы...
 (голосов: 1)
авторы: админ | 1 апреля 2008 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Көлкөлиум
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Көлкөлиум
  • Көлкөлиум
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru