Боҙға быҙаулама.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Эҙләгәнең – эргәңдә
  • АУЫЛЫБЫҘҒА ИМАН КИЛТЕРҘЕ
  • ӨС АУЫР ҺОРАУ
  • Йәш быуынды күренекле шәхестәр өлгөһөндә тәрбиәләйек
  • Ниңә шулай?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Мин – бәхетле, хыялым тормошҡа ашты!» Башҡортостан

    Офицер булырға хыялланған Учалы егете Радмир Сәғитов 5 мартта үҙ-үҙенә ҡул һалып, дауаханала һәләк була
    6 март. 06.00.
    – Һаумыһығыҙ. Сәғитовтармы? Радмир Сәғитовтың апаһы? – ыңғай яуап ишеткәс, трубканың икенсе осондағы кеше үҙ исем-фамилияһын, дәрәжәһен атай. – Училище ротныйы... Кисә һеҙҙең ҡустығыҙ Радмир Сәғитов, билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында, үҙ-үҙенә ҡул һалған.

    авторы: админ | 3 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Пикеттан ситтә ҡалмағыҙ Башҡортостан

    Иртәгә 10 сәғәттән 12 сәғәткә тиклем М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры алдындағы майҙанда «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» (конгресы) халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы һәм республиканың йәмәғәт ойошмалары пикет уҙғара.
    Халыҡ алдында уҙғарылған сараның маҡсаты – Новосибирск Юғары хәрби команда училищеһы курсанты, Башҡортостан егете Радмир Сәғитовтың быйыл 5 мартта үҙ-үҙенә ҡул һалыу сигенә еткерелеүе факты буйынса Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы етәкселеген Ҡораллы Көстәрҙә тәртип урынлаштырыуға саҡырыу.

    Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Р. АҘНАБАЕВ.
    авторы: админ | 3 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Интернет һылыуы һинең тауышыңды көтә! Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Иртәгә, 4 апрелдә, Республика гүзәллек конкурсында һайлап алыу турын үткән сибәрҙәрҙән-сибәр, аҡыллы һәм һөймәлекле 16 гүзәл зат «Һылыуҡай – 2008» исеменә һынау тотасаҡ. «Йәшлек» гәзите Интернет селтәрендә «Йәшлек» Интернет гүзәле – 2008» сибәрен тауыш биреү нигеҙендә асыҡлауға конкурс иғлан иткәйне. www.konkurs.yesһlek.ru адресы буйынса ҡыҙҙарҙың фоторәсемдәре, улар хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирелгән.

    авторы: админ | 3 апреля 2008 | Фекерҙәр (10) | Тотош уҡырға
    Әсәләрҙе кемдәр йыуатыр? Башҡортостан

    Һалдат үлемдәре һағайта, уйға һала, күңелдәрҙе әллә ниндәй шомло уйҙар биләп ала, ҡурҡыта... Илебеҙҙе һаҡлаһын, ир-егеттәрсә хәрби бурысын үтәһен, тип әрмегә улдарын ебәреп, Ҡораллы Көстәргә ғәзиздәрен ышанып тапшырып та уларҙы цинк табутта ҡаршылаған әсәләр йәл. Йөрәк ярып сыҡҡан балаларын хеҙмәт иткәндә үлһен өсөн үҫтерҙеме һуң улар?
    Ғафури районының Үзбәк ауылында йәшәүсе Халиҡовтарҙы ла урап үтмәй ҡайғылы хәбәр: былтыр 2 июндә хәрби хеҙмәткә ебәрелгән берҙән-бер улдары Илмир 28 ноябрҙә ҡарауылда фажиғәгә тарып, һәләк була. Үлем тураһындағы извещениела күрһәтелгәнсә, егет пуля тейгән йәрәхәттәрҙән үлгән.

    авторы: админ | 3 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Туризмды үҫтереү мөмкинлектәре ҙур Башҡортостан

    Башҡортостанды халыҡ-ара презентациялау сиктәрендә Парижда ЮНЕСКО-ның штаб-квартираһында 2007 - 2017 йылдарға иҫәпләнгән «Урал» туристик зонаһын үҫтереү программаһы тәҡдим ителде. Туристик индустрияны, курорттар, шифаханалар селтәрен, спорт ҡоролмаларын, Башҡортостан тәбиғәтенең матурлығын демонстрациялау рус, француз, инглиз телдәрендә алып барылды.

    авторы: админ | 3 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Башҡортостан

    Өфөгә Төркиә Республикаһының Ҡаҙандағы Генераль консулы Әхмәт Эргин, генкосуллыҡтың сауҙа атташеһы Сердар Акынджи килә.
    Улар Башҡортостанда БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов менән осрашасаҡ. Шулай уҡ «Русджам-Өфө» быяла заводы һәм «Амстар» һыра заводына барасаҡ, беҙҙәге төрөк эшҡыуарҙары менән күрешәсәк.

    авторы: админ | 3 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өфөлә - йәш физиктар форумы Мәғәриф

    Бөгөн Башҡорт дәүләт университетында физика буйынса студенттарҙың, аспиранттарҙың һәм йәш ғалимдарҙың XIV Бөтә Рәсәй ғилми кәңәшмәһе тамамлана. Был - иң ҙур форумдарҙың береһе. Уны Башҡорт дәүләт университеты һәм Рәсәй студент-физиктары ассоциацияһы ойошторҙо.
    БДУ-ның физика факультеты деканы Роберт Яҡшыбаев кәңәшмәне асып, уның республикабыҙҙа ике күренекле байрам - Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләте составына инеүенең 450 йыллығынан һуң һәм юғары белемгә нигеҙ һалыныуҙың 100 йыллығы алдынан үтеүе әһәмиәтле, тип билдәләне.

    авторы: админ | 3 апреля 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Һаны бар, ә сифаты? Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Баш ҡаланың Нефтселәр мәҙәниәт һарайында шаяндар һәм тапҡырҙар командалары араһында үткән «Юморина – 2008» республика суперлигаһы иң шәп көлкө оҫталарын билдәләне.
    БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты бағыусылар менән берлектә ойошторған «Юморина» уйындары инде бер нисә йыл рәттән уҙғарылып килә. Йылдан-йыл уның күләме киңәйә, ҡатнашырға теләүсе командалар һаны ла арта бара. Ғөмүмән, республикала шаяндар һәм тапҡырҙар уйыны ҙур популярлыҡ яулап өлгөргән сара. Был уйын хәҙер республика «ҡаҙанына» ғына һыйыша алмай.

    авторы: админ | 3 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru