Дәртһеҙ кешенән эш сыҡмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Маңлай ярыу ғына түгел...
  • Ҡоншаҡтар тыуған ерендә донъя көтә
  • [b]ҺАБАНТУЙҘАР ГӨРЛӘР САҠ ЕТӘ[/b]
  • Октябрь (Ҡарасай)
  • Йәш быуынды күренекле шәхестәр өлгөһөндә тәрбиәләйек
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Телһөйәрҙәр көс һынашты Мәғәриф

    Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара һәм республика олимпиадаһы быйыл 21-се тапҡыр үткәрелде. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатына йыйылған 350 йәш телсе араһында республикабыҙҙың белем усаҡтарынан ғына түгел, ә Ырымбур, Һамар, Силәбе, Свердловск өлкәләренән, Татарстандың Яр Саллы ҡалаһынан килеүселәр ҙә бар ине.
    Уҡыусылар, ғәҙәттәгесә, өс турҙа көс һынашты. Уларҙың белемен абруйлы жюри - тел һәм әҙәбиәт ғилеме белгестәре баһаланы. Беренсе тур «Сәсәнлек оҫталығы һәм тасуири уҡыу» тип аталды.

    авторы: админ | 5 апреля 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Төрлөһө Башҡортостан

    «Алтын мөнбәр» IV Халыҡ-ара мосолман киноһы фестивалендә республикабыҙҙан «Башҡортостан» киностудияһының ижади төркөмө ҡатнашасаҡ. Ул октябрь уртаһында Ҡаҙанда үтәсәк. Киностудия коллективы ҡарары буйынса, фестивалдә Насур Йөрөшбаевтың «Сена өҫтөндә ҡурай моңдары», Зөһрә Бураҡаеваның «Заһир Исмәғилев», Әмир Абдразаҡовтың «Беҙҙең Зәйнәб» документаль фильмдары, Әнүәрә Райбаеваның «Рәхмәт» комедияһы һәм режиссер Елена Юшкованың «Башҡорт көләмәстәре» йәнһүрәттәр серияһы күрһәтеләсәк.

    авторы: админ | 5 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәсет төҙөлөшөнә ярҙам итегеҙ! Башҡортостан

    Мәсет – изгелек таратыу, доға ҡылыу, намаҙ уҡыу урыны. Ғибәҙәт йорто. Бәйғәмбәребеҙҙең хәҙис шәрифендә: «Мәсет төҙөүселәргә Аллаһы Тәғәлә йәннәттә йорт төҙөп ҡуйыр», – тип әйтелә. Ошо изге йортто төҙөүселәр сафында булыу ниәте менән Иглин районының Оло-Ҡарамалы ауылында мәсет төҙөргә ҡарар ителде. Изге ғәмәлде тормошҡа ашырыу өсөн ярҙам кәрәк. Ярҙам күрһәтергә теләүселәр ошо иҫәпкә аҡса күсерә ала: ИНН 0274035950 р/с 40703810207390000236 БИК 048073739, номер кор/сч банка получателя платежа 30101810900000000739, Мусульманская религиозная организация «Махалля «Худ» д. Улу-Карамалы Иглинского района.

    авторы: админ | 5 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Башҡортостан

    3 апрелдә Өфө ҡалаһы ҡала округы Советының сираттағы ултырышы үтте.
    Унда БР Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов, Ҡоролтай, ҡала Советы депутаттары, баш ҡаланың район хакимиәттәре башлыҡтары, предприятие етәкселәре ҡатнашты.
    Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығын һайлау буйынса уҙғарылған конкурс комиссияһы рәйесе Зәки Насиров депутаттар ҡарамағына ике кандидатты – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең әлеге башлығы Павел Качкаев һәм Октябрь районы хакимиәте башлығы Владимир Дмитрюкты тәҡдим итте.

    авторы: админ | 5 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Социаль тотороҡлолоҡ һаҡлана Сәйәсәт

    БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа үткән социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы республика комиссияһының киңәйтелгән ултырышы эшҡыуарлыҡта социаль яуаплылыҡты күтәреү һәм ирекле корпоратив социаль яуаплылыҡты баһалау методикаһын индереү, шулай уҡ 2005 - 2007 йылдарға Генераль килешеүҙе үтәү йомғаҡтарына арналды. Унда БР Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов, Хөкүмәт ағзалары, республиканың министрлыҡ һәм ведомство, БР Профсоюздар федерацияһы, эш биреүселәр берекмәһе, ижтимағи ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты.

    авторы: админ | 5 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күнекмәләр үткәреү - һөҙөмтәле юл Башҡортостан

    Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан республикабыҙҙа 800-гә яҡын янғын сығыу осрағы теркәлгән. Мөлкәттең янып юҡҡа сығыуына, кешеләрҙең һәләк булыуына килтергән «ҡыҙыл әтәс»тең ҡотороноуына янғындан һаҡланыуҙың ябай ғына ҡағиҙәләрен үтәмәү сәбәпсе булып тора. Янғында һәләк булғандарҙың күбеһенең иҫерек булыуы ла билдәле.

    авторы: админ | 5 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яратам Совет илен... Юҡ, районын Яңылыҡтар » Конкурстар

    Тап ошондай хис-тойғоларҙы белдереү, баш ҡалабыҙҙың Совет районы ҡаҙаныштарын күрһәтеү маҡсатында Өфөнөң Совет районы хакимиәте «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссияһы менән берлектә «Яратам мин һине, район!» конкурсын иғлан итә. Ул 1 апрелдән 30 майға тиклем бара һәм райондың 70 йыллыҡ юбилейына арнала. Унда профессиональ ҡәләм оҫталары менән бергә теләге булған һәр кем ҡатнаша ала.

    авторы: админ | 5 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ысын башҡорт ҡыҙҙары "Йәшлек" гүзәле, Конкурстар

    Тәбиғәттең йоҡонан уянған, ерҙең ҡарҙан әрселгән, күктән алсаҡ ҡояш йылмайған йәмле яҙҙың матурлығын бер нәмә менән дә тиңләп булмайҙыр, моғайын. Бар ерҙә лә тереклек хөкөм һөргән, сафлыҡ, ихласлыҡ нурҙары бөркөлгән, яҙ йырҙары яңғыраған саҡ кеше күңелендә лә сағылыш тапмай ҡалмай. Тап ошо илаһи мәлдә гәзитебеҙҙең матур бер йолаһына әйләнеп киткән гүзәллек бәйгеһе - «Йәшлек» гүзәле - 2007» конкурсы еңеүселәрен редакцияға саҡырып ҡотланыҡ.
    Былтырғы конкурста Әбйәлил һылыуы Дилбәр Дәүләтованың - гран-при, Ғафури районы ҡыҙы Гөлсинә Хәбибуллинаның - I, Баймаҡ районынан Гөлназ Таңғатарованың - II һәм Әлшәй районы һылыуы Алина Алешинаның III урын яулауы гәзит уҡыусыларыбыҙға билдәле.

    авторы: админ | 5 апреля 2008 | Фекерҙәр (2) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru