
Шишмә районының Шишмә ҡасабаһында йәшәүсе ҡәҙерле, оло йөрәкле кешебеҙ
Фәнирә Шамил ҡыҙы АСҠАРОВАНЫ алтын юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эшеңдә уңыштар, муллыҡ юлдаш булһын. Ҡәҙерләп үҫтергән өс улыңдың изгелек-игелектәрен күреп, уларҙың уңыштарына һөйөнөп, килендәр ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, оҙаҡ йылдар тормош иптәшең Ринат Әсҡәт улы менән бергә тиңлектә, тигеҙлектә йәшәргә яҙһын. Киләсәк көндәрең тик бәхеттәрҙән генә торһон. Яҡындарыңдың, туғандарыңдың һөйөүен тойоп йәшә. Күңелең һәр саҡ тыныс, йөҙөң яҡты, аяҡ-ҡулың һыҙлауһыҙ булһын. Бөтә теләгән теләктәрең Аллаһы Тәғәләнең: «Амин!» - тигән сағына тура килеп, тормошҡа ашһын. Киләсәгең мул тормошта, ырыҫлы нигеҙҙә, бәхетле булһын.
Яҡты көндөң һәр бер иртәһе
Килһен ине көләс нур булып.
Сәләмәтлек, шатлыҡ юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар торһон урғылып.
Ҡотлау менән - Бикбулатовтар, Вәлиуллиндар һәм Тайсыновтар ғаиләләре.