Ижтиһад иткән моратына еткән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Серле платина һәм мөғжизәле терегөмөш
  • Ғәйепһеҙме? Улайһа, ҡабаланма
  • Хеҙмәт – намыҫ эше
  • Йәш быуынды күренекле шәхестәр өлгөһөндә тәрбиәләйек
  • Яуығыҙ ҡарҙар күберәк!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Колко Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ресторанда бер ир оло тауыш ҡуптара. Официант уның эргәhенә йүгереп килеп, ни булғанын hораша:
    – Fәфү итегеҙ, ниңә шул тиклем шаулайhығыҙ, башҡа клиенттарҙың ҡотон алдығыҙ бит, – ти.
    – Һеҙ килтергән ашта себен йөҙөп йөрөй, – тип тағы ла нығыраҡ ҡысҡыра ир.
    – Яңылышаhығыҙ, әфәндем, ул себен бер нисек тә йөҙөп йөрөй алмай, сөнки ул үлгән, – ти, официант, ирҙе тынысландырырға тырышып.

    авторы: Нур | 10 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Объявление Яңылыҡтар

    Продается бульдозер Т – 130, 1987 г. выпуска, цвет желтый, цена 500 т. р.
    тел: 8-292-75-4-55
    8-9279450185
    Галин Р.

    авторы: Нур | 10 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡотлайбыҙ Башҡортостан » Юбилейҙар

    Хозур тәбиғәтле Әбйәлил районының Буранғол ауылында тыуып, Ҡыҙыл hыуын hыулап, тау-урмандар гиҙеп үҫкән, әлеге көндә Салауат ауылында йәшәүсе hөйөклө тормош иптәшем, яратҡан атайыбыҙ
    Зөлфәр Рәүеф улы
    FҮМӘРОВТЫ
    45 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы hаулыҡ, эшендә уңыштар, ғаилә именлеге, муллыҡ hәм шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай ғүмер теләйбеҙ. Күңелең матур, кешеләргә игелеклеhең. Һәр ваҡыт шулай изге күңелле, ихлас hәм алсаҡ, көслө рухлы булып ҡал. Тормош ауыр тип, hикәлтәләрҙе үтеп сығырҙай көсөң, дәртең бер ҡасан да hүнмәhен.
    Һин булғанға ерҙә беҙ бәхетле,
    Һинең менән яҡты көнөбөҙ,
    Беҙҙең менән hин дә бәхетле бул,
    Һиңә оҙон ғүмер теләйбеҙ.
    Күңел күгең hәр саҡ аяҙ булhын,
    Ситләп үтhен hағыш, борсоуҙар.
    Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булhын,
    Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
    Иң изге теләктәр менән – hине яратыусы тормош иптәшең, ҡыҙҙарың Зәлиә, Дилбәр, Нәркизә.

    авторы: Нур | 10 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Динисҡа ярҙам итегеҙ! Яңылыҡтар

    Сәғитовтар ғаиләhенә бәлә килде: биш йәшлек улдары Динис ҡаты ауырып китте. Баланы Мәскәүҙәге Рәсәй балалар клиникаhының онкогематология бүлегенә hалдылар. Динисҡа унда ғына ярҙам итә аласаҡтар. Баш ҡалаға барыу hәм операция, дауаланыу өсөн байтаҡ аҡса кәрәк буласаҡ. Fаиләлә өс бала, билдәле сәбәптәр арҡаhында ғаилә башлығы ғына эшләй.

    авторы: Нур | 10 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иғтибар: эҙләү! Яңылыҡтар

    Иғтибар:  эҙләү!Благовещен районы hәм ҡалаhы буйынса эске эштәр бүлеге Благовар районының Түбәнге Иҙәк ауылында йәшәүсе 1992 йылдың 29 сентябрендә тыуған Татьяна Закированы эҙләй. Ҡыҙ 3 апрелдә өйөнән мәктәпкә сығып китә hәм бөгөнгәсә уның ҡайҙалығы билдәhеҙ. Ҡыҙ төҫкә 16 – 17 йәштәрҙә күренә, буйы 162 см, сәстәре ҡыҫҡа, маңлайының уң яғында бер сантиметрлыҡ яра эҙе бар. Өҫтөнә капюшонлы ҡара болон куртка, ҡара салбар, резина итек кейгән. Ҡыҙҙы белеүселәр йәки таныусылар булhа, 8 (34766) 2-16-76, 2-13-90, 2-19-73 йәки 02 телефондары буйынса шылтыратыуығыҙ hорала.

    авторы: Нур | 10 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Ҡунаҡтар сисенгәнсе» кексы Яңылыҡтар » Конкурстар

    «Ҡунаҡтар сисенгәнсе» кексы

    Кәрәк: 1 йомортҡа, 50 г маргарин, 0,6 стакан шәкәр ҡомо, 0,5 стакан hөт, 10 г тоҙ, 1 сортлы он.
    Табаға 1 йомортҡа, 50 г йомшартылған аҡ май йәки маргарин, 2/3 стакан шәкәр ҡомо hәм ярты стакан hөт hалып туҡығыҙ. Унан тоҙ, 1 стакан он hәм 10 г ҡамырҙы йомшартҡыс (разрыхлитель) өҫтәп болғатығыҙ ҙа, 12 минутҡа эҫе мейескә ҡуйығыҙ.
    Һыуытып, диаметр буйынса уртаға бүлегеҙ, араhына ҡайнатма йәки крем hөртөгөҙ. Өҫтөн печенье вағы hибеп биҙәгеҙ ҙә, табынға ҡуйығыҙ.

    авторы: Нур | 10 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Лилиә СӘFИҘУЛЛИНА Минең йәндә – серенада: Йә хушлашыу, йә тантана Әҙәбиәт

    Көйәнтә

    Үткән hәм көткән көндәремә
    Был көнөм тик алыш ҡыры.
    «Ине» – «булыр» силәктәре өсөн
    Көйәнтәhе мин – Әҙәм ҡыҙы.

    Көйәнтәм – шығыр-шығыр:
    Сыҙар-hыныр, сыҙар-hыныр?
    Силәктәр шул бик ауыр.
    Тағын кем нимә hалыр?

    авторы: Нур | 10 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәми Ғарипов Йәшенле йәшлек Әҙәбиәт

    Әсҡәт, hинең талаптарың барыhы ла дөрөҫ. Мин художестволы әҫәр яҙғанда, минең төп тема шунда ла инде. Ләкин бында Вәхиттең тормошонда нимә булған, тик шул турала hәм уның эске донъяhы тураhында ғына яҙыла. Сөнки художник образын тыуҙырыу миңә бик ҡыйынға тура киләсәк. Уның нисек формалаша барыуын эҙмә-эҙлекле рәүештә яҙып барырға кәрәк булды. Ә башҡа образдар әле мин күп тәжрибә туплағандан hуң hәм кешеләрҙе бик ныҡ өйрәнгәндән hуң дөйөмләштерелеп яҙыласаҡ. Бында уларҙың тик схемаhы ғына әле. Был яҙмалар тик минең планым ғына.
    Ә Айhылыу образын, әлбиттә, мин үҙем теләгәнсә итеп тыуҙырасаҡмын. Ул Вәхиттең иң яҡын ярҙамсыhы, уның бөтә шатлығын да, ҡайғыhын да уртаҡлаша торған, тәрән кисерешле, Вәхитте бөтә йөрәгенән яратҡан, бөтә яҡтан да алдынғы, етәксе, ойоштороусы, актив, бөтә яҡтан да матур ҡыҙ буласаҡ.
    Тормош әле сикhеҙ. Автор ҙа әле үҙенең геройҙары менән үҫәсәк.
    (Бер бит йыртып алынған hәм ҡара ҡәләм менән яңы бит башына Рәми Fарипов тип яҙып ҡуйылған – З. Б.)

    авторы: Нур | 10 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru