Башҡортостан Республикаhы Конституцияhының 87-се статьяhы hәм «Рәсәй Федерацияhының Федераль Йыйылышы Федерация Советын формалаштырыу тәртибе тураhында» Федераль закондың 4-се hәм 5-се статьялары нигеҙендә, Р. Байдәүләтов РФ Федерация Советы ағзаhы – Башҡортостан Республикаhы дәүләт власының башҡарма органынан вәкил итеп тәғәйенләнде. 9 апрелдә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов үҙенең Указы менән Рафаэль Ибраhим улы Байдәүләтовты Башҡортостан Республикаhы Хөкүмәте Премьер-министры вазифаhынан бушатты. Икенсе Указ менән уны республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергәне hәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне. Башҡортостан Президенты М. Рәхимов РФ Федерация Советына республиканың башҡарма власы органынан вәкил итеп Р. Байдәүләтовты тәғәйенләүенә шундай аңлатма бирҙе: – Былтыр декабрҙә үткән парламент hайлауҙары йомғаҡтары буйынса Федерация Советындағы вәкилебеҙ Р. Исҡужин Дәүләт Думаhына эшкә күсте. Шуға ла Рәсәй парламентының юғары палатаhында республикаға вакансия бар ине. Федерация Советында төбәкте күрhәтеү – бик яуаплы hәм мөhим бурыс, бында билдәле, тәжрибәле, тәртипле кеше кәрәк. Рафаэль Ибраhим улын лайыҡлыларҙың береhе тип hанайым. Ул республикала ғына түгел, илдә лә билдәле, коллегалары араhында юғары абруйға эйә. Ҙур эш тәжрибәhенә эйә көслө сәйәсмән, көсө hәм энергияhы ташып тора, иң мөhиме – эште, төбәктәрҙең проблемаларын белгән ысын дәүләт эшмәкәре. Р. Байдәүләтов Хөкүмәтте 1999 йылдың ғинуарынан, илдәге дефолттан hуң республика иҡтисадын күтәрергә, бик күп социаль проблемаларҙы хәл итергә кәрәк булған ҡатмарлы үҙгәрештәр осоронда етәкләне. Юғары профессионализмы, етәксе hәләте hәм гражданлыҡ яуаплылығы арҡаhында Рафаэль Ибраhим улы был еңел булмаған бурысты атҡарып сыҡты. Бөгөн Башҡортостандың Рәсәйҙең 10 иң үҫешкән төбәге иҫәбенә инеүендә уның шәхси ҡаҙанышы ҙур. Федерация Советында закондар әҙерләүҙә hәм ҡабул итеүҙә Башҡортостанды hөҙөмтәле күрhәтеү өсөн тап шундай кеше кәрәклегенә иманым камил. Уның төплө белеме, сәйәсмән hәм хужалыҡ эшмәкәре булараҡ тәжрибәhе Мәскәүҙә республика мәнфәғәтен яҡлауҙа талап ителәсәк. Шуға ла уға яңы юғары вазифаhында ҙур уңыштар теләйем. Уның сәйәси активлығы элеккесә үк Башҡортостандың hәм Рәсәйҙең именлегенә хеҙмәт итер тип уйлайым. БР Президентының матбуғат хеҙмәте. |