Күп өргән эт тешләмәҫ, күп ҡысҡырған эшләмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Кем ҡулдары өйҙө, ерҙе йәмләй?
  • Тарих менән киләсәкте бәйләй шәжәрә
  • Ике тапҡыр донъя чемпионы Александр Радулов Өфөлә уйнауына бик шат
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Хужалары булғас башлы, эштэре бара яҡшы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Башҡортостандағы hәр ғаиләнең hәм бөтә кешеләрҙең именлеге hәм мул тормошона» Сәйәсәт

    10 апрелдә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына Мөрәжәғәтнамә менән мөрәжәғәт итте. Президенттың быйылғы Мөрәжәғәтнамәһе «Башҡортостандағы һәр ғаиләнең һәм бөтә кешеләрҙең именлеге һәм мул тормошона» тип атала. Мортаза Ғөбәйҙулла улы үҙенең сығышында тормошобоҙҙоң һәр өлкәһенә ҡағылып үтте, өлгәшелгән ҡаҙаныштар тураһында һөйләне, киләсәккә бурыстар билдәләне.

    авторы: Нур | 12 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Табип әфәнде, ә мин йәшәйәсәкменме?
    – Ә мәғәнәhе?

    * * *
    – Илнур улым, hеҙҙең яңы уҡытыусығыҙ нисек, hәйбәтме?
    – Бик hәйбәт, өләсәй, бик hәйбәт, бер ай эсендә инде дүртенсе тапҡыр ауырый.

    авторы: Нур | 12 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Игландар Яңылыҡтар » Иғтибар

    Осрашайыҡ, ветерандар!
    Инициатив төркөм үткән быуаттың республика ҡалаларындағы, район үҙәктәрендә йәшәгән 90-сы йылдарындағы милли хәрәкәт ветерандарын осрашыуға саҡыра. Осрашыу 13 апрелдә, иртәнге 11 сәғәттә Цюрупа урамындағы 95-се йорттоң (Үҙәк баҙар эргәhе) ишек алдында билдәләнә.
    И. АГИШЕВ.

    авторы: Нур | 12 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Котлайбыз Яңылыҡтар » Иғтибар

    Ҡәҙерле тормош иптәшем, һөйөклө әсәйебеҙ
    Вера Алексеевна
    ИСЛАМОВАНЫ
    ысын күңелдән 50 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Уға иң мөһиме – ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, хеҙмәтендә уңыштар, ижади ҡаҙаныштар теләйбеҙ. Һәр ваҡытта шулай аҡыллы, һөйкөмлө, һиҙгер, алсаҡ, ярҙамсыл, шат күңелле булып ҡал! Уйлаған ниәттәрең һәм теләгән теләктәрең тормошҡа ашһын! Беҙ һине яратабыҙ!
    Иң изге теләктәр менән – тормош иптәшең, улың Руслан, ҡыҙҙарың Әлиә һәм Юлиә, Зыкриндар.

    авторы: Нур | 12 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Туҡта, паровоз... Яңылыҡтар » Спорт

    «Локомотив» командаhының баш тренеры Кари ХЕЙККИЛЯ:
    – Уйын бик көсөргәнешле уҙҙы. Ике осор буйына дәғүәсе ҡапҡаhына йүнләп юл таба алмағас, hуңғы осорҙа нишләптер күңелемдә еңәсәгебеҙгә өмөт ҡабынды. Сөнки, дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең гол индерергә әллә ни күп мөмкинлектәр ҙә булманы, ә булғанын Иргл оҫта файҙаланды.

    «СЮ» командаhының баш тренеры Сергей МИХАЛЕВ:
    – «Локомотив» hуңғы көрәшкә сыҡҡан кеүек уйнаны, сөнки еңеү генә уларға чемпионлыҡҡа өмөт ҡалдыра ине hәм улар маҡсатына иреште. Шулай ҙа минең тәрбиәләнеүселәрем бик оҫта, күп ваҡыт өҫтөнлөк тә итте. Гол индерергә мөмкинлектәребеҙ ҙә бар ине, тик был юлы шайба Варламовтың ҡапҡаhына барманы. Һуңғы осорҙа эш былай барғас, уйынсыларыма hаҡланыбыраҡ уйнарға ҡушҡайным, сөнки осрашыу овертаймға барып етер, тип өмөтләнгәйнем. Юҡ шул, килеп сыҡманы.

    авторы: Нур | 12 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күңелендә йыр уның Әҙәбиәт

    Мирсәйет Вәкил улы Ҡылысов – Йылайыр районының Аралбай ауылы егете. Рухлы ир-уҙаманы хаҡында күп hөйләргә була. Бөгөн гәзит уҡыусыларға уның hүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы тәҡдим итәбеҙ.
    Ул тыуған ил алдында хәрби бурысын үтәгән, Монголияла хеҙмәт иткән. Сибай интернат-мәктәбен, Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерҙар бүлеген тамамлаған.
    Тыуған ауылы Аралбайҙа бөгөн берәү ҙә йәшәмәй, ауыл бөткән. Үткән быуаттың 80-се йылдарында йәшәү шарттарын яҡшыртыу маҡсатында, Аралбай ауылы халҡын күрше Сидоровка ауылына күсергәндәр. Ошо хәлгә күңеле әрнеп яҙған шиғырҙары ла бар. М. Ҡылысов йыр-моң hөйөүселәргә «Йәшермәй яратсы әле», «Гармунлы йәшлегемә», «Һаҡмарым», «Уйнат әле думбыраңды», «Һау бул, бала сағым», «Һине генә hөйәм», «Һин – минең киләсәгем» hәм башҡа йырҙар аша таныш. Уның hүҙҙәренә композиторҙар Артур Туҡтағолов, Урал Рәшитов, Айбулат Кәримов музыка яҙа. Танылған йырсылар Фәрит Бикбулатов, Филүс Ҡалмырҙин, Гөлсөм Бикбулатова, «Каруанhарай», «Далан» төркөмдәре йырҙарын башҡара. Ул «Киске Өфө» гәзите иғлан иткән Сәғит Ағиш исемендәге хикәйәләр конкурсында «Рәхмәт әйт атыңа» хикәйәhе өсөн лауреат исеменә лайыҡы булды.
    Fаиләhендә ҡатыны Фәнүзә менән ике ҡыҙ үҫтерәләр.

    М. КӘРИМОВА.

    авторы: Нур | 12 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Зөлҡәғиҙә юлы Әҙәбиәт » Хикәйә

    Бөгәсә төн Зөлҡәғиҙә инәй йоҡлай алманы. Таңға ҡарай ғына бер аҙ керпек ҡаҡты шикелле. Келт иткән тауышҡа хафаланып килеп уянды, тәҙрә ҡорғанын асып, тышҡа баҡты, унда ойоҡhотоп ҡына ҡырпаҡ ҡар яуа. Бөтә ғаләмде hиллек баҫҡан, әйтерhең, дала, урман-ҡырҙар менән бергә бөтә донъя бәүелсәктә иркәләнеп кенә бәүелеп, ләззәтле бер иҫерткес мәл кисерә.
    Туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлаусы ҡарсыҡ бындай илаhи таңдарҙы аҙ ҡаршыламаны. Бөтә районға ғына түгел, ә республикаға даны таралған алдынғы hауынсы булды бит ул заманында. Эшен дә эшләне инде, донъяhын да сынъяhау итеп көттө. Мал докторы булмаhа ла, баҫып торошонан уҡ малдың ниндәй булыуын айыра торғайны. Шуға ла hүҙе hәр ерҙә үтемле булды.
    Йоҡоhо килмәhә лә, инәй күҙен йомдо. Бына тағы аҡhыл ҡылғандарын ялбыратып ятҡан далаhы күҙ алдына килеп баҫты. Күпме быуын зат-ырыуының әсе тире, ҡаны менән hуғарылған көңгөрт ер – Зөлҡәғиҙә өсөн тере йән булмышының асылы. Мәрхәмәтле лә, шул уҡ ваҡытта рәхимhеҙ ҙә ул. Әммә ниндәй генә сифатта булмаhын, был уның күңел таянысы, рухына көс өҫтәүсе тере йән.

    авторы: Нур | 12 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йондоҙнамә 14-20 апрель Яңылыҡтар » Иғтибар

    Ылаҡ (22.12 – 20.01)
    Шишәмбеләге яңылыҡтар тормошоғоҙға ҡайhы бер үҙгәрештәр индерергә мәжбүр итер. Был арала элекке бурыстарҙы ҡайтарыу бик мөhим. Мәжлестәрҙән, төрлө йәмәғәт сараларынан баш тартмағыҙ.

    авторы: Нур | 12 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru