Минең ҡыҙҙарым А. Кәримов көйө.
Минең яратҡан ҡыҙҙарым – Ғүмерем йондоҙҙары. Минең сәскәләй ҡыҙҙарым – Күңелемдең йырҙары.
Йылмайhалар, йөҙҙәреңдә – Уйнай ҡояш нурҙары. Фәрештәләр юлдаш булhын Һеҙгә, минең ҡыҙҙарым.
Наҙлап йөрәгемә ҡыҫып, Яратҡан сабыйҙарым. Зифа ҡайындай үҫәләр Минең гөлдәй ҡыҙҙарым.
Һеҙгә бирәм күңелемдең Бар йылыhын, бар көсөн, Рәхмәт яҙмыш – тормошом, Гөлдәй ҡыҙҙарым өсөн!
Һеҙҙең сәскәләй сағығыҙ, Әйҙә, уйнап-көлөгөҙ! Атай-әсәй, тыуған илдең Ҡәҙерҙәрен белегеҙ!
Болондағы сәскәләргә Тиңләйем ҡыҙҙарымды! Тик уларға бағышлайым Ҡаршылар яҙҙарымды.
Рәхмәт
Рәхмәт, атай, рәхмәт, әсәй, Миңә ғүмер биргәнhегеҙ. Бәлки, минең бала саҡта Үҙегеҙҙе күргәнhегеҙ.
Был донъяның төрлө сағын Инде үҙем белдем инде. Һеҙҙең ҡайғы-шатлыҡтарҙы Үҙем татып килдем инде.
Был юлдарҙың изгелеген Кем генә белмәй икән?.. Кем генә hағынмайҙыр ҙа, Төшөндә күрмәй икән.
Тыуған өйгә илткән юлдар – Изге юл, берәү була. Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла – Иң ныҡлы терәү була.
Йәшлек атыма
Әле килеп йәшлек толпарымдың Алтын эйәрҙәрен hалдырҙым. Осҡон саҡтың иҫтәлеге итеп, Көмөш йүгәнкәйен ҡалдырҙым.
Китте сабып саптар атҡайым – Кемдәр атланыр ҙа, мин түгел. Ваҡыт биргән – сик hыҙығын үттек, Һин ярhыма, хыялый күңел!
Атҡайымдың кешнәү ауаздары Ишетелә йәшлек иленән. Үкенhәң дә, илап үтенhәң дә Һиңә ҡайтып булмай киренән.
Толпарымдың көмөш йүгәнкәйен Элеп ҡуйҙым өйөм түренә. Ҡулға алып сылтыратҡанымда Йәшлек ҡайтыр кеүек күренә.
Онотмасы мине, йәшлек атым, Үкенерҙәй юлдар үтмәнек. Хәтәр hуҡмаҡтарҙан үткәндә лә, Йән дуҫтарҙы ташлап китмәнек!..
Һин – минең киләсәгем Юлай Үҙәнбаев көйө. Тормошом юлында яңғыҙым ҡалғанда, Осор ҡанаттарым арманhыҙ талғанда, Тик hин мине күрҙең, хәлкәйемде hиҙҙең, Һин яныма килдең, hин миңә ҡул бирҙең!
Таңдарҙың нурҙарын hиндә генә күрәм. Күңелем наҙҙарын hиңә генә бирәм. Һин бит – минең генә ярhып килгән яҙым, Һин бит – минең генә яҙмыш биргән наҙым!
Ҡушымта: Һин – минең ҡояшым, hин – минең нурҙарым, Һин – минең hағышым, hин – йырлар йырҙарым! Яҙмышым томанын тараттың нур булып, Тормошом ялғанын тараттың, йыр булып.
Киләсәк көндәрем hиндә генә күрәм, Киләсәк яҙмышым барын hиңә бирәм. Киләсәк ғүмерем – ярhып килгән яҙым, Һин hуңғы усағым, яҙмыш биргән наҙым.
Йәшермәй, яратсы әле Артур Туҡтағолов көйө.
Эймә инде башҡайыңды Ҡарасы күҙҙәремә. Танhыҡтарым ҡандырғансы Бағайым йөҙҙәреңә.
Ҡушымта: Күҙҙәреңдең моңhоулығын Йылмайып, таратсы әле. Бер мәл булhа ла hин мине Йәшермәй яратсы әле.
Моңhоулығыңды аңлайым, Аңлайым ҡараштарың. Мин ышанам, яҡты булыр Киләсәк тормоштарың.
Мөхәббәтем, ҡайҙа инең, Тиеп, hин hорамасы. Нурлы күҙең менән миңә Йылмайып ҡараhаңсы.
Моңаймасы, киләсәктә Бәхетле көндәр көтә! Берен-бере hөйгән генә Бергәләп ғүмер итә.
Fүмер юлы
Артур Туҡтағолов көйө.
Fүмеркәйҙәр уҙа, юлдар hуҙа – Офоҡтарға әйҙәй өмөттәр. Тик тойғолар ғына үҙгәрмәй, Һаман тәрәнәйә кеүектәр.
Мәшәҡәттәр ҡай саҡ беҙҙе еңә, Хистәр ялҡыныңа ҡарамай. Бергә булған көндәр, айлы төндәр Яңғыҙлыҡтан беҙҙе аралай.
Ҡушымта: Матур hүҙҙәр hиңә эҙләмәйем, Беләhең бит – hине яратам! Йөрәгемә тулған хистәремде, Йыр-моңдарға hалып таратам.
Беҙ икәүләп яҡҡан усағыбыҙ, Ялҡындары күккә үрелә. Рәнйетмәгеҙ, бер үк hөйгәндәрҙе: Һөйөү бит ул тик бер бирелә.
Яҙмышҡайҙар яҙған hынауҙарҙы Бергә генә уҙып китербеҙ. Ике йөрәк бергә hуҡhа ғына, Мораҙыбыҙға беҙ етербеҙ. |