Иртә торған бай булған, һуңлап торған хур булған.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Ул һаман да янымда кеүек»
  • Улар Көнбайышты шаулата
  • Тик ҡатын-ҡыҙҙар өсөн
  • Яңылыҡтар
  • «Ассамблея үҙ бурысын лайыҡлы үтәй»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Урамда алынған интервью:
    – Һеҙ беҙҙең етәксе хаҡында ниндәй уйҙаhығыҙ?
    – Әй, мин уны бер ҙә айыҡ килеш күргәнем юҡ.
    – Һеҙ нимә, ул бөтөнләй эсмәй.
    – Һеҙ мине аңламанығыҙ, ул түгел, ә мин эсәм

    авторы: Нур | 15 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хыялы – актриса булыу Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Хыялы – актриса булыу
    Һеҙ һүрәттә күргән мөләйем ҡыҙ Зөлфиә Ғәлиева булыр. Ул үҙенең ябайлығы, күңел киңлеге, миһырбанлығы менән тирә-яҡтағыларҙың иғтибарын яулай. Зөлфиә менән күптән танышмын. Мәктәп йылдарында ҡала, район һәм республика кимәлендә уҙған сараларҙа бергә сығыш яһаныҡ. Матур итеп йырлағас, һәр сараның уртаhында булды. Халҡыбыҙҙың моңло көйҙәрен, бигерәк тә, заман йырҙарын яратып башҡара ул.

    авторы: Нур | 15 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бейеүселәр сығыр сәхнәгә Мәҙәниәт

    Ф. Fәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблдәренең төбәк-ара фестивале Башҡортостан, Урал hәм Волга буйы төбәктәрендә үҙешмәкәр хореографик сәнғәттең үҫешен пропагандалау, халыҡ бейеүҙәре ансамблдәренең художество кимәлен күтәреү, ижади йәштәрҙең халыҡ хореографияhына ҡыҙыҡhыныуын арттырыу маҡсатында БР Мәҙәниәт hәм милли сәйәсәт министрлығы, Өфө ҡала хакимиәте, Республика халыҡ ижады үҙәге, Ф. Fәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле тарафынан ойошторола.

    авторы: Нур | 15 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ике мең hигеҙҙең Еңеү яҙынан күренештәр Яңылыҡтар » Спорт

    «Ҡалай беҙ быны оҙаҡ көттөк», – «Салауат Юлаев» хоккей командаhы чемпион булғас, был hүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килде. Ә hеҙ «Өфө-Арена» алдында, әле hуңғы бишенсе уйын башланмаҫ борон уҡ, бер бабайҙың: «Был көндө мин ҡырҡ йыл көттөм», – тигән плакат күтәреп, йылмайып торғанын күрhәгеҙ икән. Был юлдарға Башҡортостан хоккейының бар тарихы hыйған, уйлаhаң.

    авторы: Нур | 15 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Үҙемде Салауат ғәскәрендә кеүек хис иттем!» Яңылыҡтар » Спорт

    Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың исемен йөрөткән хоккей командаhының Рәсәй суперлигаhында алтын миҙал яулауына ҡыуанмау мөмкинме ни?! Шағир Салауаттың исеме йәнә төрлө милләттәрҙе, төрлө йәштәгеләрҙе, төрлө социаль ҡатламдарҙы, дин вәкилдәрен берләштерҙе hәм еңеүгә алып килде.
    «Салауат Юлаев» командаhының күптәнге көйәрмәнемен, шуға күрә был ҡаҙанышта үҙ өлөшөм дә бар кеүек – еңhендәр өсөн нисек кенә «сирләмәнек»?! Шуға күрә лә үҙемде быуаттар аша булhа ла Салауат ғәскәре сафында кеүек хис иттем. Команданың еңеүе тотош Башҡортостан, башҡорт халҡы өсөн милли байрамға әүерелде!
    Төрлө хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүселәрен үҙенә туплаhа ла, «Салауат Юлаев»та Өфө егеттәре булыуы бик hөйөнөслө. Руслан Нуретдинов, Игорь Волков, Николай Заварухин, Андрей Сидякин hәм башҡалар был еңеүгә үҙенең ҙур өлөшөн индерҙе. Плей-офф уйындарында улар хәл иткес шайбалар менән hөйөндөрҙө. Киләсәктә «Салауат Юлаев»та башҡорт егеттәрен күрергә бик теләр инем!
    «Спорт» каналындағы комментаторға мең рәхмәт! Салауатыбыҙҙы милли герой, республикабыҙ йөҙө тип беләләр. Ә бына шағир Салауатты бөгөнгө Рәсәйҙә белеүселәр бик hирәк булғандыр. Ә хәҙер беләләр – сөнки «Салауат Юлаев» «Локомотив»ты 4:1 иҫәбе менән еңгәс, тура трансляция Салауат Юлаевтың «Минең тыуған ҡырҙарым» шиғыры менән тамамланды. Тарих бик күп ғәскәр башлыҡтарын белә, ә бына шағир булғандары бик hирәк. Салауат изге яуға – азатлыҡ яуына сыҡҡан Шағир, сардар!
    Лариса Абдуллина

    авторы: Нур | 15 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тарихи мәлгә – тарихи Кубок! Яңылыҡтар » Спорт

    Рәсәй кубогы – «Салауат Юлаев»та
    «Салауат Юлаев» – чемпион!», «Салауат – чемпион!», «Салауат!», «Салауат»... hәм башҡа төрлө ҡыуаныслы ауаздарҙан йома көнө hәм уҙған ял көндәре Өфө урамдары hәм шулай уҡ бөтә Башҡортостан гөрләп торҙо. Гөрләмәҫлек тә түгел шул, сөнки республикабыҙҙың «Салауат Юлаев» командаhы үҙ тарихында тәүгә, ошо ҙур исемгә лайыҡ булды. Афарин! Халыҡ, хоккейсылар менән бергә ошо үрҙе яулағандай, тантана итте. Fөмүмән, бындай байрамды Башҡортостан еренең күптән үҙ тарихында күргәне булмағандыр... Көсөргәнешле алыш бөтөү менән, хоккей hөйөүселәр бер сәғәткә яҡын урындарын ташламай, аяҡ үрә баҫып, хоккейсыларҙы алҡышланы. Ә инде «Өфө-Арена»нан сығыуға өйҙәрендә телевизорҙан ғына ҡарап күҙәткән халыҡ баш ҡалабыҙҙың бар төбәгенән чемпион командаhын тәбрикләү өсөн төп майҙансыҡҡа ашыҡты. Ҡала ҙур бер байрам майҙанына әйләнде. Машиналар бер туҡтауһыҙ сигналын бирә, әллә күпме хоккей hөйөүсе таңға тиклем Өфө урамдарында байраҡтар, шарфтар болғап, ҡыуаныстарын тыя алманы.
    «Салауат Юлаев» – чемпион! Башҡортостан Республикаһының Президенты Мортаза Рәхимов, «Салауат Юлаев»тың оло еңеүенән һуң команданы ҡотлап: «Был еңеүегеҙ киләсәктә лә Башҡортостанда физик культура һәм спорттың үҫешенә ҙур этәргес буласаҡ. Ышанам, киләсәктә лә «Салауат Юлаев» клубы тағы ла яңы үрҙәр яулар һәм Европа кимәлендә лә Рәсәй хоккей тарихының яңы битен ҡалдырыр».

    авторы: Нур | 15 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсәй ихтыярын туплай Сәйәсәт

    Иҫәр менән hүҙ көрәштереүҙән дә мәғәнәhеҙерәк эш буламы икән? Хәйер, халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә, йөрәгеңде мең бесәй тырнап торhа ла, ҡул бирешкән йәки кәңәшләшкән кешеңә ҡарата ипhеҙ hүҙ әйтеү ғәҙәте юҡ. Холҡо, ҡылыҡ-фиғеле, донъяға ҡарашы менән уның hиңә бөтөнләй ят булыуы ла ихтимал, әммә сәйәсәттә, мәҫәлән, яратыу, ихлас яҡынлыҡ хистәре онотола, бәлки әҙәпле, hалҡын партнерлыҡ мөнәсәбәттәре генә ҡала.
    Ябай кешеләр бер-береhе менән рухи туғанлыҡта, «бер алманы бишкә бүлеп» йәшәй алhа, әлбиттә, бәхет. Ләкин дәүләттәр араhында, оло сәйәсәттә ундай хәлдең булыуы мөмкин түгел, сөнки уҙаҡташ тигәнеңдә лә ул үҙ мәнфәғәтен дуҫлыҡтан юғарыраҡ ҡуя. Быға миҫалдарҙы беҙ самаhыҙ сәйәсиләшкән хәҙерге заманда ғына түгел, бәлки боронғо ҡәбилә, ырыу-ара мөнәсәбәттәрҙә лә табыр инек.

    авторы: Нур | 15 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уҡытыуҙа яңыса ҡараш Мәғәриф

    thumb=left]http://www.yeshlek-gazeta.ru/uploads/posts/2008-04/1209373087_artis.jpg[/thumb]Донъяны заманса технологиялар, техника баҫып алып барғанда мәктәптә уҡытыусы булып эшләүе көндән-көн ауырлаша бара. Уҡытыусыға юғары уҡыу йортонда алып сыҡҡан белеме генә етмәй, заман менән бергә атлар өсөн уны даими камиллаштырып торорға, компьютер, Интернет, инновацион технологияларҙы яҡшы белергә кәрәк. Сөнки, ни генә тимә, был өлкәлә балалар, йәштәр беҙгә ҡарағанда күпкә белемлерәк һәм алдынғыраҡ. 9 апрелдә Мәләүез ҡалаһында үткән мәғарифҡа бағышланған оло форум ошо мәсьәләгә арналды.

    авторы: Нур | 15 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru