Көрәк бөтмәһә - тиҙәк бөтмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Быйыл да һынатмаҫтар
  • Ял да иттек, дуҫтар ҙа таптыҡ
  • Рәсәй көнө менән!
  • Әрме – 2008
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Табип әфәнде, минең сәсем ныҡ ҡойола.
    – Был тынғыhыҙлыҡтан hәм нервынан.
    – Бәлки. Тик мин бит сәсем ҡойолғанға тынғыhыҙланам.

    * * *
    – Эй, малай, исемең кем?
    – Һаумыhығыҙ.
    – Һин нимә, иҫәрме?
    – Минең исемем Вил.
    – Ата-әсәйең өйҙәме?
    – Мин иҫәр түгел.

    авторы: Нур | 19 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Былар ҡыҙыҡлы Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Йүргәктән үк
    алдаҡсылар


    Балалар ярты йәшлек сағынан уҡ ата-әсәһен алдай белә. «Ялған ҡысҡырыу – алданыуҙың тәүге формаларының береhе. Һеҙ быға үҙегеҙ инана алаhығыҙ: ҡысҡырыусы әсәй йәки атай яуап бирәме, юҡмы икәнен тыңлап бер аҙ тынып тора hәм ҡабат яр hала башлай», – тип иҫбатлай Британия психологтары. Һигеҙ айҙа балалар ҡатмарлыраҡ алдашыуҙы үҙләштерә, мәҫәлән, яңылыштан уйынсыҡ ватhа, әсәhенең йәки атаhының иғтибарын икенсе нәмәгә йүнәлтергә тырыша. Ике йәштә бәпестәр язанан ҡасыу өсөн оҫта итеп алдашырға hәләтле.

    авторы: Нур | 19 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көлкөхана Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ну яратам да үҙҙәрен...
    (Юмореска)

    ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен әрләп торорға мин шофер түгел, эргәhендә ултырып йөрөүсе генә. Дөрөҫөн генә әйткәндә, уларҙы обожаю. Нур сәсеп торған ҡайыштарын күрhәм, алтын тапҡандай ҡыуанам. Ә теге, буй-буй таяҡтарын hелтәhәләр, ирейем дә китәм. Тик ирҙең генә йөҙө бүртенеп сыға. Бына әле лә, Благоварға еткәс, таяҡ болғанылар.
    – Тағы туҡтаттылар инде, ҡороғорҙар, был ҡоҙғондарҙан аҡсаhыҙ ҡотолормон, тимә!
    – Һуң, ҡәҙерлем, 50 тип яҙылған ерҙән 80 менән шажлап уҙып киттең дә инде!
    – Һине ваҡытына Өфөгә еткерергә тырышам бит, ултырма ҡарҡылдап, сығар аҡсаңды!
    – Шәп икән! Һин ҡағиҙә боҙаhың, мин түләргә тейешме?! Юҡ инде, йән киҫәгем, «заначкаң»ды бир! Мин ҡағиҙә боҙмайым, ҡайышты эләктерҙем, водителде юҡ-бар hүҙ менән отвлекать итмәнем.
    – Тфү!..
    Ул арала түңәрәк кәүҙәле мөләйем йөҙлөhө килеп, честь бирҙе, исем-шәрифен, иптәшемдең ниндәй ҡағиҙә боҙоуын әйтте. Эх, кемгә бәйләнгәнегеҙҙе белмәйhегеҙ шул, бына, мин белгәс, ауыҙ ҙа асмайым, тип йәлләп тә ҡуйҙым үҙҙәрен. Иркәйем бөтә асыуын сығара ғына башлағайны, ипләп кенә, ҡарсыға ҡарашлы, ҡаҡса оҙон кәүҙәлеһе машинаһына индереп ултыртты. Эй, кинәнеп күҙәтәм тегеләрҙе. Башта тыныс hөйләшергә тырыштылар, шунан йөҙҙәре буҙарып китте. Бер заман минең йәнекәйем ҡулдарын апаруҡ hелтәй башланы. Тегенеhе тыныс ҡына тыңлай бит әле. Быны күреп, милицияға ихтирамым тағы ла артты.

    авторы: Нур | 19 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Аяғың кәкреме, әллә бөҙрәләткәнһеңәме» Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    «Юморина», «Шаяниум» көлкө фестивалдәренең йомғаҡтары буйынса юморға әүәҫ иң зирәктәр һәм иң шаяндар билдәләнгәс, башҡорт һәм татар шаяндар һәм тапҡырҙар командаларының «Шаян уйын» көлкө фестиваленә йыйылыуы һәм юморҙа көс һынашыуы үҙе бер күркәм йолаға, көлкө-мәҙәк байрамына әүерелде. Шаяндар һәм тапҡырҙар уйындары йәштәр өсөн матур һәм файҙалы итеп ял итеү майҙаны ғына түгел, яңы һүҙ оҫталарын, таланттарҙы билдәләү урыны ла ул. Дүрт йыл элек нигеҙ һалынған «Шаян уйын»дың тәүге фестивалендә 4 команда ғына ҡатнашырға теләк белдергән булһа, бөгөн хәл бөтөнләй үҙгәргән: сараның абруйы, популярлығы бермә-бер артып, быйылғы финал уйынында 22 (!) команда сығыш яһаны.

    авторы: Нур | 19 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс аяҡлы булһалар ҙа Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    1844 йылда Германияла тыуып, hуңыраҡ АҠШ-та ғүмер кисергән Георг Липперттың өсөнсө аяғы ҡарап тороуға hау-сәләмәт булған. Хатта унда алты бармаҡ та формалашҡан. Әммә был аяҡ бер ниндәй эшкә лә ярамаған. Дөрөҫ, Георг башта уға баҫып йөрөй алған, ләкин көндәрҙән бер көндө, hаҡhыҙлыҡ арҡаhында әлеге аяғы hынған. Шунан алып был аяҡ «эшhеҙ» аҫылынып йөрөгән.

    авторы: Нур | 19 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һиндостан дюймовочкаhы Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Һиндостан дюймовочкаhыДонъялағы иң бәләкәй ҡыҙ Һиндостанда йәшәй. 14 йәшлек Джоти Амгиның буйы – 58 см, ауырлығы 5 кг. Ҡыҙыҡай тыумыштан кәрлә. Буйы үҫмәүе генетик яҡтан килә. Медиктар Джотиға биш йәш тулғанда был диагнозды ҡуя. Балаларының башҡа үҫмәүен белгән ата-әсә уға ҡурсаҡтар өсөн тәғәйенләнгән мебель эшләп бирә. Ҡыҙ Нагпур ҡалаhында бик популяр. Джоти: «Мин үҙемдең буйға бәләкәй булыуым менән ғорурланам. Барыhының да иғтибарын йәлеп итеү ҙә кәмселегемдән ғәрләнергә мәжбүр итмәй. Мин дә, башҡалар кеүек, бер нәмәм менән дә айырылмайым», – ти ул.

    авторы: Нур | 19 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Ҡыҙыл әтәс» йоҡлағанда Башҡортостан

    ”Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә Өфөнөң фәлән урамында янғын сығыу осрағы теркәлгән. Республика буйынса уларҙың һаны тиҫтәнән ашҡан, – тигән борсоулы хәбәрҙәр әленән-әле радио, телевидение аша яңғырай, матбуғат биттәрендә баҫылып тора. Был мәғлүмәттәр халыҡ күңеленә шом һалыу маҡсатында еткерелмәй, ә һәр кеше ошо бәхетһеҙлекте күреп, янғын хаҡында ишетеп, уҡып ғибрәт алһын, ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәп, башҡаларҙың хатаһын ҡабатламаһын өсөн бирелә. Ләкин янғындан һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тарафынан төрлө әһәмиәтле саралар күрелеүенә ҡарамаҫтан, ут сығыуҙар һаны кәмемәй, киреһенсә, йылдан-йыл арта ғына. Был кешенең үҙенең, яҡындарының ғүмеренә, шәхси мөлкәтенә битараф булыуы хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләй түгелме?! Әгәр үҙеңде, үҙ милкеңде хөрмәт итмәйһең икән, янғын һүндереүселәрҙең хеҙмәтен хөрмәт ит! Берәүҙең ябай ғына иғтибарһыҙлығы әллә нисәмә янғын һүндереү хеҙмәтен аяҡҡа баҫтыра. Уларҙың эше шул, тиерһегеҙ. Ҡыҙыл әтәс менән көрәшеүселәр янғын сыҡмаған хәлдә лә эшһеҙ ултырмай. Эйе, тик ултыра белмәй утҡа ҡаршы тороусы егеттәр. Быға һөнәремде алмаштырып, бер тәүлек янғын һүндереүсе булып эшләп ҡарап, уларҙың хеҙмәте нескәлектәре менән яҡындан танышҡас, инандым.
    Өфө ҡалаһы ҡала округы Совет районының 2-се янғын һүндереү бүлегендә иртә менән эш башланым. Ишектән килеп ингәс тә мине поста тороусы дневальный ҡаршы алды, кем булыуымды, ниндәй маҡсат менән йөрөүемде һорашты. Һорауҙарына тулы яуап биреп, документымды күрһәткәс кенә эскә үткәрҙе. Поста торған егет, прапорщик Андрей Сергеев килгәндәргә бәйләнеп кенә ултырмай: бинала тәртип һаҡлау, янғын, авариялар буйынса ғаризалар ҡабул итеү, гараж тапҡырына автомобиль ҡуйып ҡалдырмауҙарын күҙәтеү, төрлө аңлашмаусылыҡтар килеп тыуһа, ҡарауыл начальнигына еткереү кеүек бурыстар ҙа уның өҫтөндә. Дневальный посты ташлап китергә тейеш түгел, егеттәр ике сәғәт һайын алмашынып, тәүлек әйләнәһенә хеҙмәт итә.

    авторы: Нур | 19 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    “Феодаль"тормош Сәйәсәт

    Борон-борон заманда... түгел, беҙҙең көндәрҙә, элекке совет ҡоролошо тарҡалғандан һуң, ҡасандыр гөрләп торған колхоз-совхоз системаһы ҡайһы урындарҙа көсләп бөтөрөлдө, ҡайһы бер ерҙәрҙә уларҙы талап-урлап бөтөрҙөләр. Шунан инде, ҡалдыҡ-боҫтоҡ хужалыҡтарға яңынан-яңы атамалар тағып, уларҙы йә ауыл хужалығы продукцияһын етештереүсе кооператив, йә яуаплылығы сикләнгән ширҡәт, йә тағы әллә нисә төргә бүлгеләнеләр. Ләкин йөк урынынан ҡуҙғалманы, коллектив хужалыҡта эшләп, йәшәп өйрәнгән совет кешеһе тиҙ генә баҙар шарттарына яраҡлашып китә алманы, ә ауыл яйлап деградацияға, бөтөүгә йөҙ борҙо. Заманында ауыл хужалығына миллиондары менән бирелгән дотациялар, кредиттарҙың суммаһы ғына ҡасандыр был хужалыҡтарҙың аяғында ныҡлы баҫып торғанын, әммә баҙар шарттарына инеп китә алмауын раҫлай. Бөгөн дә күп хужалыҡтар ошо финанс ҡойроҡтарын ҡыҫҡарта алмай ыҙалай, күп урындарҙа эшселәренә хәҙер инде тарихта ҡалған 20-се быуаттың бурыстарын түләй алмайҙар.
    Салауат районы хужалыҡтары ла бындай һынауҙар кисерҙе. Әммә бында ла алдынғыларҙан һаналғандары юҡ түгел. Районда бөгөн берҙән-бер феодализм ҡалдығы – совхоз бар. Таймый ауылы менән Беренсе Иҙелбай бүлексәһен берләштергән Таймый совхозы муниципаль унитар ауыл хужалығы предприятиеһында үҙенең үҙенсәлектәре етерлек. Әлбиттә, Башҡортостандың ҡайһы бер төбәктәрендәге кеүек, заманса технологияларҙың т хәрефен дә белмәйҙәр бында, үҙҙәрен феодалдар тип тә шаярталар. Оҙон һүҙ китапҡа яҡшы, булмаһа, бергәләп сәфәр ҡылайыҡ.

    авторы: Нур | 19 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru