Һуңғы йылдарҙа баш ҡалабыҙ Өфөлә халыҡ-ара һәм республика кимәлендәге мәҙәни саралар йыш уҙғарыла. Бының менән төбәгебеҙ Рәсәйҙә алдынғы бер мәҙәни үҙәк булараҡ танылыу яуланы. Халҡыбыҙҙың милли-мәҙәни йолаларына өҫтөнлөк бирелеп, үҫеп килгән быуын хаҡында ла хәстәрлек күрелә. Ҡояшлы, матур яҙ көндәренә ҡабатланмаҫ йәм өҫтәп, республикабыҙҙың иң һәләтле артистары, Башҡортостан театрҙары оҫталары балаларға онотолмаҫ, сағыу байрам бүләк итмәксе. Ул байрамдың исеме лә яңғырашлы – Ҡолонсаҡ. Ҡолонсаҡ – 2008 Республика балалар өсөн спектаклдәр фестивале Башҡортостанда өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. Ә быйылғы фестиваль төбәгебеҙҙә иғлан ителгән Ғаиләгә социаль ярҙам йылына бағышлана. Әһәмиәтле сарала республикабыҙҙың 11 профессиональ драма театры ҡатнаша. Спектаклдәргә баһа биреүсе жюри ағзаларының махсус конкурс аша һайлап алынған 10 – 15 йәшлек балалар булыуы ла ҡыҙыҡлы. Кисә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында балалар түҙемһеҙлек менән көтөп алған Ҡолонсаҡ фестивален асыу тантанаһы уҙҙы. Сарала ҡатнашыусыларҙы, ҡунаҡтарҙы, кескәй тамашасыларҙы БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев ихлас тәбрикләп, фестивалде асыҡ тип иғлан итте. Илдус Ғөбәйҙулла улының, форсаттан файҙаланып, ошо тантаналы мәлдә башҡорт балетына нигеҙ һалыусы- ларҙың береһе Зәйтүнә Әғзәм ҡыҙы Насретдиноваға Алтын битлек Рәсәй милли премияһын тапшырыуын да билдәләп үтеү мөһим (һүрәттә). Фестивалдең тәүге көнө Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артистары ҡуйған Зәйнәб Биишеваның Мөхәббәт һәм нәфрәт спектакле менән тамамланды. Бөгөн М. Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрында Зәйнәб Биишеваның Серле көршәк һәм Стәрлетамаҡ дәүләт рус драма театры артистарының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Игорь Черкашиндың О-Цуру – торна ҡаурыйы спектаклдәре булды. 25 апрелгә тиклем дауам итәсәк фестивалдә балалар Рус дәүләт академия драма театрының – Конек-Горбунок, Нур татар дәүләт театрының – Йөрәк барҙа йәшәү бар, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының – Ҡурай моңо, Салауат башҡорт дәүләт драма театрының – Урам сатында, Туймазы татар дәүләт драма театрының – Ялтырап янған уттар сере, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының – Ғимаҙи мажаралары (башҡорт труппаһы) һәм Шәрә король (рус труппаһы), Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрының Серле моң спектаклдәрен ҡарай аласаҡ. Жюри ағзалары тарафынан иң яҡшы тип табылған спектакль Бөтә Рәсәй йә Халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашасаҡ. Ойоштороу комитеты һәр спектаклдә күп балалы ғаиләләрҙән булған, етем һәм ғәрип балалар өсөн 100 урын бүлгән. Тағы ла һәр спектаклдә һатылған билеттарҙың 25 проценты Республика балалар клиник дауаханаһы иҫәбенә күсереләсәк. Фестиваль көндәрендә спектаклдәр 11 һәм 14 сәғәттә ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ көн һайын Актерҙар йортонда тәнҡитселәр коллегияһы сәхнәгә сыҡҡан спектакль буйынса фекер алышасаҡ. Ҡыҫҡаhы, Ҡолонсаҡтан тороп ҡалмағыҙ. Ул кескәй дуҫтары өсөн килгән бит. [b]Азамат ИСМӘҒИЛЕВ. Юлай КӘРИМОВ фотоһы |