Ике ҡуяндың ҡойроғон тотоп булмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Рәсәй көнө менән!
  • Хорау-яуап
  • Гөлләмәнең сағыу биҙәге
  • Ҡолаҡ һал!
  • “Йәшлек” гәзитенә 2010 йылдың II яртыһына яҙылыу барышы (25 майға ҡарата)
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Ҡара әле, Нәркәс, hинең сәсең парик hымаҡ та ул?
    – Эйе, был парик.
    – Ысынмы, ә шул тиклем үҙ сәсеңә оҡшаған.

    * * *
    Суд залында.
    – Хөкөм ителеүсе, ни өсөн hеҙ уға аттығыҙ?
    – Ул минең ҡатыным менән йоҡлаған.
    – Һәм hеҙ, hеҙҙең менән бер төрлө уй-теләктә булған өсөн генә, кеше үлтерер инегеҙме?

    авторы: Нур | 22 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Афарин, Гөлназ! Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Һеҙ һүрәттә күргән мөләйем ҡыҙ Гөлназ Ғилметдинова булыр. Бишбүләк районының Дим йылғаһы һыуында ҡойоноп буй еткереп, әле БДУ-ның 1-се курсында белем ала.
    Гөлназ бәләкәйҙән шиғриәткә, әҙәбиәткә ғашиҡ. Илһамланғанда шиғырҙар ҙа яҙа. Йомшаҡ холоҡло, саф күңелле, сибәр ҡыҙ сит телдәр өйрәнеп, төрлө илдәр гиҙеп, халыҡтарҙың мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышыу теләген күңелендә йөрөтә. Бейергә лә ярата ул. Бигерәк тә, йәштәр араһында таралған R’B стилендәге бейеүҙәрҙе үҙ итә.
    Афарин, Гөлназ!
    @Йәштәр маҡсат ҡуйып йәшәһен ине@, – ти Гөлназ.
    Уның һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар. Алдына маҡсат ҡуйып йәшәгәндәр нимәлер булһа ла эшләй, эҙләнә, ниндәйҙер һөҙөмтәләргә өлгәшә.
    Киләсәгенә маҡсат ҡуйып, тормошона мәғәнә һалып йәшәгән Гөлназға: @Афарин!@ – тиергә генә ҡала.

    Гөлнара Хәбирова,
    БДУ студенты

    авторы: Нур | 22 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Ағиҙел» дуҫтарын йыя Әҙәбиәт

    «Ағиҙел» журналын үҙен башҡортмон тип hанаған hәр бер кеше беләлер. 1923 йылдың мартынан «Яңы юл» исеме менән сыға башлаған баҫманың үҫеш тарихын өйрәнгән ғалимдар уны биш тупhалы шарлауыҡ менән сағыштыра. Әлбиттә, был шартлы оҡшатыу. Баҫыла башлағандан алып уның биш исем алмаштырыуын беләбеҙ: «Яңы юл» (1923), «Белем» (1924), «Сәсән» (1927), «Октябрь» (1930), «Әҙәби Башҡортостан» (1949) hәм 1961 йылдан алып ул hуңғы исеме менән – «Ағиҙел» тип сыға.

    авторы: Нур | 22 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Быуаттарҙың тотоп ялынан Әҙәбиәт

    Башҡорт шиғриәте. Сал далалар кеүек икhеҙ-сикhеҙ, армыт-армыт тауҙарҙай бейек, hандуғас моңондай наҙлы, бөркөттәй сая, диңгеҙҙәй тәрән ул.
    Һыҙылып та сыҡҡан моң-hағыш
    Быуаттарҙан йәдкәр килтерер.
    Халыҡтың рухына, йәшәү рәүешенә әйләнгән hүҙ сәнғәте. Уның ниндәй генә осорон алып ҡараhаң да, халыҡ яҙмышын алтын хәрефтәр менән теркәп, ул киләсәккә юл күрhәтер hуҡмаҡ булып торған. Ә бөгөн башҡорт шиғриәте нисек hулыш ала? Быуаттар буйы тупланған тәжрибәне, ынйыларға бәрәбәр оҫталыҡты кемдәр дауам итә? Сылбыр-сылбыр булып килгән быуындар бәйләнешендә өҙлөгөү юҡмы? Шиғри йыйынтыҡтарҙы ҡулға алған hайын ошондай бихисап уй, hорау зиhенде ярып үтә.

    авторы: Нур | 22 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «МӘҢГЕЛЕК ҠИММӘТТӘР ХАҠЫНДА ЙЫРЛАЙЫМ» Мәҙәниәт

    Салауат Мөхәмәтйәровты республика халҡы «Гәлсәр һандуғас» телевизион проекты, «Донъя нурға күмелде», «Тыуған йортҡа хат», «Күргем килә» кеүек популяр йырҙар аша танып, яратып белә. Талантлы егет, йәш кенә булһа ла, әллә күпме концертта, төрлө кимәлдәге конкурста, фестивалдә ҡатнашып өлгөргән дә инде. Ул Учалы районының Уральск ҡасабаһында үҫкән, әле Башҡорт дәүләт сәнғәт академияһының вокал бүлегендә әҙерлек курсында уҡый. Быйыл академияның төп курсына уҡырға инергә әҙерләнә. Пландары, ниәттәре менән уртаҡлашыуын һорап, өмөтлө йәш йырсы менән әңгәмә ҡорҙоҡ

    авторы: Нур | 22 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уңған бал ҡорттары Яңылыҡтар » Конкурстар

    Йәйге салт аяҙ эҫе көн. Иртә булhа ла, ҡояш ҡыҙҙырырға тотонған. Эштәр менән булышырға бынан да матур көн таба алмаҫhың кеүек. Шуғалыр ҙа hәр кем үҙ эше менән мәшғүл.
    Бына Айнур ҙа умарталыҡта эшләүсе атаhы янына килде.
    – Ә-ә-ә, килдеңдәме ни? – тине Айрат ағай улына.
    – Килдем. Атай, бал ҡорттары бигерәк эшсән, тырыш, эйе бит? – тип hоҡланды малай.
    – Дөрөҫ әйтәhең, улым. Умарталыҡта башҡарыла торған бөтә эштәр ҙә ҡорттарға бүлеп бирелгән ул. Иртәнсәк, ҡояш йылыта башлағас та, бал йыйыусы ҡорттар яланға оса. Эшhөйәр нәҙекәйбилдәр сәскәнән-сәскәгә ҡунып, татлы бал йыя. Шуға ла сәскә атыусы үҫемлектәр – бал ҡорттары өсөн йәшәү сығанағы! – тип йылмайҙы Айрат ағай улына.
    – Әйҙә, улым, баллап сәй эсеп алайыҡ. Йәнгә дауа бит ул бал. Башҡорт балының даны бөтә илгә билдәле. Францияла үткәрелгән Бөтә донъя күргәҙмәhендә башҡорт балы алтын миҙалға лайыҡ булды бит.

    авторы: Нур | 22 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Конкурс дауам итә Яңылыҡтар » Конкурстар

    Йәшлек гәзите мөхәрририәте Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге дәүләт учреждениеһы менән берлектә мәктәп уҡыусылары араһында Умартасылыҡ – Башҡортостан биҙәге тип аталған өр-яңы конкурс иғлан иткәйне. Конкурстың ике этаптан тороуын, тәүгеһенең Ижади эш тип аталыуын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Умартасылыҡ, бал ҡорттарына арналған ижади эштәр редакциябыҙға килә башланы ла инде. Эштәр әүәлгесә түбәндәге жанрҙарҙа ҡабул ителә:
    – шиғыр, хикәйә, әкиәт йә инша;
    – ҡыҫҡа сәхнә әҫәрҙәре (кимәле сикләнмәй);
    – һүрәт (альбом битендә, жанры сикләнмәй);
    – фотолар (цифрлы фотоаппаратта төшөрөлгән һәм сифатлы булыуы мотлаҡ).
    Һәр жанр буйынса айырым еңеүселәр билдәләнәсәк. Шулай итеп, тәүге этап ижади эштәрҙән тора. Икенсе этап Викторина тип атала, тимәк, уҡыусылар умартасылыҡҡа бәйле һорауҙарға яуап бирергә тейеш. Һорауҙар һуңғараҡ гәзитебеҙ битендә донъя күрәсәк.
    Конкурста ҡатнашыусыларҙың эштәре йәш кимәленән сығып баһалана. Шуға ла беҙ уларҙы төркөмдәргә бүлеп билдәләргә ҡарар иттек: 1-се төркөмдә 1 – 4-се синыфтар, 2-се төркөмдә 5 – 8-се синыф һәм 3-сө төркөмдә 9 – 11-се синыф уҡыусылары һынау тотасаҡ. Хатҡа ҡушып үҙегеҙ тураһында ҡыҫҡаса белешмә (тулы исем-шәрифегеҙ, нисә йәштә, синыфта, ниндәй район, ауылдан, мәктәптән булыуығыҙ) яҙып ебәреүегеҙ ҙә һорала.
    Еңеүселәрҙе бик шәп иҫтәлекле бүләктәр көтә һәм иң шәп тип табылған ижади эштәр төҙөләсәк дәреслектә донъя күрәсәк.

    авторы: Нур | 22 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡ – ул онотолған иҫкелек Башҡортостан » Милли проекттар

    Архангел районының Тирәкле урта мәктәбендә «Умартасылыҡ нигеҙҙәре» дәрестәрен «Технология» фәне уҡытыусыhы Фаяз Баhауетдинов ең hыҙғанып алып бара. Уның тырышлығы менән «Умартасылыҡ» кабинеты зауыҡлы йыhазландырылған: күргәҙмә-әсбап плакаттарҙан тыш, бында уҡыусыларҙың практик күнекмәләр атҡарыу барышын hынландырған видеофильм да бар. Ә инде уҡыусылар тарафынан эшләнгән ҡорамалдарҙың киләсәктә халҡыбыҙҙың боронғо кәсебе солоҡсолоҡто данлаған музейға нигеҙ булырына өмөт ҙур

    авторы: Нур | 22 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru